Бөрө районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: августында → авгусында using AWB
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
55 юл:
'''Бөрө районы''' ({{lang-ru|Бирский район}}) – [[Башҡортостан]]дағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бөрө ҡалаһы. Районда 61496 кеше йәшәй.
 
[[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғаһының түбәнге ағымында, республиканың электән үк үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. Үҙәге — Бөрө ҡалаһы. 1930 йылдың авгусында ойошторолған.
 
Ауыл халҡы араһында күпселек [[урыҫтар]], [[мариҙар]], [[татарҙар]].
== Географияһы ==
Район [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] буйының убалы тигеҙлегендә, Башҡортостандың төньяҡ урман-дала зонаһында, иң йылы, артыҡ ҡоро булмаған, [[ауыл хужалығы]] өсөн уңай климатлы төбәгендә урынлашҡан. Ағиҙелдең уң яры (райондың сите) — Бөрө урман-далаһының төп өлөшө; уның байтаҡ урыны (25—27%) урманлы, һоро тупраҡлы; һыу айырғыс тау һырттарында, йырындар буйында, карст соҡорҙарында [[имән]], [[йүкә]], [[саған]], [[сәтләүек]] ағасы, ҡарама үҫә. Һул яҡ яр яғы күбеһенсә дала, ә ере һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы. 10—20 км киңлегендә Ағиҙел буйлап һуҙылған үҙән йәнәшәһендәге урман-дала ерҙәренән күп төрлө үҙенсәлекле шарттары менән айырыла.
 
Үҙәндең уң яҡ яры текә һәм бейек, тәрән йырынлы һул яры — һөҙәк. Туғайын киң болондар, ҡыуаҡлыҡтар, ҡалҡыуыраҡ өлөшөн урман биләй. Күлдәр, һаҙматлыҡтар күп. Туғайҙың өҫкө яғы баҫыуҙарҙан тора: улар күбеһенсә баҡса, йәшелсә үҫтереү өсөн файҙаланыла.Урман һәм һыу ҡош-ҡортон, [[мышы]], Америка, Европа [[шәшке]]ләрен һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын: Бөрө минераль һыу сығанаҡтарын, Шәмшәҙе күлен, Калинники лесничествоһындағы имән, ҡарағай, ҡарағастарҙы һаҡлау өсөн 1967 йылда Бөрө дәүләт заказнигы ойошторолған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бөрө_районы» битенән алынған