Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
1 юл:
'''Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу!!!''' Бәйләнешкә сыҡһағыҙ ине. 4039624@mail.ru Айсар.
 
 
'''Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы'''
7 юл:
'''Биографияһы'''
1936 йылдың 14 мартында БАССР Ишембай ҡалаһы Смаҡай ҡасабаһында тыуған. Атаһы 1941 йылда Ленинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе Сәхибъямалға өс баланы бер үҙенә тәрбәләп үҫтерә. 1953 йылда Рәсүл Ишембай ҡалаһындағы 3-сө һанлы башҡорт мәктәбен уңышлы тамамлап ( хәҙерге 2-се һанлы гимназия-интернат), нефть институтына уҡырға инә. Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң (1958 й.) тыуған ҡалаһына ҡайтып эш башлай. Рәсүл бәхетте ситтән эҙләмәй, хеҙмәт юлын бер генә ойошма менән бәйләй( НГДУ “Ишембайнефть”, 1958-1997 йылдар). 1958-59 йылдарҙа нефть сығарыу операторы, 1959- 1974 йылдарҙа скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса инженер, скважиналарҙы ер аҫтында һәм капиталь ремонтлау цехы начальнигы урынбаҫары, начальнигы вазифаларында эшләй. 1973 йылда уның ҡатнашлығында НГДУ «Ишембайнефть»тә беренсе тапҡыр Грачевский ятҡылығында скважинаның икенсе йәнәш олонон (боковой ствол) ерҙе быраулап төшөрәләр. Нефть табыуҙы күпкә арттырған был методты һуңыраҡ башҡа нефтселәр ҙа ҡуллана башлай. Нефть сығарыуҙың яңы технологияларын ҡулланыу өсөн нструменттарҙы яҡшыртыу, эшселәрҙең квалификацияһын үҫтереү,эш урынын кешегә уңайлы итеп ҡороуҙы хәстәрләй. Ә был урынындағы аварияларҙы ҡырҡа кәметә.Йәш белгестәр әҙерләүгә күп көс һала, эшселәргә техникум, институтта ситтән тороп уҡырға мөмкинлек бирә. Йәш белгестәр практика үтергә бында күпләп килә. Алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыр өсөн Рәсүл Абдрахман улын Германия Демократик Республикаһына оҙайлы командировкаға ебәрәләр (1966-1968). 1968-1974 йылдарҙа ул НГДУ “Ишембайнефть” ойошмаһының начальник урынбаҫары була,йылына 100 яңы скважина эксплуатацияға ингән саҡта ерҙе нефть эшкәртеү өсөн алыу, кире ҡайтарыу, эшселәр тураһында хәстәрлек (ашатыу, торлаҡ, транспорт), ҡала инфраструктураһын ҡайғыртыу (балалар баҡсалары, мәктәптәр, торлаҡ йорттар төҙөү) һәм башҡа бик күп проблемаларҙы көн дә хәл итергә кәрәк була. Элекке эшселәр уны кешелекле, хәстәрлекле етәксе итеп хәтерләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас,1996-1997 йылдарҙа НГДУ «Ишембайнефть»тең уҡытыу комбинаты директоры булып эшләй.
Хеҙмәт ветераны бөгөнгө көндә НГДУ-ның ветерандар Советы рәисе, Ишембай ҡалаһы башҡорттары ойошмаһының әүҙем ағзаһы, Смаҡай ҡасаба биләмәһе үҙидараһының аҡһаҡалы. Ул Ишембай энциклопедияһын төҙөүҙә ҡатнаша, Смаҡай биләмәһендә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына һәйкәл асыуға ҙур өлөш индергән. Фирҙәүс Бәширова етәкселегендә сыҡҡан “Беҙ- Смаҡай ейәндәре” китабы өсөн материалдар тупларға ярҙам итә, оҙаҡ ваҡыт архивтарҙа эҙләнә.
Ағаһы- Ғүмәров Рафиҡ Абдрахман улы ( 1933- 2003 ), инженер-нефтсе, Ишембай,Өфө, Бәләбәй,Сибай ҡалаларында етәксе вазифаларҙа эшләгән, “Знак почета” ордены менән бүләкләнгән. Ҡатыны- Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы ( 1935-1995), Ишембай ҡала больницаһының неврология мөдире булып эшләгән, Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының атҡаҙанған табибы. Улы- Рөстәм , техник фәндәр кандидаты, НГДУ “Ишембайнефт”тә 1982- , “Газпромнефть НТЦ”, баш белгес ( ҡыҙы Ләйсән, улы Рәмил- инженер –нефтселәр)