Һөтимәрҙәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Хаталарҙы таҙарттым
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
37 юл:
Умыртҡалы хайуандар синыфы. 4,5 меңгә яҡын төрө билдәле. Ер шарының бөтөн материктарында, океан һәм диңгеҙҙәрҙә таралған.. Уларҙың төп үҙенсәлектәре: үҙәк нерв системаһының юғары үҫеше, һиҙеү органдарының ҡатлаулы төҙөлөшө, йөн ҡапламы булыу, төрлө тире биҙҙәре (май, тир һ.б.; айырыуса балаларын имеҙеү өсөн һөт биҙҙәре булыу әһәмиәткә эйә — синыфның исеме лә шунан), бүленгән теш системаһы (киҫкестәр, ҡаҙыҡ, урт (аҙыу) алды һәм урт (аҙыу) тештәр, уларҙың һәр береһе үҙ функцияһын үтәй), даими тиәрлек тән температураһы (уртаса 30°C тирәһе), үпкә менән һулау, дүрт камералы йөрәк. Имеҙеүселәрҙең бер төрҙәре ер өҫтөндә йәшәү рәүешен үҙләштергән һәм тиҙ йүгереүгә яйлашҡан (тояҡлылар, бүре, ҡуян) йә иһә һыйыныу урынын ерҙә тапкан (бурһыҡ, йомран); башҡалары ағаста йәшәүгә күскән (тейен, һыуһар); өсөнсөләре һауаға күтәрелгән, һәм уларҙың алғы ослоҡтары ҡанатка әүерелгән (ярғанат); дүртенселәре ер аҫтында йәшәү рәүеше алып бара — уларҙың күреү һәләте шаҡтай дәрәжәлә редукциялашҡан һәм ҡайһы бер органдары тупраҡта йөрөү юлдары ҡаҙыуға яйлашҡан (һуҡыр сысҡан, ҡыр сысҡандары); имеҙеүселәр араһындағы тирәлек менән тығыҙ бәйләнештә булған төрҙәр бар (йофар, ҡама, ондатра). Тейен, ҡуян, төлкө, һыуһар һ.б. ҡиммәтле тиреле хайуандар промысел әһәмиәтенә эйә.
 
Ярғанаттар, ер сысҡандары, йәтсә һ. б. зарарлы бөҗәктәрҙебөжәктәрҙе һәм [[кимереүселәр]]ҙе юҡ итәләр. Ҡайһы бер төрҙәре (күп кенә кимереүселәр һәм тояҡлылар) үҫемлекселеккә, урман хужалығына һ.б. зыян килтереүе мөмкин. Күп кенә имеҙеүселәр (мәҫәлән, кимереүселәр) ҡурҡыныс ауырыу (сума, туляремия) тыуҙырыусыларҙы таратыусы һәм йоҡтороусылар.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һөтимәрҙәр» битенән алынған