Йылҡысыҡҡанкүл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
75 юл:
«Урал-батыр» һәм «Аҡбуҙат» башҡорт эпостарында ҡанатлы ат Аҡбуҙат, заманында рәссам Рерих төшөргән Тибет легендаларында урын алған ҡанатлы Лунг-Ла һымаҡ, күктән осоп төшкән һәм ер аҫтына китеп, үҙенең артынан бер өйөр йылҡы һәм барса тереклекте эйәртеп, ҡабат ер өҫтөнә сыҡҡан. Башҡортостандың Бөрйән районында, үҙенең артынан йылҡы эйәртеп, ҡанатлы Аҡбуҙат осоп сыҡҡан күлде Йылҡысыҡҡанкүл тип йөрөтәләр.
 
Был күлдән Хеопс пирамидаһына саҡлы һәм Тибеттағы изге Кайлас тауына тиклем төгәл 3333 км. Диаметры яҡынса 100 метр тәшкил иткән был күл түп-түңәрәк формала, һәм ул төпһөҙ тип һанала. Урындағы халыҡ ваҡыты-ваҡыты менән күлдең төбө, бер юғарыға күтәрелә, бер түбәнгә төшә - «йөрөй» тип иҫәпләй. Эрнст Мулдашев төркөмө акваториияның эхолокацияһын тикшергәнтикшереп, күлдең өҫтөнән төбөнә саҡлы 16 метр тип билдәләгәнбелдергән. Уларҙан алда күлде тикшергән етди драйверҙар күлдеңуның тәрәнлеге 12 метр тип билдәләгән.
 
Экспедиция вәкиле Сергей Селиверстов һыу төбөнә төшөү эштәрен башҡарған. Хатта күпте күргән водолаз да, һыуға сумған саҡта ниндәйҙер шикләнеү тойғоһо кисергән: «...кемдер арттан күҙәткән кеүек тойолдо. Ә Һыу, буръяҡ булһа ла, йә бер төрлө, йә икенсе төрлө ҡиәфәткә инде - ғәҙәти булмаған кеше төҫтәре хасил булды. Тынысһыҙландым. Һыу һаҫы түгел ине».
81 юл:
Йылҡысыҡҡанкүлдең ярҙары тигеҙ таштарҙан тора. Улар ҡалын булмаған ләм менән ҡапланған. 16 метр тәрәнлектә ятҡан төбө тигеҙ һәм шыма, төбөнән йыраҡ булмаған стеналары тип-тигеҙ, тиҙәр. Был төп түгел, ә ҡорғандарҙа ҡош-кешеләр булдырған тығынға оҡшаған тигән фекер тыуа, ти Эрнст Мулдашев.
Ә Аҡбуҙат шул тығындан нисек осоп сыҡты икән?
Әгәр ер аҫты кешеләре булыуына ышанһаҡ, улар ошо ер аҫтына илткән тығынды бер асып, бер ябып торалыр, тип уйларға ҡала. Юҡҡа ғына бит бындағы халыҡ күл ваҡыты-ваҡыты менән төпһөҙгә әйләнә тип әйтмәйҙер. Шундай периодтарҙаосорҙа кешеләр ҡанатлы аттың шәүләһен күрәлер ҙә инде.
 
Ҡанатлы Аҡбуҙат ергә тереклек килтереүен нисек аңларға?
Хәҙер күп кенә ғалимдар, матди есемдең есемһеҙгә әйләнеүен, материалләшеү-дематериалләшеү феноменын таныйҙартаный. Һанлы фотокамералар барлыҡҡа килгәндән бирле беҙгә есемһеҙ донъяны беренеңбереһенең эсенә икенсеһе һалынған түңәрәктәргә оҡшаған плазмоидтар формаһында күреү мөмкинлеге асылды. Ер аҫтында башлыса, ер өҫтө донъяһы һымаҡ күп төрлө, есемһеҙ донъялыр ул, тип иҫәпләй Эрнст Мулдашев. Ҡанатлы Аҡбуҙат та, моғайын, есемһеҙ булғандыр, һәм ул ер аҫтынан тормоштоң есемһеҙ формаларын алып сыҡҡандыр. Шунан инде улар матди хәлгә күскәндер.
 
Әгәр Тибет осар аты Лунг-Ла һәм башҡорт Аҡбуҙатын бер ук төрлө тип әйтеүселәр булһа, был дөрөҫ түгел.