Белорет районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
85 юл:
Белорет районы Башкортостандың урманға иң бай төбәге. Урман бөтөн Майҙаны 82% биләп тора, үҙағас запасы — 139,6 млн. м3. Райондың иң ҡалҡыу үҙәк өлөшө күпселек көлһыу тупраҡта үҫкән ылыҫлы урмандар менән ҡапланған. Көнбайыштан уларға түбәндәрәк ятҡан киң япраҡлы урмандар, ә көнсығыштан ҡарағай, ҡайын, ҡарағас ҡатыш урмандар бүлкәте килеп терәлә.
 
Республика тимер рудаһының төп запасы (Комарово—Егәҙе, Инйәр, Тирлән, Белорет һ.б. һоро тимер ятҡылыҡтары төркөмө) ошо район территорияһында. Сәсмә алтын, магнезит, флюорит, хромит ятыштары табылған. Ҡомташ, кварцит, доломит, эзбизташ (Пугачев, Александровка) ятҡылыҡтары, цемент мергеле, утҡа сыҙамлы балсыҡ (Әхмәр, Безымянный), формовка ҡомо, охра, түбә ябыу һәүерташы ятыштары ла бар.Хлорид-натрий-кальций тибындағы Ассы минераль һыу сығанаҡтары барлығы билдәле. [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]], [[Йүрүҙән]], [[Инйәр]], [[Нөгөш]], [[Еҙем]] йылғалары ошо район еренән ағып сыға. Йылға һыуының 1 га майҙаны иҫәбенә йыллыҡ ресурсы 3800 м3 етә.
 
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы ойошторолған; Оло Ямантау, Оло Ирәмәл, Ирәмәл, Ар ташы, Ҡотҡор урманы (Ҡаһарман ауылы эргәһендә), Оло Инйәр буйындағы Ҡыҙыл яр мәмерйәһе комплексы тәбиғәт ҡомартҡыһы, Шығай ауылы эргәһендәге һәм Бишитәк тауындағы йөҙйәшәр ҡарағастар, Белорет лесничествоһындағы кедр культураһы ботаник ҡоматтҡы тип иғлан ителгән.