Һөтимәрҙәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
60 юл:
#Хәрәкәтсән тышҡы ҡолаҡ япраҡтарының бар (тауыш йүнәлешен билдәләү камиллаша).Урта ҡолаҡта ишетеү һөйәктәре өсәү (сукеш, һандал һәм өҙәңге).
#Тештәр махсуслашҡан (ҡыррҡыс, ҡаҙыҡ, аҙау тештәр). Уларҙың яңаҡтарҙа соҡорҙары (ҡаҙналары) бар. Үҫеш дәүерендә һөт тештәре даими тештәргә алмашына.
#Хәрәкәтсән ирендәре һәм урттары бар.
 
== Имеҙеүселәрҙең тышҡы төҙөлөшө==
Имеҙеүселәрҙең аяҡтары, һөйрәлеүселәрҙәге кеүек, тәндең ян-яҡтарында түгел, ә кәүҙәһе аҫтында урынлашҡан. Шунлыҡтан уларҙың тәне ергә тейеп тормай. Имеҙеүселәр табандарына, устарына йәки тырнаҡлы бармаҡтарына баҫып йорой.
 
Һығылмалы муйыны башының бик хәрәкәтсән булыуына булышлыҡ итә. Ауыҙҙары хәрәкәтсән өҫкө һәм аҫҡы ирендәр менән сикләнғән. Ауыҙ өҫтөндә тышҡы ике танау тишеге урынлашҡан.
 
Өҫкө һәм аҫҡы күҙ ҡабаҡтары яҡшы үҫешкән. Өсөнсө күҙ ҡабағынан (йомғос ярынан) рудимент ҡына ҡалған.
 
Бөтә хайуандар араһында имеҙеүселәрҙең генә хәрәкәтсән тышҡы ҡолағы — ҡолаҡ япрағы бар.
 
=== Тән япмалары===
 
Имеҙеүселәрҙең тиреһе ныҡ һәм һуҙылмалы. Күпселек йәнлектәрҙә тирелә төктәрҙең төбө урынлашҡан. Төктәр умыртҡалы хайуандарҙың был класына хас булған йөн япмаһын барлыҡҡа килтерә. Йыуан һәм оҙон төктәрҙе — шыртты (ҡылды) һәм ҡыҫҡараҡ, йомшаҡ төктәрҙе — мамыҡты айырып йөрөтәләр.
 
Ҡаты, ныҡ шырт мамыҡты һәм тирене зарарланыуҙан һаҡлай. Эсендә һауа күп була торған мамыҡ тәндең йылыһын яҡшы тота.
 
Шырттан һәм мамыҡтан тыш, йәнлектәр тәнендә эре төктәр — тейеп һиҙеү ағзалары үҫә.
 
Имеҙеүселәрҙең төктәре, ҡоштарҙың ҡауырһындары һәм һөйрәлеүселәрҙең тәңкәләре кеүек, мөгөҙ матдәнән тора.
 
Коштар төләгән кеүек, имеҙеүселәр йылына ике тапҡыр йөнөн (баҡтаһын) ҡоя: төктәренең бер өлөшө ҡойола һәм яңылары менән алмашына.
 
Төктөң төбө махсус төк муҡсаһында була. Йәнәш урынлашҡан май биҙҙәренең көпшәләре ошо муҡсаға асылып тора. Май биҙҙәренән бүленеп сыҡҡан матдәләр тирене һәм төктәрҙе майлап тора. Шунлыҡтан улар һығылмалы була һәм һыуҙа еүешләнмәй.
 
Күпселек йәнлектәрҙең тиреһендә тир биҙҙәре лә урынлашҡан. Тир, тән өҫлөгөнән парға әйләнеп, уны һыуытып тора. Тир менән бергә тәндән тоҙҙоң һәм бәүелсәнең артыҡ өлөшө лә сығарыла. Шулай итеп, тир биҙҙәре өҫтәмә бүлеп сығарыу ағзалары ролен үтәй
 
Имеҙеүселәрҙең бармаҡ остарында мөгөҙ матдәнән торған тырнаҡтары йәки тояҡтары урынлашҡан. Шулай уҡ, ҡайһы бер имеҙеүселәрҙә мөгөҙ матдә үҫентеләре баштарында (мәҫ. носорогтарҙың, антилопаларҙың, һыйыр малының мөгөҙҙәре) йәки ҡойроҡтарында (мәҫәлән, ҡомаҡтарҙың мөгөҙ матдәнән тороусы тәңкәләре) барлыҡҡа килә.
 
== Имеҙеүселәрҙең һөлдәһе==
Имеҙеүселәрҙең һөлдәһе, башҡа умыртҡалы хайуандарҙағы кеүек үк, бүлектәрҙән тора.
Йәнлектәрҙең баш һөйәге мейе ҡумтаһының байтаҡ ҙурыраҡ булыуы менән айырыла. Был баш мейеһенең ҙур күләмле булыуына бәйле.
 
7 муйын умыртҡаһы булыу имеҙеүселәр өсөн бик хас үҙенсәлек. Оҙон муйынлы жирафта ла, муйыны булмаған киттарҙа ла муйын умыртҡалары бер үк һанда.
 
Күкрәк умыртҡалары (ғәҙәттә, улар 12—15) ҡабырғалар һәм күкрәк һөйәге менән бергә күкрәк ситлеген барлыҡҡа килтерә.
 
Бил бүлегенең ҙур умыртҡалары бер-береһе менән хәрәкәтсән тоташҡан. Был бүлектә кәүҙә бөгөлә һәм турая ала.
 
Төрлө төрҙәрҙә бил умыртҡаларының һаны төрлөсә (2—9), эттә улар 6. Умыртҡаларҙың һигеҙгүҙ һөйәге бүлеге (3—4 умыртҡанан тора) №әм таз һөйәктәре менән бергә ҡушылып үҫкән.
 
Ҡойроҡ бүлегенең умыртҡалары һаны (өстән алып бер нисә тиҫтәгә тиклем) ҡойроҡ оҙонлоғона бәйле.
 
Имеҙеүселәрҙең алғы аяҡтары билбауы ике ҡалаҡ һөйәгенән, уларға ҡушылып үҫкән ике ҡарға һөйәгенән һәм ике умрау һөйәгенән тора. Аяҡтарын бер яҫылыҡта (алға, артҡа) ғына хәрәкәтләндереүсе имеҙеүселәрҙә умрау һөйәктәре үҫешмәгән.
 
Артҡы аяҡтар билбауы өс пар таз һөйәгенән төҙөлгән. Имеҙеүселәрҙең һәм һөйрәлеүселәрҙең аяҡ һөлдәләре оҡшаш. Ә төрлө хайуандарҙың аяҡ төҙөлөшөндә булған айырма, уларҙың йәшәү шарттарына бәйле.
 
Имеҙеүселәрҙең бер төрҙәре ер өҫтөндә йәшәү рәүешен үҙләштергән һәм тиҙ йүгереүгә яйлашҡан (тояҡлылар, бүре, ҡуян).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һөтимәрҙәр» битенән алынған