Йылҡысыҡҡанкүл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
44 юл:
== Йылҡысыҡҡанкүл легендаһының хәҙерге заманда йәшәгән варианттары ==
[[Файл:Wiki-Yäyläü2016 Şülgäntaş 110.jpg|мини|слева]]
2009 йылдың 30 майынан 6 июненә саҡлы [[Бөрйән районы]]на РФА Өфө Фәнни Үҙәге фольклорсыларының ғилми экспедицияһы ойошторолдоойошторола. Ғалимдар Хөсәйенова Г.Р., Юлдыбаева Г.В. хәҙерге, замана,заман кешеләренән Шүлгәнташ һәм уның менән бәйле легендаларҙы яҙып алғандар.
Барыһыулар 11 ауылда халыҡ менән осрашты уларосраша. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡы ауыҙ-тел ижадының традицион жанрҙары һаман да тере булыуы асыҡландыасыҡлана. Легендалар һәм риүәйәттәр бүлеге бигерәк тә бай булыуы дәлилләндедәлилләнә. Шулар араһында "Башҡорт халыҡ ижады" күп томлығына индерелмәгәндәре, ташҡа баҫылмағандары ла осрай.
Ғәҙелгәрәй ауылынан Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы Шүлгәнташ мәмерйәһенең атамаһы менән бәйле ҡыҙыҡлы легендалар һөйләнеһөйләй. Икенсе информант таш өйҙөң (мәмерйәнең) эйәһе бар, тип белдерҙебелдерә. "Һирәк осраҡта уны йә кеше күләгәһе, йә ат күләгәһе итеп күрергә була икән".
 
Мәмерйә эйәһе тураһында тағы бер легендә яҙып алындыалына: «Һуңғы ваҡытта таң атҡанда Аҡбуҙатҡа атланған Таш өй эйәһен йыш ҡына күргеләйҙәр, тип һөйләйҙәр. Ул нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙлек белдерә».
«Мәмерйә эйәһен мәмерйә эсендә күреп була. Әгәр башты юғары күтәрһәгеҙ, мәмерйә түбәһенән һеҙгә ике күҙ ҡарай. Был - таш өй эйәһенең күҙҙәре».
58 юл:
Информанттар һөйләүе буйынса, элегерәк кешеләр мәмерйә эйәһенең йә бүрегә, йә ҡошҡа әүерелгән образын йыш күрә тоған булғандар. Ә хәҙер, байтаҡтан инде, уны бер кем дә күргәне юҡ.
«Йылҡысыҡҡанкүл» легендаһының баҫылған сығанаҡтарында уның йөкмәткеһе түбәндәгесә яңғырай: бер егеткә бер һунарсының эте оҡшап төшәоҡшай. Эт өсөн ул күл төбөнән бер өйөр йылҡы сығарырға вәғәҙә итә һәм һүҙендә тора. Был аттар һоро арҡалы ала, сыбар тоҡомло була. Урындағы халыҡ бөгөн дә башҡорт тоҡомло аттарҙың Йылҡысыҡҡанкүлдән сығыуына ышана.
 
Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙынан яҙып алынған “Йылҡысыҡҡанкүл” легендаһының икенсе варианты “Аҡбуҙат” эпосын хәтерләтә: “Бер йәш һунарсы, көн һайын күл буйына килеп, ҡоштарға һунар итер булған. Бер тапҡыр ул күл өҫтөндә йөҙөп йөрөгән бик матур өйрәкте күргән. Егет, уны атырға тип, уҡ-һаҙағын тоҫҡаған саҡта, был өйрәк телгә килгән: ”Һин, егет, миңә атма. Мин һиңә йылҡы өйөрө бүләк итермен”. Егет быға бик ышанып та етмәгән, шулай ҙа тикшереп ҡарарға булған. Өйрәк уға тағы: “Һин, егет, артыңа боролоп ҡарама, өйөңә ҡарай тура атлап бар ҙа, бар”,- тигән. Тағы бер ҡат киҫәткән: ”Тик артыңа боролоп ҡарама!”. Егет өйөнә ҡарай атлаған. Бер аҙҙан аттар кешнәгән, тояҡ тауыштары ишеткән. Түҙемлеге етмәгән,етмәй әйләнеп ҡараған егет һәм күлдән сығып килгән аттарҙы күргән. (Ауылдағы бер нисә кешелә әле лә ала, сыбар төҫтәге ат бар. Халыҡ һаман да ошондай аттарҙың Йылҡысыҡҡанкүлдән сығыуына ышана). Егет, әлбиттә, ашыҡҡан (тыйыуҙы үтәмәгән – Х.Г.), бөтөн аттар ҙа күлдән сығып өлгөрмәгән. Шулай булһа ла, тояҡтары ергә тейгән ҡалған аттар егет артынан эйәргән. Шуның өсөн дә йылҡы сыҡҡанбыл күлде Йылҡысыҡҡанкүл тип йөрөтәләр”.
Легенданың өсөнсө вариантының сюжеты ябайыраҡ. Легенданың төп персонажы, көтөүсе егет, йылҡы өйөрөн, һыйыр көтөүен күл төбөнөн бүләк итеп тә, ҡатынының артынан килгән бирнә итеп тә алмай, барыһы ла осраҡлы килеп сыға: “Бер көндө көтөүсе тауыш ишеткән: Юл буйлап туп-тура бар, әйләнеп ҡарама!” Егет тыуған ауылына илткән юл буйлап атлап киткән. Түҙмәгән, күпмелер ваҡыт үткәс, артына әйләнеп ҡараған һәм бер өйөр йылҡының үҙенең артынан килгәнен күргән. Был саҡта ер өҫтөнә малдың бер өлөшө генә сығып өлгөргән була, яртыһы күлгә кире сумған. Ярға иң һуңғыһы булып Аҡбуҙат сығырға тейеш булған. Егет ҡуйылған шартты үтәмәгәнлектән, Аҡбуҙат күл төбөндә тороп ҡалған”.
68 юл:
Шуныһы ҡыҙыҡ, урындағы халыҡ был күлдән йылына бер тапҡыр йылҡы сығыуына һаман ышана. Информант Ишморатова Флүзә Йомағужа әйтеүенсә, Аҡбулат ауылында йәшәгән бер әбей: “Йылдың билдәле бер көнөндә хәҙер ҙә Йылҡысыҡҡанкүлдән аттар сыға. Мин был хәлгә үҙем шаһит булдым. Бының өсөн тик тәғәйен көндө һәм ошо көндөң билдәле бер мәлен генә белер кәрәк”.
Экспедиция материалдарынан күреүенеүенсә, Бөрйән еренең мөғжизәле урындары тураһындағы легендалар халыҡ хәтерендә һаман да тере. Һәм Башҡортостандың был ғәжәйеп мөйөшөн күрергә бер тапҡыр килгән туристар бында ҡабат-ҡабат әйләнеп киләсәккилә<ref>
Хусаинова Г.Р., Юлдыбаева Г.В. Легенды о пещере Шульганташ и об озере Йылкысыкканкуль
rcntrb.ru</ref>