Храпова Лариса Евгеньевна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
34 юл:
 
== Ижады ==
Журналистика Лариса Храповаға күҙәтергә бик күп материал бирә. Редакция ҡушыуы буйынса Николаевская станицаһы һәм осетин ауылы Дигора партизандары тураһындағы очерк яҙыу өсөн йыйған материал Храпованың «Терек  — река бурная» (1960) романының нигеҙенә ята. Ысынбарлыҡта йәшәгән геройҙары артынан эйәреп, автор Теректағы 1918—1919 йылда булған ваҡиғаларҙың киң картинаһын һүрәтләй. Романдың үҙәгендә   Владикавказ ҡалаһын Бичераховтың аҡ гвадиясылары бандаһынан Владикавказ ҡалаһын һаҡлау.
 
Бының артынан Л. Храпованың бер-бер артлы әҫәрҙәре: «Жизнь, прими меня» (1965) повесы, «Майя-майка  — председательская дочь» (1965), «После ливня» (1971) хикәйәләр йыйынтыҡтары. Уларҙың барыҙы ла фактик материалдарға нигеҙләнгән, яҙыусының замандаштары, уларҙың яҡты уй-тойғолары тураһында һөйләй.
 
1974 йылда Дондағы Ростовҡа күскәс, яҙыусы «Улица заводская» повесы менән дебют яһай. Повестың геройҙары  — сәнәғәт предприятиеһы эшселәре. Повеста хеҙмәт көндәре һәм эшселйр коллективының проблемалары күрһәтелә.
 
Лариса Евгеньевна Храпованың Дондағы Ростовта [[1980 йыл]]да сыҡҡан «Дом наш  — дом детей наших» яңы романы тәбиғәтте һаҡлау темаһына арналған. «Один из дней, каких много» (1983) һәм «Своя ноша» романында ла яҙыусы тәбиғәтте һаҡлау тураһында яҙа.
 
== Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре ==