Сыбай ҡашҡа (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Сыбай ҡашҡа''' - башҡорт халыҡ йыры, [[оҙон көй]]. Беренсенән 1933 йылда А.С.Ключарёв тарафынан [[Белорет металлургия комбинаты]] эшсеһе А.Кәримовтан яҙып алына һәм “Башҡорт халҡхалыҡ йырҙары” китабында баҫтырыла<ref>[http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/12924-sybaj-ash-a ]</ref>. Йырҙың варианттарын Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Лирик-драматик характерҙағы йыр. К.М.Дияров һөйләгән легенда буйынса, Дим йылғаһы буйындағы бер ауылда аты менән бәйгеләрҙә лә, дошман менән алыштарҙа ла еңелеү белмәгән бер егет йәшәгән. Шул уҡ ауылдың ҡыҙын осратып, уға ғашиҡ була. Бер ваҡыт яр буйында йөрөгәндә ғашиҡтар һыу инергә була. Ҡысҡырған тауыш ишетеп, егет һыуға батҡан ҡыҙҙың кәүҙәһен табып алып, ярға сығара. Был турала ул һуңынан йыр сығара, унда һөйгәнен юҡһыныуын, тормош тураһында уйҙарын сағылдыра.
 
== Текст (беренсе вариант)==