Серафимович Александр Серафимович: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш) "{{Мөхәррирләү|Шәһәрбаныу|20.07.2017}} '''Алекса́ндр Серафи́мович Серафимо́вич''' (ысы…" исемле яңы бит булдырылған |
Sherbn (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
1 юл:
{{Мөхәррирләү|Шәһәрбаныу|20.07.2017}}
'''Алекса́ндр Серафи́мович Серафимо́вич''' (ысын фамилияһы
Йөкмәткеһе
1
2
3 Наградалары и премиялары
4
5 Библиография
5.1 "Тимер дарьяһы"( «Железный поток») тураһында фекерҙәр
6
7
Тормош юлы
1863 йылдың 7(19) ғинуарында Нижнекурмоярская станицаһында (әлеге Ростов өлкәһе Цимлянский районы) тыуған. Атаһы- Дон казагы, полк казначейы, Дон казак ғәскәрҙәре яһауылы булған. Бала сағы Польшала, атаһы хеҙмәт иткән ерҙә үткән. 1873 йылды ғаиләләре менән Дон буйына, Усть-Медведицкая станицаһына ҡайталар.
Усть-Медведицкая гимназияһын тамамлай (1883). 1883 йылда Петербург университетының физика-математика факультетына ингәс, Александр Попов революционер студенттар араһына барып эләгә, түңәрәктә марксизм менән таныша. Революцион хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн(А. И.ульянов менән бергә)һәм батша Александр III-нөң ғүмеренә янаған өсөн А.Попов ҡулға алына һәм Архангельск губернаһына һөрөлә. Һөргөндә Пинегала беренсе « Боҙ утрауында» («На льдине»)тигән хикәйһен яҙа, ул Серафимович псведонимы менән «Русские ведомости» гәзитендә 1889 йылда донъя күрә. Һөргөндән һуң Серафимович Дон буйында полиция күҙәтеүе аҫтында йәшәй, әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүен дауам итә.
1902 йылда Мәскәүгә күсеп килә, «Среда» исемле әҙәби түңәрәк ағзаһы булып тора.
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Серафимович «Русские ведомости» гәзитенең хәрби хәбәрсеһе була.
Октябрь революцияһын һис шикһеҙ ҡабул итә. 1918 йылда «Известия» гәзитенең әҙәби бүлеген етәкләй.
Серафимовичтың төп әҫәре — « Тимер дарьяһы» («Железный поток») повесы, ул Октябрь революцияһынан һуң иң мөһим әҙәби ваҡиғаларҙың береһе тип иҫәпләнә. Унда ысын булған ваҡиғалар, Е. И. Ковтух (романда Кожух) Тамань армияһының 1918 йылғы походы, тасуирлана.
1926 йылдың ноябренән 1929 йылдың авгусына хәтле «Октябрь» журналының баш редакторы булып эшләй. 1934 йылда СССР-ҙың Яҙыусылар союзының Президиумы ағзаһы итеп һайлана.
ВКП(б)-ның XVI съезы делегаты. 1934 йылда СССР-ҙың Яҙыусылар союзының Президиумы ағзаһы итеп һайлана.
1949 йылдың 19 ғинуарында вафат була. Мәскәүҙә Нводевичье зыяратында ерләнгән (1-се һанлы участка).
А. С. Серафимовичтың улы Анатолий Граждандар һуғышы ваҡытында һәләк булған.
Хәтер
1933 йылды Усть-Медведицкая станицаһының исеме Серафимович тип үҙгәртелә (хәҙерге Волгоград өлкәһендәге ҡала).
Серафимович ҡалаһында 1949 йылдың 17 майында яҙыусыға дача итеп бирелгән өйҙә А. С. Серафимовичтың әҙәби йорт-музейы асыла. 1989 йылда Усть-Медведицкаяның 400 йыллығына Усть-Медведицкая казактары тарихы дәүләт музейы асыла, уның составына Серафимовичтың музейы ла инә[3].
1949 йылда Волгоград дәүләт педагогия университетына яҙыусының исеме бирелә. 1981 йылда вуздың төп бинаһы алдында А. С. Серафимовичтың бюсы ҡуйыла. Университет яҙыусының исемен бер нисә тиҫтә йыл йөрөтә.
Серафимович урамдары Мәскәүҙә, Минскийҙа, Ҡазанда, Белгородта, Кировта, Энгельста (Саратов өлкәһе), Архангельскийҙа, Петрозаводскийҙа,Дондағы Ростовта, Геленджикта, Мәскәү өлкәһе Томилино ҡасабаһында, Новосибирскийҙа, Воронежда урам һәм тыҡырыҡ, Украинаның Донецк өлкәһе Макеевка ҡалаһында, Украинаның Луганск өлкәһе Брянка ҡалаһында бар.
Мезень ҡалаһында(Архангельск өлкәһе), Владикавказда, шулай уҡ Ульяновскийҙа Серафимович урамы бар.
Яҙыусы 1896 йылдың 15 декабренән алып 1898 йылдың 18 ғинуарына тиклем Мариуполдә йәшәгән Георгиевская урамындағы 37 һанлы йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. А. С. Серафимович исеме шулай уҡ ҡаланың Ильичевск районындағы бер урамға бирелгән.
|