Башҡортостандың тәбиғәт зоналары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Күҙләгес мөхәррир Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
27 юл:
Урманлы даланың төньяҡ-көнсығышында [[Салауат районы]]нда [[Йүрүҙән (йылға)|Йүрүҙән]] йылғаһының уң яҡ яры буйлап Сулпан ауылы эргәһендә Янғантау урынлашҡан.
 
Был зонаның тәбиғәт ҡомартҡыларынан шулай уҡ [[Ҡорғаҙаҡ шишмәһе|Ҡорғаҙаҡ]] һәм [[Красный Ключ (шишмә)|Красный Ключ]] сығанаҡтарын, [[Шәмсетдин]] күлен һәм [[Шөңгәккүл]]де, Охлебинино һәм һыныу тыуҙыра. Улар [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғаһының уң яҡ яр буйында урынлашҡан. Был тауҙарҙың иң төньяҡтағыһы — [[Йөрәктау]]. Уның Ағиҙел йылғаһы кимәленән бейеклеге 220 м. Көньяҡтараҡ тағы өс шихан бар — улар [[Ҡуштау]], [[Шәкетау]] (Шахтау)һәм [[Торатау]]. Быларының иң бейеге — Торатау ([[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғаһы кимәленән 275 м бейеклектә). [[Шихандар]] — пермь осоронан ҡалған һәм хәҙерге ваҡытта ер өҫтөнә яланғасланып ҡалҡҡан рифтар. Улар 250 млн йыл самаһы элек пермь осоронда һай һыулы диңгеҙ төбөндә барлыҡҡа килгән. Шихандар [[Урал тауҙары]]нан көнбайышҡа табан сылбыр булып һуҙылған. Артабан күп рифтарҙы тоҡомдар күмеп киткән. Тик кайнозой осоронда ҡалҡып сыҡҡандарынан ҡайһы берҙәре генә ер өҫтөндә тороп ҡалған.
 
Шихандарҙа, боронғо диңгеҙ хайуандарының ташҡа әйләнгән һөлдәләрен осратырға мөмкин, тау ипкендәрендә һирәк осрай торған һәм юғала барыусы күп үҫемлектәр үҫә. Стәрлетамаҡ яңғыҙ тауҙарынан тыш Башҡортостанда шулай уҡ Дыуан рифтары билдәле. Улар ҙа пермь осоронда барлыҡҡа килгән.