Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
79 юл:
Башҡорт этносы бик ҙур территорияны — Тобол йылғаһынан Волга йылғаһына тиклем- биләгән.
 
[[Һарытау]] һәм [[Һамар]] башҡорттарының туғанлыҡ ептәре, ырыуҙары, ата -бабалары Башҡортостандың көньяҡ — көнсығышына тоташа. Башҡорт халҡының иң ҡеүәтле, күп һанлы һәм көслө ырыуҙарының береһе һаналған бөрйәндәр [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] үрге ағымынан башлап, [[Яйыҡ]], Оло Эйек, [[Кесе Эйек]], [[Юшатыр]], [[Дим]], Туҡ, Оло Уран, Кесе Уран йылғалары буйында ғүмер иткән, [[Ырғыҙ]], Кәмәлек, Кәрәлек йылғаларына тиклем барып еткән.
 
Боронғо бөрйәндәрҙең эҙҙәре Үҙәк Азияла, Урта Азияла, Иранда табыла. 1930 йылда баҫылып сыҡҡан С. Мирасовтың китабында яҙылғансы, бөрйәндәрҙең ырыуына нигеҙ һалыусы Бөрйән — бей булған. Уңын ейәндәрен Урал -бей һәм Аралбай тип атағандар. Бөрйән ҡәбиләлренең иң боронғолары Монаш һәм Яғылбай. Профессор Р.Кузеев бөрйәндәрҙең 490 тамғаһы бар, тип билдәләй. Бөрйәндәр бик йыш күсенеп йөрөгән. VII—IX бөрйәндәр (бурджандар) [[Арал диңгеҙе|Арал]] һәм [[ Каспий диңгеҙе|Каспий]] төньяғынан Төньяҡ Кавказ, [[Ҡара диңгеҙ]] далаларына күсенгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың байтағы Волганың түбәнге ағымындағы далаларында ла йәшәгән. Буржандарҙың тарихы болғарҙар менән бәйле булыуы билдәле.