Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
 
== II Бөтә башҡорт ҡоролтайы ==
II Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 25-29 августа Өфөлә үтә. Унда йөҙгә яҡын делегат ҡатнаша. Ҡоролтай Рәсәйҙең федератив-демократик ҡоролошло булырға тейешлелеген билдәләй һәм Шураны ҡабаттан һайлай: уның составы 12 кешегә арта, Шураның рәйесе итеп шул уҡ [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы| Ш. Манатов]], ә урынбаҫары итеп [[Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы]] һайлана. [[Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы|Н.Таһиров]], [[Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы|Х. Ғәбитов]], К. Кәрибов, А. Ғүмәров, [[Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы|Ғ. Хәсәнов]], [[Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы|М. Смаҡов]], Ф. Дәүләтшин, [[Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы|Ш. Бабич]], [[Атнағолов Сәләхетдин Саҙрый улы|С. Атнағолов]], [[Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Мерәҫов]] — шура ағзалары, Ғ. Ғирфанов, [[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Ю. Бикбов]], Ш. БиҡҡузинБиҡҡужин, [[Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы|А. Әлимғолов]] кандидаттар булып китәләр. Ҡоролтай Башҡорт Хөкүмәтенең даими резиденцияһын [[Каруанһарай]]ҙа ([[Ырымбур]] ҡалаһында), уның секретариатын [[Өфө]]лә ойоштора (секретариат башлығы — [[Әхмәҙуллин Фәтхей Әхмәҙей улы]]) һәм [[Силәбе]]лә (башлығы —[[Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы]]). Ҡоролтайҙа башҡорттарҙың милли-территориаль автономияһын булдырыу мәсьәләһе күтәрелә: «Башҡорттар алдында милли-мәҙәни автономиянан тыш тағы ла ауырыраҡ маҡсат- милли-территориаль автономияны тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡуйыла»<ref name=kurultay2>[http://www.gsrb.ru/ru/about_parliament/parliamentary_museum/second_kurultai_august_25_30_1917/cultural_autonomy/ Из постановления II Областного съезда башкир «О национально-культурной автономии», г. Уфа, 25-30 августа 1917 г.]</ref>.
 
Съезда башҡорттарҙың милли берҙәмлеге һәм уларҙың социаль, мәҙәни һәм сәйәси тергеҙелеүе; ''милли — территориаль автономияһын'' булдырған саҡтағы [[Башҡорт милли хәрәкәте]]нең тулыһынса һаҡланғанлығы тураһында резолюциялар ҡабул ителә. [[Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт-Ғабдулхай|М.- Ғ. Ҡорбанғәлиев]] етәкселегендәге [[Силәбе өйәҙе]] делегаттары [[Татарҙар|татарҙар]]ҙың милли-территориаль автономияһын булдырыу буйынса ынтылыштарын ихтирам итеү һ. б. тураһында сығыш яһай. Шулай уҡ съезда [[Ырымбур губернаһы|Ырымбур]],[[Пермь губернаһы|Пермь]], [[Һамар губернаһы|Һамар]] һәм [[Өфө губернаһы|Өфө губерна]]лары исеменән [[Бөтә Рәсәй Учредителдәр йыйылышы]] депутаттарына кандидаттар исемлеге раҫлана.