Баҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: саҡырым → саҡрым (2) using AWB
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
27 юл:
== Географик белешмә ==
 
[[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғаһының һул ҡушылдығы. Башҡортостан Республикаһының [[Шаран районы]] [[Михайловка (Шаран районы)|Михайловка]] ауылынан көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта баш ала. көньяҡтан төньяҡҡа [[Шаран]], [[Саҡмағош]], [[Илеш районы|Илеш]], [[Дүртөйлө районы|Дүртөйлө]] райондары биләмәһе аша Ағиҙел йылғаһына (тамағынан 110 км) ҡоя. Дөйөм оҙонлоғо 123 км, бассейн майҙаны 1590 км², дөйөм түбәнләнеше 150 метр. Башлыса яҙғы эрегән һыуҙар менән тулылана. Йыллыҡ ағымы 65 %-ы язғы (апрель—май), 20 %-ы йәйге-көҙгө (июнь—октябрь), 15 %-ы ҡышҡы (ноябрь—март) осорҙарға тура килә.
 
[[Илеш районы]] [[Рсай]] ауылы янында уртаса йыллыҡ ағымы 2,5 м³/с тәшкил итә. Бассейны [[Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы]]ның төньяғында һәм өҫкө пермдең уфа ярусы һәм казан ярусының алевролиттары, ҡомташтары, эзбизташтары, доломиттары, мергелдәре һәм аргиллитларынан торған Ҡама Ағиҙел тигеҙ булмаған уйһулығында урынлашҡан. Ландшафттары ярлы ҡара тупраҡтағы урманлы даланан тора, көнбайыш өлөшөндә һоро урман тупрағында киң япраҡлы урмандар осрай. Бассейндың 8%-ын урман ҡаплаган, 65-%ы һөрелгән. Иң ҙур ҡушылдығы — Кеүәш.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Баҙы» битенән алынған