Ауырыу: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) |
ә clean up, replaced: <!-- → <!--- using AWB |
||
1 юл:
{{Анатомическая карточка
| название = Йыуан эсәк
| изображение = Gray1223.png
| ширина =
| подпись = Кешенең ҡорһағы: ҡыҙыл төҫтә — [[бауыр]],<br/>зәңгәр — ашҡаҙан һәм йыуан эсәк
| изображение2 = Dickdarm-Schema.jpg
| ширина2 =
| подпись2 = 1 — селәү һымаҡ үҫентеһе менән һуҡыр эсәк һәм үрләүсе туҡ эсәк; 2 — арҡыры туҡ эсәк; 3 — түбәнләүсе туҡ эсәк; 4 — сигма һымаҡ эсәк; 5 — тура эсәк
| латынь = intestinum crassum
| система =
| кровоснабжение = үрге һәм түбәнге бығым артериялары
| венозный отток =
| иннервация = ҡарын үрелмәһе
| лимфа = түбәнге мезентериаль лимфа төйөндәре
| MeshName =
| MeshNumber =
| Dorlands = four/000054354
| Gray = 249
| GrayPage = 1177
}}
'''Йыуан эсәк''' ({{lang-la|intestinum crassum}}) — аш һеңдереү юлының аҫҡы өлөшө, эсәклектең түбәнге яғы; эшкәртелгән аҙыҡтан хасил булған бутҡа һымаҡ массаның (химустың) [[Һыу|һыуы]] ошонда һурыға һәм формалы тиҙәк барлыҡҡа килә. Артҡы эсәккә инә <ref name="prives1985">{{книга|автор=М. Г. Привес, Н. К. Лысенков, В. И. Бушкович.|часть=|заглавие=Анатомия человека|оригинал=|ссылка=|ответственный=|издание=9-е изд|место=М.|издательство=Медицина|год=1985|том=|страницы=275-282|страниц=|серия=|isbn=|тираж=110000}}</ref>. Йыуан эсәк — һөтимәрҙәрҙең, шул иҫәптән кешенең дә, эсәклегендәге иң киң өлөшө, ул ҡорһаҡ ҡыуышлығында һәм кесе янбаш ҡыуышлығында урынлашҡан, һуҡыр эсәктән (coecum), туҡ эсәктән һәм тура эсәктән тора.
Кешенең туҡ эсәге түбәндәгеләрҙән тора: һуҡыр эсәк дауамы булған үрләүсе өлөш; арҡыры ятҡан өлөш; S хәрефенә оҡшаш бөгөл — flexura sigmoidea seu S romanum — ярҙамында тура эсәк менән тоташҡан түбәнләүсе өлөш. Colon ascendens үргә вертикаль күтәрелә, crista ossi s ilei өҫтөнә ята һәм бөйөрҙөң аҫҡы өстән бер өлөшөн ҡаплай. Бында ул киҫкен борола ла colon transversum'ға күсә, быныһы һул ҡабырға аҫтында ғәҙәттә S һымаҡ бөгөл яһай, шунан киҫкен аҫҡа боролоп, colon descendens'ҡа күсә. Flexura sigmoidea төрлө оҙонлоҡтағы һәм рәүештәге элмәк хасил итә һәм йыш ҡына кесе янбашҡа тәрән төшә, ҡайһы берҙә өҫкә үрләп, ашҡаҙанға һәм [[Бауыр|бауырға]] тиклем барып етә. Был өлөштөң һәм colon transversura'ның үҙҙәренең ҡаты шекәрәләре бар, ә үрләүсе һәм түбәнләүсе тармаҡтар ҡорһаҡ япмаһы менән генә өлөшләтә ҡапланған. Урыны-урыны менән был япма япраҡҡа оҡшашлы, ҡайһы берҙә ҡалаҡтарға киҫкесләнгән, май менән тулған өҫтәмәләр барлыҡҡа килтерә (appendices epiploicae).
Йыуан эсәк оҙонлоғо 120-нән 227-гә тиклем сантиметр була (уртаса 158,4 см). Тик тура эсәктең генә эске яғы шыма, ҡалған өлөштәрҙең эске яҡтан бөтә оҙонлоғонда мускул менән ҡалынайған өс яҫы ҡатламы (taeniae coli) була, улар араһында стена ҡабарынҡы булып тора, ләкин арҡыры мускулдарҙың тигеҙһеҙ үҫеше арҡаһында был ҡабарынҡылыҡтар арҡыры тартылыштар (plicae sigmoideae) эргәһендә күп һанлы йомро сығынтыларға (haustra coli) бүленә. Йыуан эсәктең стенаһы сероз ҡатламдан (тулыһынса түгел); мускул ҡатламынан (уның буй епсәләре йомро сығынтыларҙы, йәғни taeniae coli'ҙы, хасил итә лә инде); цилиндрик эпителий менән ҡапланған төксәһеҙ лайлалы көптән тора. Йыуан эсәктең стенаһында күп һанлы крипталар һәм лимфа төйөндәре бар. Башҡа умыртҡалыларҙа физиологик яҡтан тура эсәккә тап килгән сығарыу осона ғына йыуан эсәк билдәләре хас, ә башҡа өлөштәр нәҙек эсәк кеүек була.
== Йыуан эсәктең бүлектәре ==
[[Файл:Dickdarm-Schema.svg|справа|мини|278x278пкс|Һөтимәрҙәрҙең (кешенең) йыуан эсәге:<br>
1 — үрләүсе туҡ эсәк<br>
2 — арҡыры туҡ эсәк<br>
3 — түбәнләүсе туҡ эсәк<br>
4 — сигма һымаҡ эсәк<br>
5 — тура эсәк.]]
Һөтимәрҙәрҙә йыуан эсәк бер нисә бүлектән тора:
* һуҡыр эсәк ({{lang-la|caecum}}) менән уның селәү һымаҡ үҫентеһе ({{lang-la|appendix vermiformis}});
* туҡ эсәк ({{lang-la|colon}}) һәм уның өлөштәре:
** үрләүсе туҡ эсәк ({{lang-la|colon ascendens}});
** арҡыры туҡ эсәк ({{lang-la|colon transversum}});
** түбәнләүсе туҡ эсәк ({{lang-la|colon descendens}};
** сигма һымаҡ эсәк ({{lang-la|colon sigmoideum}}) йәки ''сигма һымаҡ туҡ эсәк'';
* тура эсәк ({{lang-la|rectum}}), ул тура эсәк ампулаһы ({{lang-la|ampulla recti}}) тигән киң өлөштән һәм арт юл каналы ({{lang-la|canalis analis}}) тип аталған һәм анус ({{lang-la|anus}}) менән барып бөткән тар остан тора.
=== Һуҡыр эсәк ===
'''Һуҡыр эсәк''', сесит ({{lang-lat|Caecum}} — {{lang-el|typhlon}} тигәндән; шунлыҡтан һуҡыр эсәк елһенеүе тифлит тип атала) — [[Умыртҡалылар|умыртҡалыларҙа]] нәҙек эсәктең йыуан эсәккә күскән ерендәге өҫтәмә.
[[Кеҫәрткеләр|Кеҫәрткеләрҙә]] һәм крокодилдарҙа һуҡыр эсәк бәләкәс кенә сығынты рәүешендә, ә [[Һөтимәрҙәр|һөтимәрҙәрҙә]] ул ярайһы уҡ ҙур. [[Ҡоштар|Ҡоштарҙың]] ике оҙон һуҡыр эсәге бар. Етлекмәгән тешлеләрҙең ({{lang-lat|Cycloturus sive Myrmedon}}) ҡайһы берҙәре шулай уҡ ике һуҡыр эсәкле була (дамандыҡы — өсәү<ref>{{книга|автор=Romer A. S., Parsons T. S.|заглавие=The Vertebrate Body. 5th ed|место=Philadelphia|издательство=W. B. Saunders|год=1977|allpages=viii + 624|isbn=0-03-910284-X}}</ref>).
[[Кит һымаҡтар|Кит һымаҡтарҙың]], йытҡыстарҙың, күпселек [[Ярғанаттар|ярғанаттарҙың]] бәләкәй генә һуҡыр эсәге бар, ә бөжәк ашаусыларҙың һәм афросорицидаларҙың һуҡыр эсәге бөтөнләй юҡ. Үлән ашаусыларҙың һуҡыр эсәгенең оҙонлоғо йыш ҡына хайуандың кәүҙә оҙонлоғонан да артығыраҡ була.
==== Селәү һымаҡ үҫенте ====
'''Аппендикс''' ({{lang-la|appendix vermiformis}} синоним: ''селәү һымаҡ үҫенте'', өҫтәмә) — һуҡыр эсәктең өҫтәмәһе. [[Һөтимәрҙәр|Һөтимәрҙәрҙең]] ҡайһы берҙәрендә генә (атап әйткәндә, кроликтарҙа, маймылдарҙа, [[Кеше|кешелә]]) була<ref name="sapin">{{cite web|url=http://medbookaide.ru/books/fold9001/book2015/p43.php|title=Сапин М. Р., под ред - Анатомия человека. В двух томах. Том 1. Раздел «Краткий сравнительно-анатомический очерк развития пищеварительной системы»|format=|work=|accessdate=2009-04-01}}</ref>. Уң бығым өлкәһендә ([[Бауыр|бауырҙан]] аҫтараҡ) урынлаша һәм ғәҙәттә кесе янбаш яғына табан түбәнләй. Ҡайһы берҙә һуҡыр эсәк артында була һәм, өҫкә үрләп, бауырға етә. Тар ғына ҡыуышлығы бар, ул лайлалы тиресә йыйырсығы рәүешендәге ҡапҡас менән ябыла торған тишек аша һуҡыр эсәккә асыла. Өлкәнәйә килә аппендикс тишеге өлөшләтә йә тулыһынса ҡапланыуы ихтимал.
Бесәйҙең аппендиксы булмай<ref name="nebolei.ru">[http://www.nebolei.ru/s.php/2071.htm НУЖЕН ЛИ НАМ АППЕНДИКС?]</ref>.
Кеше аппендиксының елһенеүе аппендицит тип атала.
=== Туҡ эсәк ===
'''Туҡ эсәк''' ({{lang-la|colon}}) — йыуан эсәктең төп өлөшө, һуҡыр эсәкте дауам итеп, тура эсәккә күсә.
Туҡ эсәк аш һеңдереүҙә туранан-тура ҡатнашмай. Ләкин һыуҙың һәм электролиттарҙың күп өлөшө шунда һеңдерелә. Нәҙек эсәктән һуҡыр эсәк аша туҡ эсәккә килеп ингән сағыштырмаса шыйыҡ химус ҡата төшә һәм тиҙәккә әйләнә.
'''Үрләүсе туҡ эсәк''' ({{lang-la|colon ascendens}}) — йыуан эсәктең бер өлөшө булып торған туҡ эсәктең башланғыс бүлеге, һуҡыр эсәктең дауамы. Үрләүсе туҡ эсәктең дауамы — арҡыры туҡ эсәк. Үрләүсе туҡ эсәк тә аш һеңдереүҙә туранан-тура ҡатнашмай. Йыуан эсәктең башҡа бүлектәре кеүек үк, уның да вазифаһы, һыу менән электролиттарҙы һеңдереп, нәҙек эсәктән йыуан эсәккә төшкән сағыштырмаса шыйыҡ химусты ҡатыраҡ тиҙәккә әйләндерешеүҙән тора.
'''Арҡыры туҡ эсәк '''({{lang-la|colon transversum}}) — туҡ эсәктең икенсе бүлеге, үрләүсе туҡ эсәктең дауамы. Арҡыры туҡ эсәк артабан түбәнләүсе туҡ эсәккә тоташа. Аш һеңдереүҙә ҡатнашмай, уның да бурысы, нәҙек эсәктән йыуан эсәккә төшкән шыйыҡ химус ҡаты тиҙәккә әйләнһен өсөн, йыуан эсәктең башҡа бүлектәре кеүек, һыу менән электролиттарҙы һеңдереүҙән тора.
'''Түбәнләүсе туҡ эсәк ''' ({{lang-la|colon descendens}}) — йыуан эсәк бүлеге булып торған туҡ эсәктең өсөнсө бүлеге, арҡыры туҡ эсәктең дауамы. Түбәнләүсе туҡ эсәктең дауамы — сигма һымаҡ туҡ эсәк.
'''Сигма һымаҡ эсәк''' ({{lang-la|colon sigmoideum}}), сигма һымаҡ туҡ эсәк — туҡ эсәктең аҫҡы өлөшө, тура эсәккә күсә.
Сигма һымаҡ эсәк кесе янбаштың үрге апертураһы өлкәһендә башлана һәм [[һигеҙгүҙ һөйәк]] алдынан арҡырылап уңға йүнәлә. Сигма һымаҡ эсәк артабан һулға борола, шунан урта тирәлә аҫҡа йүнәлә һәм S3 кимәлендә тура эсәккә күсә. «Сигма һымаҡ» тигән атаманы был эсәк S-ҡа оҡшашлыҡтан алған.
=== Тура эсәк ===
'''Тура эсәк''' ({{lang-la|rectum}}) — йыуан эсәктең ос өлөшө, аш һеңдереү юлының аҙағы, кесе янбаш ҡыуышлығында урынлашҡан. Шунда тиҙәк йыйыла. Атамаһы бөгөлдәр яһап тормайынса аҫҡа йүнәлгәнлектән барлыҡҡа килгән. Йыуан эсәктең сигма һымаҡ эсәктән анусҡа ({{lang-la|anus}}), йәғни күтән тишегенә, тиклемге өлөшө тура эсәк тип атала.
Тура эсәктең сат аша үткән һәм күтән тишегенә яҡын урынлашҡан түбәнге тар өлөшө арт юл ({{lang-la|canalis analis}}) тип атала, һигеҙгүҙ һөйәк тирәһенән үткән киңерәк өҫкө өлөшө тура эсәк ампулаһы ({{lang-la|ampulla recti}}, ампула менән сигма һымаҡ эсәктең дисталь өлөшө араһындағы эсәк өлөшө — ампула өҫтө бүлеге) тип атала.
== Хайуандарҙың йыуан эсәге ==
Йыуан эсәк тик дүрт аяҡлыларҙа ({{lang-la|Tetrapoda}}, йәғни ер өҫтө умыртҡалылары) — [[башһөйәклеләр]] (''Gnathostomata'') төркөмөнөң умыртҡалылар өҫкласына ингән хайуандарҙа ғына — була. Дүрт аяҡлылар биш класҡа бүленә:
* [[ер-һыу хайуандары]] (''Amphibia'')
* [[һөйрәлеүселәр]] (''Reptilia'')
* [[ҡоштар]] (''Aves'')
* † синапсидалар (''Synapsida'') — юҡҡа сыҡҡандар
* [[һөтимәрҙәр]] (''Mammalia'').
Был өҫкласс вәкилдәренең бөтәһендә лә тиерлек йыуан эсәк нәҙек эсәктән илеоцекаль клапан менән айырылған. Күп төрҙәрҙең йыуан эсәге тура анусҡа барған ҡыҫҡа бүлектән ғибәрәт, ул нәҙек эсәккә ҡарағанда киңерәк. Амниоттарҙың ({{lang-la|Amniota}}, юғарғы умыртҡалылар) бөтәһендә лә һуҡыр эсәк булыуына ҡарамаҫтан, тик һөтимәрҙәрҙә генә йыуан эсәк тулы ҡиммәтле эсәк булып формалашҡан<ref name="VB">{{Cite book|year=1977|author=Romer, Alfred Sherwood|title=The Vertebrate Body|location=Philadelphia, PA|publisher=Holt-Saunders International|pages=351–354|isbn=0-03-910284-X}}</ref>.
Ҡайһы бер ваҡ һөтимәрҙәрҙең йыуан эсәклеге төҙөлөшө буйынса, башҡа дүрт аяҡлыларҙыҡы кеүек, тура, әммә һөтимәрҙәрҙәр төрҙәренең күпселегендә ул үрләүсе һәм түбәнләүсе бүлектәргә бүленгән. Арҡыры туҡ эсәк тик [[Приматтар|приматтарҙа]] ғына асыҡ формалашҡан. Шул уҡ ваҡытта туҡ эсәк таҫмалары {{не переведено 2|Ленты ободочной кишки|лент ободочной кишки||Taenia coli}} һәм гаустрҙары {{не переведено 2|Гаустры|гаустр||Haustrum (anatomy)|Haustrum}} йыртҡыстарҙа ла, [[Көйшәүселәр|көйшәүселәрҙә]] лә юҡ. Һөтимәрҙәрҙең тура эсәге (бер арт юллыларҙан айырмалы) башҡа [[Умыртҡалылар|умыртҡалыларҙың]] клоакаһынан барлыҡҡа килгән, шулай итеп, был төрҙәрҙең «тура эсәгенә» гомологиялы, йәғни оҡшаш, түгел.
Балыҡтарҙың йыуан эсәге юҡ, бары тик ҡыҫҡа тура эсәктәре генә бар, ул аш һеңдереү бүлегенең түбәнге осон клоака менән тоташтыра. Акулаларҙың быға өҫтәп ректаль биҙе бар, ул диңгеҙ һыуы менән осмотик тигеҙлекте тәьмин итер өсөн тоҙ бүлеп сығара. Был биҙ төҙөлөшө буйынса һуҡыр эсәкте хәтерләтһә лә, уға гомологиялы түгел.
== Микрофлораһы ==
Эсәклектең микрофлораһы хайуандарҙың ашҡаҙан-эсәк юлында йәшәгән төрлө микроорганизмдар йыйылмаһынан тора. Микроорганизмдар үҙләштерелмәгән углеводтар ферментлашҡанда бүленеп сыҡҡан энергияны йыя һәм артабан ҡыҫҡа сылбырлы майлы кислоталарҙы йота. Эсәклек [[Бактериялар|бактериялары]] шулай уҡ В төркөмө витаминдары менән К витаминын синтезлауҙа һәм үт кислоталары, стериндар, ксенобиотиктар метаболизацияһында ҙур әһәмиәткә эйә<ref>{{Cite journal|year=1997|title=Role of intestinal bacteria in nutrient metabolism|journal=Clinical Nutrition|volume=16|pages=3–9|DOI=10.1016/S0261-5614(97)80252-X|doi=10.1016/S0261-5614(97)80252-X|pmid=16844615}}</ref>.
Бактериялар туҡ эсәк микрофлораһының ҙур өлөшөн һәм тиҙәктең ҡоро массаһының 60 процентҡа тиклем өлөшөн етештерә<ref name="Stephen and Cummings">{{Cite journal|author=Stephen AM, Cummings JH|year=1980|month=February|url=http://jmm.sgmjournals.org/content/13/1/45.long|title=The microbial contribution to human faecal mass|journal=J Med Microbiol|volume=13|issue=1|pages=45–56|DOI=10.1099/00222615-13-1-45|doi=10.1099/00222615-13-1-45|pmid=7359576}}</ref>. Яҡынса 300-ҙән<ref name="Guarner and Malagelada 2003b">{{Cite journal|author=Guarner F, Malagelada JR|year=2003|month=February|url=http://www.dms.ufsc.br/mip7013/arquivos/2550_Gut%20flora%20in%20health%20and%20disease.pdf|title=Gut flora in health and disease|journal=Lancet|volume=361|issue=9356|pages=512–9|DOI=10.1016/S0140-6736(03)12489-0|doi=10.1016/S0140-6736(03)12489-0|pmid=12583961}}</ref> 1000-гә тиклем [[Төр (биология)|төрө]] эсәклектә йәшәй<ref name="Sears">{{Cite journal|author=Sears CL|year=2005|month=October|title=A dynamic partnership: celebrating our gut flora|journal=Anaerobe|volume=11|issue=5|pages=247–51|DOI=10.1016/j.anaerobe.2005.05.001|doi=10.1016/j.anaerobe.2005.05.001|pmid=16701579}}</ref>, уларҙың һаны күп осраҡта биш йөҙ самаһы була тип баһалана<ref name="Steinhoff">{{Cite journal|author=Steinhoff U|year=2005|month=June|title=Who controls the crowd? New findings and old questions about the intestinal microflora|journal=Immunol Lett|volume=99|issue=1|pages=12–6|DOI=10.1016/j.imlet.2004.12.013|doi=10.1016/j.imlet.2004.12.013|pmid=15894105}}</ref><ref name="OHara06">{{Cite journal|author=O'Hara AM, Shanahan F|year=2006|month=July|title=The gut flora as a forgotten organ|journal=EMBO Rep.|volume=7|issue=7|pages=688–93|DOI=10.1038/sj.embor.7400731|doi=10.1038/sj.embor.7400731|pmid=16819463}}</ref><ref name="gibson">{{Cite journal|author=Gibson RG|year=2004|title=Fibre and effects on probiotics (the prebiotic concept)|journal=Clinical Nutrition Supplements|volume=1|issue=2|pages=25–31|DOI=10.1016/j.clnu.2004.09.005|doi=10.1016/j.clnu.2004.09.005}}</ref>. Әммә бактерияларҙың 99 процентының ни бары 30-40 төргә ҡарауы ихтимал<ref name="Beaugerie L and Petit JC">{{Cite journal|author=Beaugerie L, Petit JC|year=2004|month=April|url=http://linkinghub.elsevier.com/retrieve/pii/S1521691803001276|title=Microbial-gut interactions in health and disease. Antibiotic-associated diarrhoea|journal=Best Pract Res Clin Gastroenterol|volume=18|issue=2|pages=337–52|DOI=10.1016/j.bpg.2003.10.002|doi=10.1016/j.bpg.2003.10.002|pmid=15123074}}</ref>. Эсәклек микрофлораһында шулай уҡ [[Бәшмәктәр|бәшмәктәрҙең]] һәм иң ябайҙарҙың ҡайһы бер төрҙәре лә бар, әммә уларҙың эшмәкәрлеге тураһында аҙ билдәле.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, микрофлора менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәргә комменсализм (бер-береһенә зарарһыҙ) ғына түгел, хатта мутуализм (икеһе өсөн дә кәрәкле) хас. Кешеләр эсәклек микрофлораһынан башҡа йәшәй алһа ла, микроорганизмдарҙың үҙҙәренең эйәһе өсөн бик күп файҙалы ғәмәлдәр башҡарыуы бәхәсһеҙ, мәҫәлән, улар тотонолмаған энергетик субстраттарҙы ферментлаштыра, иммун системаға ярҙам итә, зарарлы, патоген бактериялар үҫешенә кәртә ҡуя, эсәклек эшен көйләй һ. б. Ләкин ҡайһы бер шарттарҙа теге йәки был төрҙәр инфекция аша ауырыуҙарға сәбәпсе була, [[яман шеш]] барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра.
Эсәклек бактерияларының 100 проценты тиерлек [[Анаэробтар|анаэроб организмдар]] булып тора<ref name="Vedantam">{{Cite journal|author=Vedantam G, Hecht DW|year=2003|month=October|url=http://linkinghub.elsevier.com/retrieve/pii/S1369527403001176|title=Antibiotics and anaerobes of gut origin|journal=Curr. Opin. Microbiol.|volume=6|issue=5|pages=457–61|DOI=10.1016/j.mib.2003.09.006|doi=10.1016/j.mib.2003.09.006|pmid=14572537}}</ref>, анаэроб бактериялар айырыуса һуҡыр эсәктә тығыҙ урынлашҡан.
=== Микрофлора составы ===
[[Файл:Candida_albicans.jpg|мини|Candida albicans — диплоид бәшмәк (эсәклектә йәшәгән сүпрәгә оҡшаш бәшмәктәр формаһы)<br />
]]
Әлегә эсәклек микрофлораһын тәшкил иткән бөтә төрҙәр ҙә танылып бөтмәгән, сөнки күбеһен тикшереү маҡсатында үрсетеү мөмкинлеге юҡ<ref name="Shanahan">{{Cite journal|author=Shanahan F|year=2002|month=December|url=http://linkinghub.elsevier.com/retrieve/pii/S1521691802903422|title=The host-microbe interface within the gut|journal=Best Pract Res Clin Gastroenterol|volume=16|issue=6|pages=915–31|DOI=10.1053/bega.2002.0342|doi=10.1053/bega.2002.0342|pmid=12473298}}</ref>. Кешеләрҙә төрҙәр популяцияһы төрлө була, ләкин һәр кешенең бөтә ғүмере дауамында башлыса тотороҡло көйө ҡала, йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә, диеталарға, өлкәнәйеүгә бәйле үҙгәрештәр арҡаһында ғына бер аҙ үҙгәрә төшөүе ихтимал.
Эсәклек микрофлораһының составы буйынса кешеләр 3 энтеротипҡа бүленә {{не переведено 2|Энтеротип|энтеротип||Enterotype}}<ref>{{Cite news|title=Bacteria Divide People Into 3 Types, Scientists Say|first=Carl|last=Zimmer|url=http://www.nytimes.com/2011/04/21/science/21gut.html|date=April 20, 2011|accessdate=April 21, 2011|quote=a group of scientists now report just three distinct ecosystems in the guts of people they have studied.}}</ref><ref name="Nature">{{Cite journal|last=Arumugam|first=Manimozhiyan|coauthors=et al|year=2010|month=March|url=http://www.nature.com/nature/journal/vaop/ncurrent/full/nature09944.html|title=Enterotypes of the human gut microbiome|journal=Nature|volume=473|issue=7346|pages=174–80|DOI=10.1038/nature09944|doi=10.1038/nature09944|pmid=21508958}}</ref><ref>[http://www.abc-gid.ru/news/show/1889/ Кишечная флора делит людей на три энтеротипа]</ref>. Беренсе типта — ''Bacteroides'', икенселә — ''Prevotella'', өсөнсө типта ''Ruminococcus ''төркөмөндәге бактериялар өҫтөнлөк алып тора.
== Иҫкәрмәләр ==
{{примечания|2}}
== Һылтанмалар ==
* [http://www.proctosite.ru/ Отделение колопроктологии и хирургии тазового дна РНЦ хирургии академика Б.] [http://www.proctosite.ru/ В. Петровского РАМН]{{ЭСБЕ}}
[[Категория:Ҡорһаҡ]]
[[Категория:Йыуан эсәк]]
|