Еҙем: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
33 юл:
'''Еҙем, Елем''' — йылға, [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғаһының уң ҡушылдығы.
 
[[Елмәрҙәк]] һыртының көнсығыш битләүендә башлана. [[Белорет районы]] буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, [[Егәҙе]] йылғаһының тамағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан [[Белорет районы|Белорет]], [[Ғафури районы|Ғафури]] һәм [[Архангел районы|Архангел]] райондары буйлап ағып, [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғаһы (тамағынан 585 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 215 км, бассейн майҙаны 3280 км2, дөйөм түбәнәйеүе 607 м. Башлыса ҡар һыуҙары менән туйына. Йыллыҡ аҡманың 65—85 %‑ы — яҙғы (апрель—май), 10—15 %‑ы — йәйге-көҙгө (июнь—октябрь), 5—10 %‑ы ҡышҡы (ноябрь—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 38,7 м3/с.
 
Бассейнының рельефы тәпәш таулы, биләмәһе бик күп ҡушылдыҡ үҙәндәре менән йырғыланған. Бассейны әүжән свитаһы, елмәрҙәк свитаһы тау тоҡомдарынан, вендтың әшә серияһынан ғибәрәт. Карст үҫешкән.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Еҙем» битенән алынған