Башҡорт ғәскәре (1917—1919): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
43 юл:
Башҡорт ғәскәренең ойошторолоуы 1917-1921-се йылдарҙағы [[Башҡорт милли хəрəкəте|башҡорт милли хәрәкәтенең]] ҡушма өлөшө булып тора.
 
[[1917 йыл]]дың 8-20 декабрендә [[Ырымбур]] ҡалаһындағы [[Каруанһарай|Каруанһарай]]ҙа үткән [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы (съезы)]] автономия мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн булдырылған милли ҡораллы формированиеларҙы законлаштырҙы. Башҡорт ғәскәрен Башҡортостандың эске улустарында булдырырға ҡарар ителә, сөнки Ырымбурға [[Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы|Ҡыҙыл армияһы]] отрядтары яҡынлашҡан була. Ошо ҡарарға ярашлы, [[1918 йыл]]дың 5 ғинуарында, ҙур булмаған башҡорт отряды (командующийы [[Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы|Ғ. С. Мағазов]]), шулай уҡ [[Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы|Ә. Б. Ҡарамышев]] менән [[Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәли улы|Ғ. С. Иҙелбаев]] етәкселегендәге кавалерия һәм пехота отрядтары республиканың үҙәк улустарына табан йүнәлештә юлға сығалар
<ref>[http://bashkorttar.ru/?p=1043 Әҙерлек мәсьәләләре тураһында союзник]</ref>.
 
Башҡорт Үҙәк Шураһы [[Рәсәйҙәге Граждандар һуғыш\\ыһуғышы]] башынан алып үҙенең нейтралитеты тураһында бер нисә мәртәбә хәбәр итә:<blockquote class="">«Беҙ большевиктар ҙа, меньшевиктар ҙа түгел, беҙ тик башҡорттар ғына. Ҡайһы яҡта беҙ булырға тейеш? Бер яҡта ла түгел. Беҙ үҙ яғыбыҙҙа… Ике миллионлы башҡорт халҡы ошондай әһәмиәтһеҙ сәйәси мәрәкәлә уйынсыҡ була алмай..»</blockquote>Әммә 1918 йылдың 16- сы февраленән 17 — се февралгә ҡараған төндә Ырымбур Мосолман Хәрби — Революцион комитеты частары (МВРК) Башҡорт Хөкүмәтенең 7 ағзаһы ([[Мутин Илдархан Ибраһим улы|И. М. Мутин]],[[Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы| А. Н. Йәғәфәров]],[[Мирасов Сәғит Ғөбәйҙулла улы| С.Ғ. Мирасов]], [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә.- З. Вәлидов]],[[Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы| Ғ. Я. Айытбаев]], [[Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы|А. К. Әҙеһәмов]], И. Сәлихов) ҡулға алынғандан һуң нейтралитет тураһындағы ҡарар үҙгәрә. 1918 йылдың 2 мартында [[Баймаҡ]]та [[Самуил Моисеевич Цвиллинг|С. М. Цвиллинг]] фарманына ярашлы Баймаҡ эшсе — депутаттар советы вәкилдәре иректә ҡалған Башҡорт хөкүмәтәнең башҡа ағзаларын да ҡулға алалар. 1918 йылдың 4 мартында Ә. Б. Ҡарамышев етәкселендәге башҡорт отрядтары Баймаҡты ҡамауға алалар. Улар Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итеүҙе талап итә, әммә 6 мартта Ырымбурҙан килгән ҡыҙылармеецтар отряды ҡамауҙы кире ҡаға. 7 мартта эшселәр һәм ҡыҙылармеецтар хөкөмө буйынса Башҡорт хөкүмәтенең ике ағзаһы һәм автономияның хакимиәт органдарының башҡа вәкилдәре атып үлтерелә.
 
1918 йылдың 5 мартында Ырымбур губерна революцион комитеты бөтә башҡорт улустарына ҡәтғи характерҙағы телеграмма ебәрә: <blockquote class="">«Башҡорттар … үҙ отрядтарын офицерҙар, юнкерҙар һәм төрлө ҡәбәхәттәр менән Совет халыҡ власына ҡаршы ойошторалар. Атаман [[Дутов Александр Ильич |Дутов]]ҡа революцияға ҡаршы көрәш алып барырға ярҙам иткән элекке Башҡорт өлкә советы ревкомы ҡарарына ярашлы ҡулға алынды. Ревком бөтә башҡорттарға һәм уларҙың ойошмаларына кисектермәҫтән ҡоралһыҙланырға, барлыҡ ҡоралдарын урындағы советтарға һәм ҡыҙылгвардиясыларға тапшырырға; бөтә йәшенеп йөрөгән…офицерҙарҙы һәм юнкерҙарҙы тотоп бирергә, юлбаҫарса һөжүмдәрҙе туҡтатырға бойора. Әгәр өс көн эсендә был талап үтәлмәһә, Ревком ҡулға алынған Өлкә советын атып үлтерәсәк, һәм Совет власына ҡаршылыҡта шик уятҡан бөтә башҡорт ауылдары ер йөҙөнән артиллерия һәм пулеметтар менән юҡ ителәсәк».</blockquote> 1918 йылдың 3 апрелендә [[Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы|Ә. Б. Ҡарамышев]] етәкселендәге берләшкән башҡорт отрядтары һәм казактар Ырымбур төрмәһенән Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын азат итәләр.