Ғафури районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Халҡы: clean up, replaced: Согласно Всероссийской переписи населения 2010 года → 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғл using AWB
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
57 юл:
 
== Географияһы ==
Район территоряһының ҙур өлөшө таулы (иң бейек урыны 600—700 м-ға етә), ярайһы уҡ дымлы, киң япраҡлы һәм [[ҡайын]] ҡатыш [[уҫаҡ]] урмандар менән ҡапланған. Көнбайышыдағы тар тигеҙлекте [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғаһы үҙәне биләй. Климаты бер аҙ ҡоро. Район ерҙәрендә һоро урман, туғай тупрағы һәм көлһыу ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Гидрографик селтәрен Ағиҙелдең уң яҡ ҡуш-ры [[Еҙем]], [[Егән]] һәм [[Тоҙйылға]] (Усолка) йылғалары барлыҡҡа килтерә.
 
Ер аҫты байлыҡтарынан [[нефть]] (Табын, Ҡарлы), быяла [[доломит]]ы (Ташлы), кварц ҡомо (Ҡотлоғужа, Ҡарауылтау), ҡом (Табын), ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы (Татар Һаҫыҡкүле, Табын), [[эзбизташ]] (Воскресенск), [[гипс]] (Аҡташ), кирбес сеймалы (Һамар, Үтәш) ятҡылыҡтары бар.