Ҡоштар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
30 юл:
'''Ҡоштар''' ({{lang-la|Aves}}) — [[умыртҡалылар]] төркөмөнә ҡараған ҡанатлы, ике аяҡлы, тәне ҡауырһын, йөн-мамыҡ менән ҡапланған, йылы ҡанлы, йомортҡа һалыусы [[хайуандар]] классы. Ҡоштар төҙөлөшө осоу өсөн яраҡлаштырылған, шулай булһа ла осмай торған ҡоштар ҙа бар. Ҡоштар башҡа йән эйәләренән суҡышы булыуы менән айырыла. Ер йөҙөндә бөгөнгө көндә 9800 ҡош төрө булыуы билдәле, Рәсәйҙә 600-гә яҡын төр.
 
== КүсмәКүсер ҡоштар ==
'''Күсер ҡоштар''' көҙөн һалҡын һәм уртаса климатлы өлкәләрҙән бөтөнләй осоп китеп, ҡышты үткәреү өсөн йылы илдәргә йүнәлә. Был төркөмдәгеләр бөжәк ашаусылар йәки төп туҡланыу урыны — һыу ятҡылыҡтары булған ҡоштар.
Беҙҙә оялап, бала сығарып ҡышҡылыҡҡа көньяҡҡа осалар.
 
Туптарға йыйылып, улар йөҙәрләп һәм меңәрләп: берәүҙәре — көндөҙ, икенселәре төнөн оса. Юлда ҡоштар туҡлана, ял итә һәм, үҙҙәре ғәҙәтләнгән даими ҡышлау урынына барып еткәнсе, артабан оса.
 
Күсер ҡоштарҙың бер өлөшө оялау райондарынан көҙ аҙағында осоп китә. Мәҫәлән, күп кенә өйрәктәр һәм аҡҡоштарҙың осоп китеүе төп туҡланыу урындары булған һыу ятҡылыҡтарының туңыуына бәйле. тыуған яҡтарында туҡланыр аҙыҡ бөткәс,
 
Башҡа күсер ҡоштар, мәҫәлән, һандуғастар, һарығоштар, ҡарлуғастар, керәшәләр, оялаған ерҙәрендә һауаның йылы тороуына һәм аҙыҡтың етерлек булыуына ҡарамаҫтан, ҡышлау урындарына йәй аҙағында уҡ осоп китә.
 
Ҡышлау урындарына барғанда ла, яҙын тыуған ерҙәрендә бала сығарыу өсөн әйләнеп ҡайтҡанда, ҡоштар һәр йылда ла бер үк юл буйлап оса.
 
== Ултыраҡ ҡоштар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡоштар» битенән алынған