Ер тетрәү: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: ФА → Фәндәр Академияһы, БР → Башҡортостан Республикаһы using AWB
ә clean up, replaced: <!-- → <!--- using AWB
2 юл:
[[Файл:Pictures from bus 13.jpg|thumb|250px|Ер аҫты ер тетрәүенән һуң үткән [[цунами]] емеректәре]]
[[Файл:Chuetsu earthquake-earthquake liquefaction1.jpg|thumb|250px| [[Япония]]ла булған ер тетрәү эҙемтәләре— юл уртаға ярыла]]
'''Ер тетрәү'''  — тәбиғи сәбәптәр (ер аҫтындағы тектоник процесстар) йәки яһалма процесстар (шартлатыу, һыуһаҡлағыстарҙы тултырыу, ер аҫтындағы бушлыҡтарҙы емереү) арҡаһында барлыҡҡа килгән тирбәлештәр, күсештәр; Ҙур булмаған ер тетрәү [[вулкан]] атылғанда лава күтәрелгәндә булыуы мөмкин.
 
Йылына бер миллионға яҡын көсһөҙ һәм бер нисә мең көслө ер тетрәү теркәлә. Көслө ер тетрәүҙәр етди емереклектәргә алып килә. Ер аҫтында ундарса километр тәрәнлектә ятҡан [[тау тоҡомдары]] күсә башлай. Был күренеш [[мантия]]ның өҫкө өлөшөн төҙөгән плиталарҙың үҙ-ара тоташҡан йөйөндә булыусан. Плиталар һәр ваҡыт хәрәкәттә. Плиталарҙың ҡырҙары тейгән урында ер тетрәү барлыҡҡа килә. Иң көслө тирбәлеш булған урынды ер тетрәү үҙәге (эпицентр) тип йөрөтәләр. Ер тетрәүҙәр йыш булған урынды сейсмик хәүефле урын тип атайҙар.
8 юл:
Ер тетрәүҙәр, ғәҙәттә, таулы өлкәләрҙә йыш теркәлә. [[Тымыҡ океан]] яры буйлап иң күп ер тетрәүҙәр булыусы һыҙыҡ үтә. Был күренеш бик күп бәлә-ҡазалар алып килә. Ҙур-ҙур ҡалалар емереклектәр хәленә ҡалырға мөмкин. Емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләргә ҡурҡыныс янай. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә ер өҫтөндә тәрән ярыҡтар барлыҡҡа килә, йылғалар үҙ юлдарын үҙгәртә, һыу баҫыуҙар, [[цуними]]ҙар барлыҡҡа килә.
 
'''Ер тетрәү'''  — [[ер ҡабығы]]ның йәки мантияның өҫкө өлөшөнөң ҡапыл шыуыуы һәм өҙөлөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм ҙур араларға күскән ер аҫты тетрәүе һәм ер өҫтө тирбәлеүе. Килеп сығышы буйынса тектоник, вулканик, ишелмә һәм техноген ер тетрәү айырыла.
 
== Ер тетрәү характеристикаһы ==
Ер тетрәү энергетик характеристикаһы өсөн магнитуда ҡулланыла. Магнитуда ҡиммәттәренә (1—9) нигеҙләнгән ер тетрәү классификацияһы Рихтер шкалаһы тип атала. Ер өҫтө һелкенеү дәрәжәһе менән характерланған ер тетрәү көсө сейсмик балдарҙа баһалана. Халыҡ-ара 12 баллы шкала буйынса көсһөҙ  — 1—3 балл, уртаса  — 4, арыу уҡ көслө  — 5, көслө  — 6, бик көслө  — 7, һәләкәтле  — 8, емергес  — 9, ҡаты  — 10, катастрофик  — 11, үтә көслө катастрофик  — 12 баллы ер тетрәүҙәргә бүленә. Һәләкәтле ер тетрәү эффекты быуаларҙың, [[һыуһаҡлағыс]]тарҙың йырылыуы, шыуғын һәм [[ишелмәләр]]ҙең төшөүе, цунамиҙарҙың килеп сығыуы менән көсәйә.
 
== Уралда ер тетрәүҙәр ==
Уралдағы ер тетрәү башлыса  — тектоник, һирәгерәк ишелмә һәм техноген сығышлы. Тектоник ер тетрәү  — Уралда 350—500  млн йыл, Урал янында 550  млн йыл элек барлыҡҡа килгән боронғо һынылышлы боҙолоуҙарҙың хәҙерге әүҙемлеге, ишелмә  — карст процестары, техноген ер тетрәү нефть һәм газ сығарыу, һыуһаҡлағыстарҙы тултырыу һ.б. менән бәйле. СССР Фәндәр Академияһының Ер физикаһы институтыты мәғлүмәттәре буйынса, 1693—1958 йылдарҙа Уралда (систематик теркәү 1913 йылдан башлап Екатеринбург ҡалаһы Урал сейсмик станцияһы алып барыла) 6 балға тиклем көслө ер тетрәү билдәле. Иң юғары сейсмик әүҙемлек Урта Уралға хас. Иң көслө ер тетрәү (5-6 балл) 1914 йылдың 17 авгусында Пермь губернаһы Белембай ҡасабаһында 350 мең кв. км майҙанлы территорияла була.
 
=== Башҡортостанда ===
Шулай уҡ Башҡортостанда теркәлгән ер тетрәүҙәр билдәле:
* 1878 йылдың 14 ғинуарында  — Стәрлетамаҡ өйәҙе Бәйес һәм Бишҡайын ауылдары янында;
* 1893 йылда  — Өфө өйәҙе Вавилов ауылы, 1922 йылда  — Благовещен заводы ҡасабаһы янында.
* 1990 йылдың 28 майында Салауат районының Первомайский ҡасабаһы һәм Урмансы ауылы эргәһендә тирбәлеү интервалы 5 минут 18 секунд һәм үҙәге 33  км тәрәнлектә булған ер тетрәү теркәлгән.
* 1997-98 йылдарҙа Өфөлә Рабкорҙар, Ҡариҙел һәм Тамбов урамдары районында ер ҡабығының бер нисә тирбәлеүе күҙәтелә.
* 2005 йылдың 30 мартында Шишмә районы Ар ауылы 3-4 баллы көс менән ер тетрәү теркәлгән.
* 2011 йылдың мартында Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районында Рихтер шкалаһы буынса 3,6 көслө һәм үҙәге 10  км тәрәнлектә булған ер тетрәү, бер үк ваҡытта Өфөлә локаль ер тетрәү була.
 
1990 йылдарҙа Геология институтының структура геологияһы лабораторияһы сейсмотектоник тикшеренеүҙәр алып бара (Ю.  В.  Казанцев), уларҙың һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы территорияһының хәҙерге геодинамик режимын сағылдырған сейсмотектоник карта төҙөлә.
 
== Сейсмотерминология ==
 
''' Сейсмотерминология '''  — сейсмикаға ҡаршы проект эшендә ҡулланылған мөһим терминдар һәм мәғәнәләр йыйынтығы.
 
* '''''Сейсмикаға ҡаршы проект'''''  — яңынан проектланған һәм реконструкцияланған энергетика объекттарының сейсмик тотороҡлоғон тәьмин итеү саралары.
* '''''Ер тетрәү'''''  — ер өҫтө [[тирбәлеү]]е.
 
== Әҙәбиәт ==
* Никонов А.  А.  Землетрясения… Прошлое, современность, прогноз. 3 е изд. М., 2009.
 
== Сығанаҡтар ==
* [http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/4561-er-tetr Башҡорт энциклопедияһы]
 
 
<!-- [[Категория:Тәбиғи көстәрҙән зыян]] -->
[[Категория:Афәт]]
[[Категория:Сейсмология]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ер_тетрәү» битенән алынған