Ҡатай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Тарихы: clean up, replaced: БР → Башҡортостан Республикаһы using AWB
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
79 юл:
Ҡатай башҡорттары этник яҡтан ҡара-ҡатайҙарға барып тоташа. Заманында улар Төркостанда үҙ дәүләтен ойошторған. Башҡортостандың төньяғында һәм Урал аръяғында йәшәгән Ҡара-ҡатайҙар ырыуының исемендәге оҡшашлыҡ бының асыҡ дәлиле булып тора. Тарихи ҡомартҡылар буйынса ҡатайҙар үҙҙәрен көнсығыштан сыҡҡан тип иҫәпләй. Уларҙың фекеренсә, ата-бабалары Иртыш, Алтай үҙәндәрендә йәшәгән.
 
Башҡортостан еренә ҡатайҙарҙың ата-бабалары Хlll быуаттың урталарында күсеп килгән. Хlll — ХlV быуат­тарҙа улар [[Ыҡ]] һәм [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғалары араһында күсенеп көн күргән. Ошо хаҡта күп кенә ауылдарҙың исеме лә һөйләй — Ҡатай, Ҡатай-йылға, бик күп тарихи ҡомартҡылар, ҡәбер таштары бының шаһиты.
 
Ҡатайҙарҙың күбеһе төньяҡҡа йүнәлгән. ХlV — ХV быуаттарҙа улар Чусовая йылғаһының үрге ағымын биләгән. ХVl быуаттың икенсе яртыһында үҙҙәренең төньяҡтағы ерҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр булғандар. Был ошо ваҡыттағы сәйәси ваҡиғаларға бәйле. Рәсәй хөкүмәтенең баҫып алыу сәйәсәте һөҙөмтәһендә [[Пермь крайы]]н һәм Себерҙе үҙләштереү киңәйә, һөҙөмтәлә башҡорттар үҙ төбәген ташлап киткән. Себер ханлығының тарҡалыуы был процесты тиҙләтә. Башҡорттар Урал аръяғы далаларына күсә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡатай» битенән алынған