Хайуандар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
42 юл:
#Запас углеводы — гликоген.
#Экосистемала үтәгән функциялары буйынса консументтар (бик әҙҙәре генә редуцент:ямғыр селәүсендәре, микроскопик талпандар)).
 
== Хайуандарҙы классификациялау ==
 
Хайуандарҙың ике миллиондан ашыу төрө билдәле. Был тиклем төрҙәр эсендә төшөнөү, айырым төрҙөң хайуандар донъяһындағы урынын табыу, төрҙәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тәртипкә килтереү өсөн уларҙы төркөмдәргә айырырға кәрәк. Бының менән систематика фәне шөғәлләнә.
 
'''Систематика''' фәне хайуандарҙың күп төрлөлөгөн өйрәнә. Уның төп бурысы — хайуандарҙы төркөмдәргә айырыу, йәғни уларҙы '''классификациялау'''.
===Классификациялау принциптары===
'''Классификациялауҙың төп һәм иң бәләкәй берәмеге — хайуандарҙың төрө.''' Оҡшаш төҙөлөшлө, бер төрлө тереклек иткән, ҡауышып, үрсеүгә һәләтле нәҫел ҡалдыра алған һәм билдәле территорияла йәшәгән организмдар берләшмәһе хайуандарҙың төрө тип атала.
 
Систематика фәненә нигеҙ һалыусы булып, швед натуралисы һәм врачы Карл Линней (1707—1778)тора. Ул башлап фәнни нигеҙҙә төркөмләү принциптарын индерә.
#Төркөмләү өсөн бер-береһенә бәйле һәм бер-береһенә буйһонған рангылар системаһын (''таксондар'') булдыра: оҡшашлығы буйынса ул организмдарҙы төрҙәргә, ырыуҙарға, кластарға бүлеп төркөмләй.
#Төркөмләү өсөн иң бәләкәй таксон — төр төшөнсәһен билдәләй.
# Фәнгә төр өсөн ике исемле латинса атамалар биреү тәртибен индерә (''бинар номенклатура, йәки төргә икеләтә исем биреү'').Был принцип буйынса һәр төр ике һүҙҙән торған фәнни исемгә эйә.ул исем ырыу атамаһынан (имя существительное) һәм төр эпитетынан (имя прилагательное) яһала. Шулай итеп, төр исеменән уның ниндәй ырыуға ҡарағанын белеп була. Халыҡ-ара фәнни исем латынь телендә бирелә.
(''Саnis familiaris — йорт эте, Саnis lupus — эт бүре, Falis domestika — йорт бесәйе, Falis leo — арыҫлан бесәй, Rubes rubrbm — ҡыҙыл ҡарағат һ. б''.).
 
Латинса атамалар төрлө илдәрҙең ғалимдарына бер-береһе менән аралашырға ярҙам итә.
===Рангылар системаһы (таксондар)===
 
Айырылып тороуҙарына ҡарамаҫтан, бөтә йорт эттәре лә бер төргә — Эт төрөнә ҡарай. Хайуандарҙың яҡын ҡәрҙәш төрҙәрен ырыу тип аталған махсус төркөмгә берләштерәләр. Мәҫәлән, Эт төрөн һәм Бүре төрөн Бүре ырыуына индерәләр. Әгәр тәбиғәттә хайуандар төрөнә яҡын ҡәрҙәш, уға оҡшаш төр булмаһа, уны барыбер үҙ аллы ырыуға айыралар.
 
Яҡын, оҡшаш ырыу хайуандарын бер семьяга берләштерәләр. Мәҫәлән, Бүре ырыуыһәм Янут һымаҡ эттәр ырыуы Бүре һымаҡтар семьяһына инә. Төлкөләр һәм Аҡ төлкөләр ырыуы ла шул уҡ семьяға керә.
 
Яҡын, оҡшаш семьяларҙы отрядҡа, ә отрядтар — класҡа, кластар — типҡа, типтар — ваҡ батшалыҡҡа, ваҡ батшалыҡтар — батшалыҡҡа туплана. Мәҫәлән, бүре һымаҡтар семьяһы йыртҡыстар отрядына инә, бесәй һымаҡтар семьяһы (мәҫәлән, бесәйҙәр, һеләүһен, леопард, юлбарыҫ, арыҫлан), һуҫар һымаҡтар семьяһы (мәҫәлән, һуҫар, кеш, йәтсә, көҙән) һәм айыу һымаҡтар семьяһы ла (мәҫәлән, һоро айыу, аҡ айыу) шул отрядҡа ҡарай.
 
Йыртҡыстар отряды — имеҙеүселәр, йәки балаларын һөт имеҙеп үҫтереүсе йәнлектәр, класының бер отряды ғына.
 
Имеҙеүселәр класы хордалылар тибына инә. Был типтың бөтә вәкилдәренең дә (балыҡтарҙың, ер-һыу хайуандарының, һөйрәлеүселәрҙең, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең) эске һөлдәһе — хордаһы була.
 
Хордалылар тибы — күп күҙәнәкле хайуандар ваҡ батшалығының бер тибы ғына.
 
 
Хайуандар батшалығын ике ваҡ батшалыҡҡа бүләләр: Иң ябай хайуандар, йәки '''Бер күҙәнәклеләр''', һәм '''Күп күҙәнәкле хайуандар'''.
 
Уларҙың төп айырмаһы:
*Иң ябай хайуандарҙың һәр күҙәнәге — үҙ аллы организм.
*Күп күҙәнәкле хайуандарҙың күҙәнәктәре иһә организм составына инә һәм төрлө функциялар башҡара: берәүҙәре — һаҡлау функцияларын үтәй, икенселәре аҙыҡ таба йәки уны һеңдерә һ. б. Был күҙәнәктәр организмдан ситтә йәшәй алмай.
 
Бер күҙәнәкле һәм күп күҙәнәкле хайуандар ваҡ батшалыҡтары хайуандар батшалығын барлыҡҡа килтерә. Ул бөтә хайуандарға хас билдәләргә нигеҙләнеп айырыла: органик матдәләр, ҡағиҙә булараҡ, тере организмдар, менән туҡланыу; күҙәнәктәр төҙөлөшөндә тығыҙ тиресәнең булмауы; күп осраҡтарҙа хәрәкәтсәнлек һәм хәрәкәт итеү яйланмаларының булыуы.
 
Шулай итеп, '''хайуандарҙың төп систематик төркөмдәре ошолар''': батшалыҡ, ваҡ батшалыҡ, тип, класс, отряд, семья, ырыу, төр. Был I хемала батшалыҡ — хайуандарҙың иң юғары һәм иң ҙур систематик төркөмө, ә төп бәләкәй төркөм — төр.
 
Хайуандар төркөмдәргә ирекле рәүештә түгел, ә уларҙы ентекләп өйрәнеүгә нигеҙләнгән фәнни системаға ярашлы рәүештә берләштерелә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хайуандар» битенән алынған