Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
йы
24 юл:
 
== Тарихы ==
[[Файл:Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы логотибы|thumb|right|250px|Гимназияның эмблемаһы]]
Мәләүез ҡалаһында башҡорт гимназияһын төҙөү тураһында ҡарар 1993 йылда ҡабул ителә. 1994 йылдың 15 октябрендә уҡыу йортоноң нигеҙенә тәүге таш һалына, ә 1996 йылдың 1 сентябрендә ул 6-сы лицей базаһында эшләй башлай<ref>[http://bash-news.ru/92363-pokoryaya-novyie-i-novyie-vershinyi.html Покоряя новые и новые вершины - новости Мелеуза]</ref>. Был башҡорт гимназияһы тантаналы рәүештә 1997 йылдың 28 февралендә асыла<ref name="гимназия" />. Тәүге директоры итеп [[Малабаева Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы]] була. Гимназия 2004 йылда «Рәсәй иң яҡшы мәктәптәре» бөтә Рәсәй конкурсының региональ этабында «Мәктәптәрҙең мәктәбе» номинацияһында икенсе урынды, ә киләһе йылда беренсе урында яулай. 2005 йылда [[Мәләүез районы]]ның иң яҡшы мәктәбе тип таныла. 2007 йылда гимназия эргәһендә 120 уҡыусы өсөн интернат асыла. Асыу тантанаһында Башҡортостандың шул ваҡытта президенты [[Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы]] ҡатнаша. Интернатты төҙөү эштәренең дөйөм хаҡы — 36 миллион һум<ref>[http://www.bashinform.ru/news/156470-v-meleuze-byl-otkryt-internat-bashkirskoy-gimnazii-n9/ В Мелеузе был открыт интернат башкирской гимназии N9]</ref>. 2008 йылда гимназияға [[Кинйә Арыҫланов]] исеме бирелә. 2014 йылда «Иң яҡшы белем биреү сайты — 2014» республика конкурсында «Мәктәп сайты» номинацияһында бүләккә лайыҡ була.