Пакистан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: <!-- → <!--- (10) using AWB
5 юл:
|Герб =[[File:State_emblem_of_Pakistan.svg|100px]]
|Флаг = [[File:Flag of Pakistan.svg|100px]]
 
<!-- |Вместо герба= -->
|Девиз=Iman, Ittehad, Nazm (Иман, Берҙәмлек, Тәртип )
|Название гимна=Qaumi Tarana
 
<!-- |Аудио= -->
|Форма правления=[[ҡатнаш республика]]
|Государственная религия=[[ислам]] ([[суннизм|суннит]] мәғәнәһендә)
21 юл:
|Дата независимости = [[14 август]] [[1947]]
|Независимость от = [[Бөйөк Британия|Бөйөк Британия]]
 
<!-- |Дата ликвидации= -->
<!-- |Причина ликвидации= -->
|Столица = [[Исламабад]]
|Крупнейшие города = [[Карачи]], [[Лахор]], [[Фейсалабад]]
Юл 45 ⟶ 44:
|Валюта = [[пакистан рупияһы]], ([[ISO 4217|PKR, код 586]])
|Домен = <code>[[.pk]]</code>
 
<!--|ISO=-->
|Телефон коды = 92
|Сәғәт поясы=+5<ref>[http://www.timeanddate.com/worldclock/timezone.html?n=106 Daylight saving time dates for Pakistan – Islamabad between 2010 and 2019]</ref>
 
<!-- |Иҫкәрмәләр= -->
<!-- |Флагы һәм гербы юҡ=* -->
<!-- |Гимны юҡ=* -->
}}
'''Пакиста́н''' ({{lang-ur|پاکِستان}} {{IPA|[paːkɪˈst̪aːn]}}  — «таҙалар ере», {{lang-en|Pakistan}} {{IPA|[ˈpækɪstæn]}} йәки {{IPA|[pɑːkiˈstɑːn]}}), тулы атамаһы  — '''Пакиста́н Исла́м Респу́бликаһы''' ({{lang-ur|اسلامی جمہوریہ پاکِستان}} Ислами́ Джумхури́йе Пакиста́н, {{lang-en|Islamic Republic of Pakistan}})  — Көньяҡ [[Азия]]лағы [[дәүләт]]. Суверенлы сәйәси ойошма сифатында Пакистан [[1947 йыл]]да [[Британия Һиндостаны]] территорияһын бүлеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә{{sfn|Пакистан тарихы|2008|с=5}}.
Пакистанды көньяҡтан [[Ғәрәбстан диңгеҙе]] йыуа, көньяҡ-көнбайышта [[Иран]], төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта [[Афғанстан]], төньяҡ-көнсығышта [[Ҡытай Халыҡ Республикаһы|Ҡытай]] һәм көнсығышта [[Һиндостан]] менән сиктәш. Ҡоро юл сиктәре:Һиндостан  — 2 912  км, Афғанстан  — 2 430  км, Иран  — 909  км, Ҡытай  — 523  км.
Пакистан  — халыҡ һаны буйынса донъяла алтынсы һәм мосолман халҡы һаны буйынса (яҡынса 193  млн кеше) [[Индонезия]]нан ҡала икенсе урында  — 191 045 616 кеше. (2016) Пакистан [[[[Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы|БМО]], [[Милләттәр берҙәмлеге]], [[Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы]], [[Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы]] ҡатнашыусыһы, шулай уҡ үҫешеүсе илдәрҙең ойошмаһы «[[Төркөм 77]]» ағзаһы.
 
== Тарихы ==
Юл 63 ⟶ 60:
[[Файл:سلطان محمود غزنوی.JPG|thumb|[[Мәхмүт Ғәзнәви|солтан Мәхмүт Ғәзнәүи]]ҙең һүрәте, ул йыйылған дворяндар менән бергә үҙенең һарайында.]]
[[Файл:Maharajah Duleep Singh (1838-1893), entering his palace in Lahore, escorted by British troops.jpg|thumb|[[Сикхск дәүләте|сикхск хакимлығы]] осоронда емерелгән манаралы [[Бадшахи мәсете]]]]
Беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыллыҡтарҙа Пакистан территорияһында кешелек тарихында иң боронғо цивилизацияларҙың береһе  — [[Инд цивилизацияһы|Харапп]]тарҙың үҙәге була. Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта Пакистан территорияһына [[арийҙар]] урынлаша. [[Александр Македонский]]ҙың көнбайыш һинд мегаполистарына ([[Таксила]] кеүектәр) походтары һөҙөмтәһендә [[эллинизм]] мәҙәниәте тәьҫир итә. Ҡеүәтле [[Ҡушан батшалығы]]  — беренсе [[буддизм]] таралыу сығанағы барлыҡҡа килә.
Беҙҙең эраның [[VIII быуат]]ында ил территорияһында [[ислам]] тарала башлай. Урта быуаттарҙа башында [[Газневидтар]] һәм [[Гуридтар]] торған эре мосолман дәүләттәре барлыҡҡа килә. [[XIII быуат]]та ил территорияһы [[Монгол империяһы]] составына инә. Монгол империяһы тарҡалғас, территория [[Тимуридтар]] дәүләтенә инә, был дәүләт үҙе бер нисә дәүләткә тарҡала. Тимуридтар династияһы вәкилдәренең береһе [[XVI быуат]]та [[Бөйөк Моголдар империяһы]]на нигеҙ һала. [[XVIII быуат]]та [[Бөйөк Моголдар империяһы]] тарҡалғас [[Синд]]та, [[Белуджистан]]да, [[Пенджаб]]та [[сикх]] [[милләтселеге]] күтәрелә башлай.
 
Юл 69 ⟶ 66:
{{See also|Пакистан хәрәкәте }}
[[XIX быуат]]та хәҙерге Пакистандың территорияһы инглиз ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған һәм [[Британия Һиндостаны]] составына керетелгән була.
Дәүләтте рухи яҡтан ойоштороусыларҙың береһе шағир, сепаратистар тенденцияһы лидерҙары ойошмаһы [[Мосолман лигаһы]] башлығы [[Мөхәммәт Иҡбал]] була. Тап Иҡбал [[1930 йыл]]да [[Пенджаб]], [[Синд]], [[Төньяҡ-көнбайыш сиктәш провинция]] (СЗПП) һәм [[Белуджистан]] ингән бойондороҡһоҙ мосолман дәүләте төҙөргә тәҡдим итә. Дәүләттең исемен [[1933 йыл]]да уҡ [[Кембридж]]да уҡып йөрөгән мосолман-студент [[Чаудхури Рәхмәт Әли]] тәҡдим итә. Пакистан тура мәғәнәһендә «таҙалар иле» тигәнде аңлата, был [[акроним]]: «П»  — [[Пенджаб (Пакистан)|Пенджабтан]], «А»  — сик буйы афғанлынан (йәғни СЗПП [[пуштун]]дарынан), «К»  — [[Кашмир]]ҙан, «С»  — [[Синд]]тан, ә «тан»  — [[Белуджистан]]дан. [[1940 йыл]]дың 24 мартында [[Лахор]]ҙа бойондороҡһоҙ дәүләттә мосолман ойошмаһының йәшәү принциптарын иғлан итеүсе тарихи [[Лахор резолюция]]һы ҡабул ителә.
 
=== Хәҙерге осор ===
[[1947 йыл]]да [[Британ Һиндостанын бүлгесләгәндә]] [[Бөтә Һиндостан мосолман лигаһы|Мосолман лигаһы]] тырышлығы менән{{sfn|Пакистан тарихы|2008|с=63}} Пакистан дәүләте төҙөлә. Был дәүләткә [[Индостан]]дың күпселек мосолмандар йәшәгән төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш райондары инә. Пакистандың үҙаллы административ берәмеге сифатында беренсе генерал-губернаторы [[Джинна]], илдең беренсе премьер-министры  — [[Лиакат Али Хан]] була. 1958 йылда илдә беренсе [[Пакистанда хәрби түңкәрелеш (1958)|хәрби түңкәрелеш]] була, власҡа генерал [[Мөхәммәт Әйүп Хан]] килә.
 
[[1965]] һәм [[1971 йыл]]дарҙа Пакистан [[Һиндостан]] менән [[һинд-пакистан конфликты|һуғыштар]] алып бара. 1971 йылда [[Көнсығыш Пакистан]] бойондороҡһоҙ дәүләт [[Бангладеш]] булып китә. [[1977 йыл]]да [[Пакистанда хәрби түңкәрелеш (1977)|хәрби түңкәрелеш]] була. Был ваҡытта Пакистан [[АҠШ]] яҡлы булып сығыш яһай һәм күрше Афғанстанда хөкүмәткә ҡаршы һуғыш алып барыусы мөжәһиттәрҙе яҡлай. Пакистанда мөжәһиттәрҙең күнекмә үткәреү лагерҙары урынлаша. Президент [[Зия-уль-Хак, Мөхәммәт|Зия-уль-Хак]] авиаһәләкәттә үлгәндән һуң [[1988 йыл]]дың 17 авгусында власть граждан хөкүмәтенә күсә.
Юл 82 ⟶ 79:
[[2008 йыл]]дың 18 февралендә Пакистанда дөйөм һайлауҙар үтте, әммә [[Бәнәзир Бхутто үлтерелеү]] арҡаһында һайлау 2008 йылдың 8 ғинуарына күсерелә. Һайлауҙарҙа Пакистан халыҡ партияһы күпселек тауыш ала һәм [[Пакистан мосолман лигаһы]] менән альянс төҙөй. 2008 йылдың 18 авгусында Пәрүәз Мөшарраф [[импичмент]] хәүефе шарттарында Пакистандың президенты посынан китә. Был хәлдән һуң башланған президент һайлауҙары барышында Пакистан халыҡ партияһы кандидаты [[Асиф Али Зардари]] еңеү яулай һәм Пакистандың президенты булып китә.
 
[[2009 йыл]]дың июненә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса<ref>Пакистан//Сит ил хәрби күҙәтеүе, №  6 2009</ref> Пакистандың [[Афғанстан]] менән сиктәш территорияһы был дәүләттең властары тарафынан бөтөнләй контролләнмәй. 2009 йылдың 7 майында Пакистандың премьер-министры Йосоп Реза Ғиләни армияға террорсыларҙы юҡ итергә бойороҡ биреүе тураһында иғлан итә. [[Сват (Пакистан)|Сват округыны]]ң административ үҙәге  — [[Мингора]] ҡалаһын баҫып алыу маҡсатында авиация, танктар һәм артиллерия ҡулланып һуғыш башлана.
{{See also|Пакистанда болғаныштар (2011)}}
[[2011 йыл]]дың 28 апрелендә [[Афғанстан]] менән Пакистан араһында {{тәржемәләнмәгән3|Ангур-Ада|Ангур-Ада|en|Angoor Ada}} ҡалаһы эргәһендә [[Афған-пакистан сик буйы конфликты|сик буйы конфликты]] була. Афғанстандың ҡораллы көстәренең 12 һалдаты һәм Пакистандың бер [[Пакистандың сик буйы корпусы|пограничнигы]] һуғыш барышында һәләк була. Өс пакистан пограничнигы һәм Ангур-Аданың һигеҙ тыныс халҡы яралана<ref>{{cite news|url=http://tribune.com.pk/story/157727/afghan-forces-attack-pakistan-army-check-post-4-wounded/|title=Pak-Afghan relations: Border clash mars peace overtures|publisher=|date=28 апреля 2011}}</ref>.
Юл 89 ⟶ 86:
 
=== Дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәре ===
Пакистан  — [[Ҡатнаш республика|ҡатнаш типтағы]] [[федерация|федератив республика]], 4 [[провинция]]нан тора: ([[Пенджаб]], [[Синд]], [[Хайбер-Пахтунхва]] (элекке Төньяҡ-Көнбайыш сик буйы провинцияһы) һәм [[Белуджистан (Пакистан)|Белуджистан]]). Провинцияларҙан тыш Пакистан составына, һиндостан дәғүәләшкән, [[Федераль идара ителеүсе ҡәбиләләр территориялары]] һәм [[Гилгит-Балтистан]] һәм [[Азат Кашмир|Ирекле Кашмир]] региондары инә (һуңғыһы Пакистан тарафынан бойондороҡһоҙ дәүләт тип таныла, ләкин ысынбарлыҡта уның бер өлөшө булып тора). Дәүләттең төп документы булып [[1972 йыл]]да ҡабул ителгән [[конституция]] тора. [[Пакистан Конституцияһы|1972 йылғы Конституция]] [[1977 йыл]]да юҡҡа сығарыла, [[1985 йыл]]да тергеҙелә һәм хәҙерге көндә төҙәтмәләр индерелеп үҙ көсөндә. Пакистан дәүләтселегенең төп институттары илдең бойондороҡһоҙ үҫешенең беренсе йылдарында барлыҡҡа килгән.
Пакистандың Беренсе Конституцияһы [[1956 йыл]]дың [[23 март]]ында ҡабул ителә. Конституцияла илдең президенты мосолман булырға тейеш тигән ҡағиҙә теркәлгән. Был мәҡәлә [[Әйүп Хан, Мөхәммәт|Әйүп Хан]] осоронда ғәмәлдә булған [[1962 йыл]]дағы конституцияла ла һаҡланған. [[1972 йыл]]да [[1977 йыл]]ға тиклем ғәмәлдә булған яңы Конституция ҡабул ителә. Генерал [[Зия-уль-Хак]] етәкселегендәге хәрби түңкәрелештән һуң уның көсө [[1985 йыл]]ға тиклем туҡтатыла. Уға ярашлы [[ислам]] илдең [[дәүләт религияһы]] булып тора.
 
=== Башҡарыу власы ===
Дәүләт башлығы булып [[президент]] тора, әлеге ваҡытта  — [[Мамнун Хөсәйен]]. Президент федераль [[парламент]] тарафынан 5 йыл осорға һайлана.
Пакистан Президенты була һәм түбәндәге хоҡуҡтарға эйә:
* илдең ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы була
Юл 110 ⟶ 107:
=== Закондар сығарыу власы ===
[[Файл:SD Lhe-JHL-ISB-MTRWY Jul 07 127.jpg|250px|thumb|right|Парламент бинаһы]]
Пакистан парламенты ике палатанан  — [[Пакистан Сенаты|Сенаттан]] һәм и [[Пакистандың Милли ассамблеяһы|Милли ассамблея]]нан тора.
Сенат федераль парламенттың түбәнге палатаһы һәм провинцияларҙың закон сығарыу йыйыны депутаттары мажоритар схема буйынса һайлаған 100 ағзанан тора. Сенаттың вәкәләтлек срогы  — 6 йыл. Сенат составының өстән бер өлөшө һәр ике йыл һайын яңыртыла. Сенат рәйесе  — [[Раббани, Раза|Раза Раббани]].
Милли ассамблея 342 депутаттан тора, шуларҙың 272-һе халыҡ тарафынан тура йәшерен тауыш биреү юлы менән пропорциональ вәкиллек системаһы буйынса 5 йылға һайлана. 60 урын ҡатын-ҡыҙҙарға бирелгән, 10 урын дини аҙсылыҡ вәкилдәренә һаҡлап тотола. Милли ассамблея Спикеры  — [[Садиҡ, Сардар|Сардар Садиҡ]].
 
=== Суд власы ===
Юл 121 ⟶ 118:
 
=== Провинциаль органдар ===
Провинциялар менән {{нп5|Баш министр (Пакистан)|баш министрҙар||Chief Minister (Pakistan)}} идара итә. Провинцияларҙың закон сығарыу органдары  — халыҡ һайлап ҡуйған провинциаль ассамблеялар. Башҡарма власты президент тәғәйенләп ҡуйған губернаторҙар һәм провинциаль ассамблеялар раҫлаған провинция хөкүмәттәре тормошҡа ашыра.
 
== Ҡораллы көстәре ==
[[Файл:Pakisan First.jpg|left|thumb|200px|[[Пакистандың хәрби-диңгеҙ көстәре|Пакистандың хәрби-диңгеҙ флоты]] офицерҙары.]]
Пакистандың ҡораллы көстәре һаны буйынса донъяла алтынсы урында<ref>[http://www.stolitsa-plus.ru/info/tv/4/88665/ Телеканал Баш ҡала плюс: Программа «Иҫәп башы»]</ref>. Ҡораллы көстәргә ҡоро ер ғәскәре, хәрби флот, хәрби һауа көстәре һәм урындағы конфликттарҙы көйләүҙә ҡатнашыусы ярым армия формированиеләре инә. Пакистан ядро ҡоралына эйә.
Пакистанда армияның йоғонтоһо һәр саҡ ҙур булды. Генералдар йыш ҡына граждандар администрацияһына ҙур вазифаларға күсәләр, илдең сәйәси ваҡиғаларында әүҙем ҡатнашалар, ғәҙәттән тыш хәл индерәләр һәм хөкүмәт өҫтөнән контроллек итәләр. Шундай һуңғы миҫал  — [[Мушарраф, Первез|Первез Мушарраф]] етәкселегендә [[1999 йыл]]дағы хәрби түңкәрелеш.
Пакистан армияһы Һиндостан менән өс ҙур конфликтта (1947, 1965 һәм 1971), [[Каргиль һуғышы]]нда ҡатнаша.
 
Юл 156 ⟶ 153:
! |Статус
! |Майҙаны<ref>[http://www.infopak.gov.pk/BasicFacts.aspx Information of Pakistan]</ref>,<br />км²
! |Халҡы<ref>[http://www.observingliberalpakistan.blogspot.fr/2012/03/census-preliminary-pakistan-population.html census-preliminary pakistan population]</ref><ref>[http://www.citypopulation.de City Population  — Statistics & Maps of the Major Cities, Agglomerations & Administrative Divisions for all Countries of the World]</ref>,<br />кеше (2011)
! |Тығыҙлығы,<br />кеше/км²
|-----
Юл 260 ⟶ 257:
=== Географик урыны ===
[[Файл:Пакистандың Физик картаһы.png|250px|thumb|Пакистандың Физик картаһы]]
Пакистан [[Көньяҡ Азия|көньяҡ Азия]]ның төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ- көнсығышҡа 1500 км-ға һуҙылған. Пакистан сиктәрендә өс орографик өлкә айырып ҡарарға була  — көнсығыш тигеҙлеге, урта таулы көнбайыш һәм бейек таулы төньяҡ. Пакистан территорияһының көньяғын тәпәш, бер аҙ йырғысланған яр яһаусы [[Аравий диңгеҙе]] һыуҙары йыуа.
 
=== Рельеф ===
[[Файл:K2 8611.jpg|thumb|left|280px|[[Чогори]]  — бейеклеге буйынса донъяла икенсе урында торған тау (8611 м).]]
[[Файл:Hunza Valley from Eagle Point.jpg|right|thumb|[[Гилгит-Балтистан]]]]
[[Инд]] үҙәненең аллювиаль уйһыулығы Индостан [[боронғо платформалар|платформа]]ларының ситендә урынлашҡан [[Индо-Ганг тигеҙлеге]]нең көнбайыш өлөшө булып тора. Ул тулыһынса тиерлек 200  м аҫта ята һәм бәләкәй ауышлыҡтағы бер төрлө үҙгәрешһеҙ рельефы менән айырылып тора. Индтың һул яҡ яры буйлап уйһыулыҡтың ҙур өлөшөн [[Тар (сүллек)|Тар сүллеге]] биләй. Пакистандың көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш өлөштәрен 3452 метрға тиклем бейеклектәге параллель тиерлек тауҙар сылбыры төҙөгән Иран таулыҡтарының  — Макран, [[Киртхар (һырт)|Киртхар]], Чагаи, Тобакакар, [[Сөләймән тауҙары]] сит һырттары биләй. Һырттарының [[Аравий диңгеҙе]]нә һәм [[Индо-Ганг тигеҙлеге]]нә ҡараған бите  — текә; ҡапма-ҡаршы, [[Белуджистан]] яҫы таулығына ҡарай тәпәшәйгән бите  — һөҙәк. Белуджистан сиктәрендә бейек (3000 м-ға тиклем), сағыштырмаса тигеҙ участкалар күп һандағы ҡоро йылға үҙәндәре менән бүлгесләнгән тау аралары соҡорҙары менән сиратлашып килә. Тәрән йырғысланған йылға үҙәндәре булған һәм эре боҙлоҡтар менән ҡапланған ҙурыраҡ тауҙар теҙмәһе Пакистандың алыҫ төньяғында урынлашҡан. Был тауҙар теҙмәһе [[Гиндукуш]], [[Гималаи|Гималайҙар]] һәм [[Каракорум (тау системаһы)|Каракорум]] тауҙар системаларына ҡарайҙар. Һуңғыһы [[Кашмир]]ҙың Пакистан тарафынан контролләнгән өлөшөндә урынлашҡан. Илдең иң бейек нөктәләре  — Гиндукуштағы [[Тиричмир]] тауы (7690 м) һәм Каракорумдағы [[Чогори]] тауы (8611 м). Пакистан территорияһында 7000 метрҙан бейегерәк 40 тирәһе түбә бар. Пакистандың бөтә таулы райондары йәш Альп-Гималай [[йыйырсыҡлы пояс|хәрәкәтсән пояс]]ына ҡарай.
Мөһим ҡаҙылма байлыҡтары булып [[Индостан платформаһы]] ситтәрендәге ултырма комплексҡа тап килгән [[нефть]], газ, таш күмер һәм йыйырсыҡлы өлкәләрҙәге ҡара һәм төҫлө металл рудалары тора.
 
=== Климаты ===
Пакистанда климат ҡоро континенталь тропик, төньяҡ-көнбайышта  — субтропик, илдең төньяғында тауҙарҙа  — дымлыраҡ с чётко выраженной высотной поясностью. Ҡыш тигеҙлектә йылы (12-16  °C, яр буйында 20 °C-ҡа тиклем), бейек таулыҡта  — ҡаты (−20 °C-ҡа тиклем). Йәй эҫе (сүллектә 35  °C, яр буйында 29  °C, тауҙарҙа һәм Иран таулығының яҫы таулыҡтарында 20-25  °C), бейек тауҙарҙа  — һыуыҡ (5000 м-ҙан ҙурыраҡ бейеклектә  — 0 °C-тан түбән). Йылына яуым-төшөм Тар сүллегендә 50 мм-ҙан, Синдтә 100—200 мм-ға тиклем, үҙәндәрҙә һәм Иран таулыҡтарының яҫы таулыҡтарында 250—400  мм, тау ҡыҙырымында 350—500 мм һәм илдең төньяғындағы тауҙарҙа 1000—1500  мм. Яуым-төшөмдөң күп өлөшө көньяҡ-көнбайыш муссон ваҡытында (июль  — сентябрҙа), Иран таулыҡтарыында  — ҡышҡы-яҙғы осорҙа яуа.
2015 йылдың июнендә Пакистандың көньяҡ провинцияларында [[Пакистанда аномаль эҫелек (2015)|аномаль эҫелек]] булды. Ҡайһы бер ҡалаларҙа температура 49°С-ҡа етте, бер нисә көн эсендә һыуһыҙланыуҙан һәм эҫе ҡабыуҙан 1200-ҙән артыҡ кеше һәләк булды.
 
=== Гидрология ===
Пакистандың иң ҙур йылғаһы Инд, уның бассейнына илдең ҙур өлөшө инә. Көнбайыш өлөшөндәге йылғалар  — йәки аҡмай торған, йәки урында Аравий диңгеҙенә ҡоялар. Индтың иң ҙур төп ҡушылдығы  — [[Пенджаб (регион)|Пенджабты]]ң төп йылғаларынан (Чинаб, Рави, Джелам, Биас) һыу йыйыусы һәм эре һуғарыу каналдарына (Дипалпур, Пакпаттан, Панджнад) һыу биреүсе [[Сатледж]]. Эре йылғаларҙа муссон ямғырҙар һәм тауҙарҙағы боҙҙарҙың иреүе менән бәйле йәйге ташҡындар күҙәтелә.
 
=== Милли парктар ===
Юл 280 ⟶ 277:
Пакистандың милли парктары күркәм пейзаждарҙы һәм кеше аяғы баҫмаған тәбиғәтте тәбиғи хәлендә һаҡлау өсөн булдырылғандар. Пакистанда [[Тирә яҡ мөхитте һаҡлау]] һәм яҡлау тәү башлап 1973 йылғы Конституцияға индерелә, ләкин тирә яҡ мөхитте һаҡлау тураһындағы Ҡарар тик 1983 йылда ҡабул ителә<ref name="government_ajk">{{cite web|url=http://forest.ajk.gov.pk/index.php?option=com_content&view=article&id=72&Itemid=103|title=Protected areas of AJK|work=forest.ajk.gov.pk|publisher=Government of Azad and Jammu Kashmir|year=2009|accessdate=19 февраль, 2011|archiveurl=http://www.webcitation.org/6177KzS8h|archivedate=2011-08-22}}</ref>. Ҡабул ителгән закондарға ярашлы, «Хәҙерге заман һаҡланыусы территориялар», [[милли парк]]тар фәнни тикшеренеүҙәр, ял итеү, белем алыу өсөн ҡулланылырға мөмкиндәр. Уларҙа юлдар, ял йорттары төҙөү, ерҙе [[ауыл хужалығы]]нда ҡулланыу өсөн эшкәртеү, һыуҙы бысратыу, [[атыу ҡоралы]]н ҡулланыу, ҡырағай хайуандарҙы аулау тыйыла<ref name="review_PAS">{{cite web|url=http://dergiler.ankara.edu.tr/dergiler/47/1155/13587.pdf|title=Review of 'Protected Areas System' in Pakistan: Present status and problems concerning future development (Page 8, 9, 15)|publisher=Ankara University|work=dergiler.ankara.edu.tr|year=2010|accessdate=19 февраль, 2011|archiveurl=http://www.webcitation.org/6177LYg2O|archivedate=2011-08-22}}</ref>. Парктар менән түбәндәге дәүләт ведомстволары идара итә: Тирә яҡ мөхитте һаҡлау буйынса Министерство һәм биотөрлөлөк буйынса Идара<ref name="cbd_pakistan">{{cite web|url=http://www.cbd.int/doc/meetings/nr/4nrcbw-asi-01/other/pakistan-en.pdf|title=(Fourth national report) Biodiversity of Pakistan: Status trends and threats|work=cbd.int|publisher=Convention on Biological Diversity, International|accessdate=19 февраля, 2011|archiveurl=http://www.webcitation.org/6177M7doa|archivedate=2011-08-22}}</ref>.
 
2010 йылға ҡарата Пакистанда 25 милли парк бар, уның 19-ы дәүләт ҡарамағында, ә ҡалғандары шәхси ҡулдарҙа<ref name="review_PAS"/>. [[Бахавалпур]] районында бик боронғо Лал Суханра паркы 1972 йылда булдырылған<ref name="parc_gov_report">{{cite web|url=http://www.parc.gov.pk/CountryReport.pdf|title=Country Report on Plant Genetic Resources for Food and Agriculture – Pakistan|publisher=Pakistan Agricultural Research Council|work=parc.gov.pk|accessdate=19 февраль, 2011|archiveurl=http://www.webcitation.org/6177MZ8YK|archivedate=2011-08-22}}</ref>. Был илдең бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткәнгә тиклем булдырылған берҙән бер милли парк, бынан тыш, был Пакистандың берҙән бер [[Кеше һәм биосфера|биосфера]] заповеднигы<ref name="parc_gov_report"/>. Һуңғы парктарҙың береһе, Кала Читта, 2009 йылда булдырылған<ref name="parc_gov_report"/>. [[Гилгит-Балтистан]]дағы Үҙәк Ҡараҡорум илдең иң ҙур милли паркы, дөйөм майҙаны 1 390 100 гектар тәшкил иткән территорияны биләй. Иң бәләкәй милли парк  — Айюб, дөйөм майҙаны яҡынса 931 гектар.
 
=== Үҫемлектәр донъяһы ===
[[Файл:MangoTree.jpeg|thumb|left|220px|[[Мултан]] эргәһендә манго баҡсаһы.]]
Пакистандың үҫемлектәр донъяһы  — башлыса ярымсүллек һәм сүллек үҫемлектәре, Тар сүллегендә  — иң ярлыһы, унда күпселек [[ксерофиты|ксерофитлы]] ([[акация]], каллигонум…) ҡыуаҡтары һәм ҡаты үләндәр менән яртылаш береккән ҡомло түтәлдәр. Инд уйһыулығында тәбиғи үҫемлектәр донъяһы  — ярымсүллек саванналары ([[чий]], [[әрем|әремдәр]], [[каперстар]], [[астрагал]]дар…), Инд һәм башҡа йылғалар буйында  — [[туғай урмандары|туғайҙар]] һыҙаты, Аравий диңгеҙе яры буйлап Инд дельтаһында  — урыны менән [[мангрҙар|мангр әрәмәлектәре]]. Иран таулыҡтарында сәнскеле мендәр һымаҡ ҡыуаҡлыҡтарҙың ярымсүллек формациялары таралған, Белуджистан тауҙарында  — һирәк осрай торған [[фисташка]]лар һәм [[артыш]] ҡыуаҡлыҡтары. Илдең төньяғындағы тауҙарҙа 1500-3000  м бейеклектә  — айырым участкаларҙа япраҡлы ([[имән]], [[каштан]]) һәм ылыҫлы ([[ҡарағай]], [[пихта]], [[шыршы]], [[гималай кедры]]) урмандары. Ауылдарға яҡын үҙәндәрҙә  — [[финиклы пальма]], [[цитруслы]]лар, [[зәйтүн ағасы]] плантациялары, емеш-еләк баҡсалары. Һуғарыу каналдары буйлап ултыртылған [[тут ағастары]] бик йыш.
 
=== Хайуандар донъяһы ===
[[Файл:Markhor.jpg|thumb|right|160px|Бормалы мөгөҙлө кәзә тәкәһе  — Пакистандың милли символдарының береһе.]]
Пакистандың хайуандар донъяһы индо-африкан, үҙәк азиат һәм урта диңгеҙ төрҙәренән тора. Эре һөтимәрҙәрҙән тауҙарҙа [[леопард]], [[ирбис]], һоро һәм аҡ түшле [[айыу]], [[төлкө]], ҡырағай кәзәләр һәм һарыҡтар, [[фарсы ғәзәле]]; тигеҙлектәрҙә  — [[һыртлан]]дар, [[сүл бүреләре]], [[ҡабан]]дар, [[антилопа]]лар, йәйрәндәр, [[кулан]]дар, ҡырағай ишәктәр, күп һандағы [[кимереүсе]]ләр бар. Ҡоштар донъяһы бик күп төрлө: ([[бөркөттәр]], [[грифтар]], [[тауистар]], [[тутыйғоштар]]). [[Йыландар]] күп, шул иҫәптән ағыулылары, Индта [[крокодил]]дар йәшәй. Умыртҡаһыҙҙарҙан [[саян]]дар, талпандар, [[биҙгәк серәкәйе]] таралған. Аравий диңгеҙе балыҡҡа бай ([[тунец]], [[сельдь]], [[диңгеҙ алабуғаһы]], [[һинд һөмбашы]]), ҡыҫала кеүек ([[креветкалар]]) һәм диңгеҙ гөбөргәйеле .
 
== Иҡтисады ==
Пакистан  — күп тармаҡлы экономикаһы булған индустриаль-аграр ил. Ауыл хужалығы илдең экономикаһында ҙур әһәмиәткә эйә булыуын дауам итә һәм бөтә ВНП-тың 20,8  % -ын тәшкил итә, сәнәғәт тә әүҙем үҫешә һәм инде ВНП-тың 24,3%-ын тәшкил итә (2009 йыл). Шуның менән бергә ауыл хужалығында эшләүселәрҙең 43%-ы, ә сәнәғәттә  — 20%-ы мәшғүл. Эшһеҙлек кимәле  — 15,2  % (2009 йыл).
 
[[Файл:Karachi - Pakistan-market.jpg|thumb|290 px|left|Пакистанда туҡымалар кибете]]
Тәбиғәт шарттарына ныҡ бәйлелеге менән айырылып тора, ауыл хужалығы, туҡыу сәнәғәте, гидроэнергетика, һыу транспорты кеүек тармаҡтар туранан тура һауа торошона бәйле.<ref>[http://catalog.fmb.ru/pakistan7.shtml Страноведческий журнал «EconRus» " Пакистан (2004  г.)]</ref>
 
Пакистанда, төрлө факторҙарҙың бергә тәьҫире менән бәйле, хужалыҡтарҙа арауыҡ айырмалылығы ныҡ һиҙелә. Территориаль планда административ провинциялар  — Панджаб, Синд, Белуджистан һәм Хайбер-Пахтунхва, һуңғы районға ҡәбиләләрҙе лә индереп, менән яҡын тап килеүсе 4 тарихи-географик өлкә айырып күрһәтеп була. Панджаб бигерәк тә аграр етештереү менән айырылып тора, бында [[бойҙай]]ҙың, [[мамыҡ]]тың һәм [[шәкәр ҡамышы]]ның 2/3 өлөшө етештерелә<ref>[http://finpakistan.ru/ Пакистандың иҡтисади үҫеше]</ref>.
 
2000-се йылдарҙа Пакистандың иҡтисады йылына яҡынса 7  % тотороҡло иҡтисади үҫеш күрһәтте.
 
Пакистандың [[ВВП]] үҫеше 2005 финанс йылында([[30 июнь]] [[2005]] тамамланды) 8,4  % тәшкил итте. Пакистан экспортының 2/3 өлөшөн туҡыу һәм тегеү сәнәғәте продукцияһы тәшкил итә. Төп аграр культуралар  — мамыҡ һәм бойҙай.
 
[[Файл:Board Bazaar Peshawar.jpg|thumb|[[Пешавар]]]]
Юл 306 ⟶ 303:
 
=== Тышҡы сауҙа ===
Экспорт (30,9  млрд долл. 2011 йылда)  — туҡыма, дөгө, күн әйберҙәр, келәмдәр.
 
Төп һатып алыусылар  — [[АҠШ]] 15,8  %, [[Афғанстан]] 8,1  %, [[Берләшкән Ғәрәп Эмираттары]] 7,9  %, [[Ҡытай]] 7,3  %, [[Бөйөк Британия]] 4,3  %, [[Германия]] 4,2  %.
 
Импорт (39,35  млрд долл. 2011 йыл)  — нефть, нефть продукттары, машиналар, пластмассалар, транспорт саралары, тимер һәм ҡорос, сәй.
 
Төп һатып алыусылар  — Берләшкән Ғәрәп Эмираттары 16,3  %, [[Сауд Ғәрәбстаны]] 12,2  %, Ҡытай 11,6  %, [[Кувейт]] 8,4  %, [[Сингапур]] 7,1  %, [[Малайзия]] 5  %.
 
=== Валютаһы ===
Юл 320 ⟶ 317:
[[Файл:Pakistan-demography.png|thumb|right|200px|Пакистандың демографик һыҙығы ]]
[[Файл:Pakistan population density.png|thumb|left|220px|Пакистандың халыҡ тығыҙлығы]]
Пакистан халыҡ һаны буйынса донъяла иң ҙур илдәрҙең береһе (190  млн кеше, донъяла 6-сы урын  — 2012 йылдың декабренә ҡарата). Ҡайһы бер фараздар буйынса, әлеге үҫеш тампы һаҡланғанда, [[2020 йыл]]ға Пакистан халҡы 200  млн кешенән артып китергә мөмкин.
Халҡының төп өлөшө [[Инд]] йылғаһының үҙәнендә йәшәй. Пакистандың иң ҙур ҡалалары илдең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан ([[Карачи]], [[Лахор]], [[Равалпинди]] һәм башҡалар). Илдең ҡала халҡы  — 36  % (2008 йылға ҡарата).
Этник составы: [[пенджаблылар]] 44,7  %, [[пуштундар]] 15,4  %, [[Синдхи (халыҡ)|синдхи]] 14,1  %, сарьяктар 8,4  %, мухаджирҙар 7,6  %, [[белудждар]] 3,6  % һәм башҡалары (6,3  %).
[[Файл:Kalash Tribe- Chitral district.jpg|thumb|[[Калаши]]]]
Халыҡтың 50  % тиерлек  — уҡымышлы (63  % ирҙәр һәм 37  % ҡатын-ҡыҙҙар, 2005 йыл мәғлүмәте).
 
=== Телдәр ===
Юл 341 ⟶ 338:
| 1
! [[Панджабтар]]
| 44,15  %
| --
| --
Юл 348 ⟶ 345:
| 2
! [[Пушту]]
| 15,42  %
| 14,15  %
| 12,47  %
| 10,16  %
|-
| 3
! [[Синдхи (тел)|Синдхи]]
| 14,1  %
| 9,54  %
| --
| --
Юл 362 ⟶ 359:
| 4
! [[Сирайктар (тел)|Сирайктар]]
| 10,53  %
| 9,54  %
| --
| --
Юл 369 ⟶ 366:
| 5
! [[Урду]]
| 7,57  %
| --
| --
Юл 376 ⟶ 373:
| 6
! [[Белудж теле|Белудж]]
| 3,57  %
| 3,02  %
| 2,49  %
| 3,04  %
|-
| 7
! Башҡа телдәр
| 4,66  %
| --
| --
Юл 391 ⟶ 388:
=== Дине ===
[[Файл:1S1A1871.JPG|thumb|[[Бадшахи Мәсете]]]]
Пакистан мосолман халҡының һаны буйынса донъяла икенсе ([[Индонезия]]нан ҡала)<ref>[http://islam.about.com/od/muslimcountries/a/population.htm Muslim Population  — Statistics About the Muslim Population of the World]</ref> һәм [[сөнниселек|мосолман-сөнниселәр]] һаны буйынса икенсе урында тора<ref>[http://www.pakistanpaedia.com/religion/religion_in_pakistan.html PakistanPaedia  — Religions in Pakistan]</ref>. Халыҡтың 96  % мосолман, шул иҫәптән 91  %  — [[сөнниселек|сөнниселәр]], һәм 5  %  — [[шиғисылар]].
Пакистандың дәүләт дине булып [[сөнниселек|сөннисе]] мәғәнәләге [[ислам]] тора.
Халыҡтың конфессиональ составы:
* [[мосолмандар]]  — 173 000 000 (96  %);
* [[индуисттар]]  — 3 200 000 (1,85  %);
* [[христиандар]]  — 2 800 000 (1,6  %);
* [[ахмади]]  — 291 000 (0,22  %);<ref>Пакистанда 1998 йылғы халыҡ иҫәбен алыу</ref>
* [[Сикхизм|сикхи]]  — 20 000 (0,01  %);
* [[парсы]], [[Буддизм|буддисттар]], [[Иудаизм|иудейҙар]], [[бахайҙар]] һәм [[анимизм|анимисттар]] һәм башҡалар.
Пакистан  — ахмадиҙар мосолман әҙселек түгел икәнен рәсми рәүештә таныусы берҙән бер дәүләт, сөнки улар күпселек ислам дине белгестәре фекеренә ярашлы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе һуңғы пәйғәмбәр тип һанамайҙар.<ref>Хан, Навида. [http://anthropology.jhu.edu/bin/i/d/Trespasses.pdf "Дәүләт тарафынан хоҡуҡтар боҙолоуы: Сауҙа маркаһы аша дини дилеммаға хеҙмәт итеү, «Сараи Ридер», 2005 йыл: закондар сығарыу акттары, бит 184.]</ref>
Пакистанда 1974 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙан башлап Әхмәҙей Мосолман ойошмаһы халыҡ иҫәбен алыуға бойкот яһағанлыҡтан<ref>{{cite web|url=http://www.refworld.org/cgi-bin/texis/vtx/rwmain?page=country&category=&publisher=IRBC&type=QUERYRESPONSE&coi=PAK&rid=&docid=45f1478f20&skip=0 | title=Пакистан: Пакистанда Лахор Әхмәҙей хәрәкәте ағзаларының хәле.| accessdate=April 30, 2014 }}</ref>, иҫәп алыу мәғлүмәттәренең әхмаҙейҙәргә ҡағылышлы өлөшө дөрөҫ түгел тип иҫәпләнә, ә Пакистандағы әхмәҙейҙәрҙең дөйөм һаны төрлө баһалауҙар буйынса 2-нән 5 миллионға тиклем кеше.<ref>ике миллиондан күп: {{cite web | author= Канаданың иммиграция һәм ҡасҡындар Советы| title= Күренеүенсә, 4 миллион һаны нығыраҡ ышаныслы. Ҡасҡындарҙың Канадаға иммиграцияһы. Пакистан: мосолман – әхмәҙиҙәрҙең хоҡуҡи, сәйәси һәм социаль статусы, 26 ноябрь 2008 йыл, 4 декабрь 2008 йыл| date= 2008-12-04 |url=http://www.unhcr.org/refworld/docid/49913b5f2c.html | accessdate= 2012-06-28}}</ref><ref>3 миллион: Кеше хоҡуҡтары буйынса Халыҡ-ара федерация: Халыҡ-ара миссия. Пакистанда фекереңде әйтеү, ассоциациялар һәм йыйылыштар ирке. «Аусгип» 408/2, Ғинуар 2005, бит. 61 [http://www.fidh.org/IMG/pdf/pk408a-2.pdf PDF]</ref><ref>3-4 миллион: Халыҡ-ара дини иреклек комиссияһы : АҠШ халыҡ-ара дини иреклек буйынса комиссияның йыллыҡ отчеты, 2005 йыл, бит 130.</ref><ref>4.910.000: Джеймс Минихан: милләтһеҙ кешеләр энциклопедияһы. Бөтә донъя буйынса этник һәм милли төркөмдәр. «Гренуорд пресс». «Уэстпорт», 2002, бит 52.</ref> Пакистанда йәшәүсе мосолман-әхмәҙи общинаһы донъяла иң ҙуры һанала.
 
Юл 471 ⟶ 468:
 
=== Байрамдары ===
* [[Пакистан көнө]]<ref>[http://www.dipinfo.ru/gk/pakistan/pakistanfestival Пакистан байрамдары]</ref> ([[23 март]])  — был көндә [[1940 йыл]]да Лахор резолюцияһы ҡабул ителде
* Иҡбал көнө ([[21 апреля]])  — Милли шағир Мөхәммәт Иҡбала вафат булған көн
* [[Рамаҙан]] айы ураҙаһы тамамланған көн
* Ид-и милад ([[25 мая]])  — Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған көн
* Ид уль-азха ([[23 март|23]]-[[24 март]])  — [[Хаж|Мәккәгә хаж ҡылыу]] уңайынан байрам
* [[Бойондороҡһоҙлоҡ көнө (Пакистан)|Бойондороҡһоҙлоҡ көнө]] ([[14 август]])
* Пакистанға нигеҙ һалыусы Джиннаның тыуған көнө([[25 декабрь]])
Юл 481 ⟶ 478:
 
== Фән һәм мәғариф ==
Пакистан балаларының тик 63  % ғына башланғыс класты тамамлаған<ref>{{cite news|url=http://seattletimes.nwsource.com/html/localnews/2009670134_pakistanschool16.html|title=seattletimes.nwsource.com/html/localnews/2009670134_pakistanschool16.html<!--INSERT TITLE--> | work=The Seattle Times | first=Sarah | last=Stuteville | date=August 16, 2009}}</ref>. Бынан тыш, пакистан малайҙарының тик 68  % һәм ҡыҙҙарының 72  % ғына 5 класҡа етә<ref>{{cite web|url=http://www.unfpa.org/swp/2009/en/pdf/EN_SOWP09_ICPD.pdf|title=www.unfpa.org/swp/2009/en/pdf/EN_SOWP09_ICPD.pdf<!--INSERT TITLE-->|format=PDF|archiveurl=http://www.webcitation.org/6177O4l2b|archivedate=2011-08-22}}</ref>. Мәктәпкәсә белем биреү 3-5 йәшлек балаларға тәғәйенләнгән һәм өс этаптан тора: уйын төркөмө, ясле һәм [[балалар баҡсаһы]]. Мәктәпкәсә белем алғандан һуң, уҡыусылар [[башланғыс мәктәп]]кә баралар. Урта мәктәптә малайҙар менән ҡыҙҙарҙы [[айырым уҡытыу]] практикалана, әммә, эре [[Пакистан ҡалалары|ҡалалар]]ҙа балаларҙы бергә уҡытыусы мәктәптәр бар. Һигеҙ база дисциплинаһы  — был [[урду]], [[инглиз теле|инглиз]], [[математика]], [[һынлы сәнғәт]], [[фән]], [[йәмғиәт фәндәре]], [[исламды өйрәнеү]] һәм [[информатика]]. Ҡайһы бер мәктәптәрҙең программаларына Пакистанға күрше илдәрҙең телдәре индерелә, айырым алғанда, [[Ғәрәп теле|ғәрәп]] һәм [[Ҡытайский теле|ҡытай]] телдәре, шулай уҡ [[Француз теле|француз]].
 
== Киң мәғлүмәт саралары ==
Дәүләт радиокомпанияһы  — [[PBC (Пакистан)|PBC]] (''Pakistan Broadcasting Corporation'', ''ریڈیو پاکستان''  — Пакистан Радиоһы), региональ радиостанцияларҙы, PBC News радиостанцияһын үҙ эсенә ала; PTV дәүләт телекомпанияһы (''Pakistan Television Corporation'', پاكِستان ٹیلی وژن نیٹ ورک  — «Пакистан телевизион селтәре»), [[PTV Home]] телеканалын һәм кабелле телеканалдарҙы үҙ эсенә ала, элегерәк 1992 йылда эшләп киткән һәм 2008 йылда ябылған PTV2-не үҙ эсенә ала ине.
 
== Спорт ==
[[Файл:Pakvaus.jpg|thumb|right|250px|Крикет  — иң популяр спорт төрө]]
Пакистанда иң таралған спорт төрҙәре  — [[футбол]], үләндә [[хоккей]], ҙур һәм өҫтәл [[теннис]]ы, [[Спорт көрәше|көрәш]], [[бокс]], [[ауыр атлетика]], [[гольф]], [[поло]], [[Йөҙөү (спорт)|йөҙөү]], [[сквош]], [[бейсбол]] һәм [[крикет]].
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 495 ⟶ 492:
== Әҙәбиәте ==
* {{публикация|китап|автор=Белокреницкий В. Я., Москаленко В. Н.|заглавие=Пакистан тарихы. ХХ быуат |һылтанма= |яуаплы= |урыны=Мәскәү |Нәшриәто=Крафт+|год=2008 |isbn=978-5-93675-137-0 |ref=Пакистан тарихы}}
* ''Белокреницкий В. Я.'' Пакистан. Урбанизация үҙенсәлектәре һәм проблемалары.  — М.  — 1982
* ''Ганковский Ю. В.'' Пакистан халҡы (этник тарихтың төп этаптары).  — М.  — 1964
* ''[[Густерин, Павел Вячеславович|Густерин П.]]'' Бхутто ғаиләһе серҙәре// Азия һәм Африка бөгөн. 2008, №  5.
* ''Каменев С. Н.'' Пакистан. Дәүләт финанстары һәм иҡтисади үҫеш.  — М.  — 1982
* ''Плешов О. В.'' Пакистанда ислам һәм сәйәси мәҙәниәт. М.  — 2005
 
== Һылтанмалар ==
Юл 520 ⟶ 517:
* [https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/geos/pk.html ЦРУ-ның факттар Китабында Пакистан тураһында мәғлүмәт]
* [http://devdata.worldbank.org/external/CPProfile.asp?SelectedCountry=PAK&CCODE=PAK&Cname=Pakistan%2526amp%253BPTYPE%253DCP Бөтә донъя банкының Пакистан тураһында мәғлүмәте]
* [http://dmoz.org/Regional/Asia/Pakistan Open Directory Project  — ''Пакистан'']
* [http://www.brain.net.pk/~wisetech/main.htm brain.net Пакистан тарихы]
* [https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/geos/pk.html CIA  — The World Factbook -та Пакистан биттәре]
* [http://www.wildlifeofpakistan.com/newpage2.htm Пакистандың кеше аяғы баҫмаған тәбиғәте]
* [http://cliodynamics.ru/index.php?option=com_content&task=view&id=97&Itemid=1 Прогноз: Пакистан структура-демографик кризис кисерә]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Пакистан» битенән алынған