Бахметев Николай Николаевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
34 юл:
 
 
'''Бахметев Николай Николаевич''' ([[1772]]—[[1831]]), ''Бахметев 1-се'' (1812)  — урыҫ император армияһының генерал-лейтенанты (1798), [[Ырымбур губернаһы|Ырымбур]], Смоленск һәм Волынск губерналарының хәрби губернаторы, [[1812 йылғы Ватан һуғышы]] ҡатнашсыһы. А. Н. Алексей Николаевич Бахметевтың ағайыағаһы.
 
== Биографияһы ==
1772 йылда Курск губернаһының боронғо дворян нәҫеле Бахметев ғаиләһендә тыуған.  Был ғаиләлә өлкән ул була. Ата-әсәһе: Николай Иванович Бахметев һәм Наталья Ивановна, ҡыҙ ваҡытындағы фамилияһы Маслова. Хәрби хеҙмәтен 1789 йылда, лейб-гвардия Преображенск полкында сержант дәрәжәһендә башлай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лейб-гвардия Измайлов полкында обер-офицер чиндарын үтә. Шведтар менән алышта ҡатнаша, шул айҡанлы [[1790 йыл]]да прапорщик дәрәжәһе ала. [[1797 йыл]]да полковник дәрәжәһе ала. Император Павел I хакимлығы ваҡытында, [[1798 йыл]]дың 30 майында,  генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә һәм Рыльск мушкетерҙар полкы шефы итеп тәғәйенләнә, Изге Иоанн Иерусалим ордены менән бүләкләнә.
 
Николай Николаевич үҙе, император Павел I, ә аҙаҡ Александр I исеменә, үҙе менән таныштырып, үҙенең тулы титулын түбәндәгесә күрһәтеп яҙа:
{{цитатаның башы}}Генерал-майор, [[Ырымбур губернаһы]]ның хәрби губернаторы, был губернаның граждандар эше менән идара итеүсе, Ырымбур сик буйы крайы башлығы, инфантерия буйынса Ырымбур инспекцияһы инспекторы,Рыльск мушкетёрҙар полкы шефы, Рәсәйҙең I дәрәжә Изге Анна һәм Мальтийск Изге Иоанн Иерусалим ордендары кавалеры командор Бахметев{{конец цитаты|источник=}}
Николай Николаевич [[1798 йыл]]дың [[30 сентябрь|30 сентябрендә]] [[Ырымбур губернаһы]]ның хәрби губернаторы итеп  тәғәйенләнә. 1801 йылда [[Ырымбур]] дворяндар хәрби училищеһы аса. 1803 йылдың декабрендә отставкаға сығарыла, ә [[1811 йыл]]дың  20 майында яңынан хеҙмәткә алына һәм  ошо уҡ йылдың [[28 август|28 авгусында]] Смоленскиҙың хәрби губернаторы итеп тәғәйенләнә.
 
[[1812 йылғы Ватан һуғышы]] ваҡытында 1-се Көнбайыш армияһының йыйылма гренадерҙар дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә, һуңынан [[1812 йыл]]дың 22 апрелендә Көнбайыш армияһының 4-се пехота корпусы 11-се пехота дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә. Островень, Смоленск  янында, Бородино эргәһендә һуғыша. Яуҙа аяғы ҡаты яралана  һәм ул һуғыштан сыға. Һауығып сыҡҡандан һуң граждандар хеҙмәтенә күсә. [[1813 йыл]]дың 24 апрелендә отставкаға сыға.
 
1815 йылда Волынь губернаторы итеп тәғәйенләнә.
 
== Ғаиләһе ==
Ҡатыны  — '''Нарышкина Екатерина Александровна''' (1791-18211791—1821), бригадир Александр Александрович Нарышкиндың кенәз ҡыҙы Варвара Ивановна Белосельская менән никахтан тыуған ҡыҙы  (1768-18251768—1825); И.  А.  Нарышкиндың ҡыҙ туғаны. Никахынан балалары булмаған.
 
== Иҫкәрмәләр ==
54 юл:
== Әҙәбиәт ==
* {{Китап|автор=В. Г. Семенов, В. П. Семенова|заглавие=Губернаторы Оренбургского края|место=Оренбург|издательство=Оренбургское книжное издательство|год=1999|страницы=146–154|страниц=400}}
* Словарь русских генералов, участников боевых действий против армии Наполеона Бонапарта в 1812—1815  гг. // Российский архив : Сб.  — М.: студия «ТРИТЭ» Н. Михалкова, 1996.  — Т. VII.  — 311 бит.<br />
* Бахметев, Николай Николаевич // Русский биографический словарь : в 25 томах.  — СПб., 1900.  — Т. 2: Алексинский  — Бестужев-Рюмин.  — С. 604.
 
== Һылтанмалар ==