Ассирия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
46 юл:
Ассирия б.э.т. VIII быуаттың өсөнсө сирегендә Тиглатпаласар III (б.э.т. 745—727 йй.) идара иткән осорҙа иң ҡеүәтле үҫешкә өлгәшә. Уның улы Саргон II Урартуны ҡыйрата, Төньяҡ Израиль батшалығын яулай һәм батшалыҡ сиктәрен Мысырға саҡлы киңәйтә. Уның улы Сеннахериб Вавилондағы ихтилалдан һуң был ҡаланы ер менән тигеҙләй. Иҫ киткес ҡупшылығы менән күҙҙең яуын алған үҙе төҙөткән Ниневияны баш ҡала итеп һайлай. Ҡала биләмәләре байтаҡҡа арттырыла һәм ҡеүәтле нығытмалар ҡалҡып сыға, яңы һарай төҙөлә, ғибәҙәтханалар яңыртыла. Ҡаланы һәм уның тирә-яғындағы баҡсаларҙы яҡшы һыу менән тәьмин итеү маҡсатында, бейеклеге 10 м булған һыу үткәргес акведук ҡорола.
Баш ҡалаһы Ниневия (хәҙерге Мосул ҡалаһы яны) булған Ассирия II меңйыллыҡ башынан алып яҡынса б.э.т. 612 й. саҡлы, Мидия һәм Вавилонияның берләшкән ғәскәрҙәре тарафынан емертелгәнсе, йәшәй. Шулай уҡ Ашшур, Калах һәм Дур-Шаррукин («Саргон һарайы») ҙур ҡалалар була. Тотош идаралыҡ Ассирия батшалары ҡулында була — улар бер үк ваҡытта баш ҡанбабалар (верховный жрец) һәм хәрби башлыҡ юғары вазифаһын биләй, хатта ҡайһы бер ваҡытта  казначей ҙа була. Өҫтөнлөклө хәрби етәкселәр батша кәңәшселәре була (провинция идарасылары (управляющие), мотлаҡ армияла хеҙмәт иткәндәр һәм батшаға яһаҡ түләгәндәр). Игенселек менән ҡолдар һәм бойондороҡло хеҙмәтселәр шөғөлләнә.
 
== Тарихы ==
64 юл:
|[[Файл:AthurMdinta.jpg|справа|мини|354x354пкс|Ашшур планы. Иҫке Ассирия ҡатламдары ҡара менән билдәләнгән.]][[Файл:Ur_III.svg|справа|мини|354x354пкс|Шүлгә осорондағы Ура династияһының III дәүләте. Б.э.т. 2050 йй. тирәһе]] [[Файл:Samsi Addu.PNG|thumb|354px|right|Шамша-Адад I дәүләте. Б.э.т. XXIII быуат башы]] |[[Файл:Map of Akkad.svg|thumb|366px|right|Нарам-Суэн осоронда Аккад батшалығы. Б.э.т. XXIII быуат аҙағы]] [[Файл:Third Mari.png|thumb|366px|right|Шамша-Адад I яулап алыуҙары алдынан.<br />Эришум II осорондағы Ашшур территорияһын индереп,<br />Сүриә һәм Месопотамия батшалыҡтары. Б.э.т. 1810 йй. тирәһендә]] [[Файл:Yamhad and Vassals.png|thumb|366px|right|Хаммурапи баҫып алыуҙарынан һуң.<br />Ямхад, Катна һәм Иҫке Вавилон батшалығы, б.э.т. 1750 йыл]]
|}
Тәүҙә, Иҫке Вавилон осоронда, Ашшур сағыштырмаса ҙур булмай, номовый, сауҙагәрҙәр төп ролде уйнаған башлыса сауҙа дәүләте үҙәге була. Б.э.т. XVI быуатҡа саҡлы Ассирия дәүләте «алум Ашшур», йәғни «Ашшур халҡы йәғни общинаһы» тип атала, а батша титулы фәҡәт Ашшур аллаһтың эпитеты була. Ашшурҙың иң боронғо тарихы (б.э.т. XXI быуатына саҡлы) деталдәрҙә билдәһеҙ. ''Иҫке Ассирия осоро ''тигән төшөнсә күбеһенсә яһалма булып тора, сөнки был ваҡыт арауығында Ассирия әлегә булмаған да. Ҡайһы бер йөҙйыллыҡтарҙа тарих локаль рәүештә бөтөнләй сәйәси үҙаллылығы булмаған Ашшурҙа бара. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы ассирия сығанаҡтары батшалар исемлегенә Ашшурға эйә булған державаларҙың гегемон батшаларының исемен дә индергән. Исемлеккә шулай уҡ Ашшурҙың монарх булмаған үҙ аллы ишшиаккумдары ла индерелгән. Дөйөм алғанда, Ассирияның был осорон, хронологик уңайлылыҡ маҡсатында, тарихҡаса тиклемге дәүер тип атау ҡабул ителә.
 
==== Б. э. т. ХХVI—ХХV быуаттар ====
70 юл:
 
==== Б. э. т. ХХIV—ХХІ быуаттар ====
Ашшур Аккад (б.э.т. XXIV—XXII бб.) батшалығына инһә лә, дәүләт эсендә әллә ни әһәмиәте булмай. Аккад ҡолатылғандан һуң, Ашшур, емерелгән булһа ла, Месопотамияның гутийҙар яулап алған үҙәктәренән киҫелеп ҡалғанлыҡтан, ҡыҫҡа осор бойондороҡһоҙлоҡта йәшәй. Һуңынан, б. э. т. XXI быуатта Ура III династияһы («Шумер һәм Аккад батшалығы») державаһына инә, Зәрҡүм наместнигының, "Ура батшаһы ҡоло"ноң, шул уҡ быуат менән билдәләнгән яҙыуы һаҡлана. Күрәһең, династияның йылъяҙмаларында тап шул Ашшур ''Шашрум'' — «''Шүлгә батша Шашрумды юҡ иткән йыл''», «''Амар-Суэн батша икенсе тапҡыр Шашрумды һәм Шурудхумды юҡ иткән йыл''», беренсе тапҡыр яулап алыу менән бәйле, б.э.т. 2052 йыл тирәһендә, икенсе тапҡыр б.э.т. 2040 йыл тирәһендәге күтәрелеш менән бәйле, — телгә алына. Яҡынса б.э т. 2034 йылда Урта {{comment|Ике йылға араһы|Междуречье}} аша {{comment|әмөриҙәрҙең|амореев}} баҫып алыуы башлана, Шу-Суэн уларға ҡаршы тороу маҡсатында Евфраттан Тигрға саҡлы «гипс» сүллеге ҡыры буйлап диуар төҙөй, уның Ашшур өҫтөнән контроль юғалтыу ваҡыты аныҡ билдәле түгел (Шу-Суэндың сановниктарының береһе Арбеланы контролдә тотҡан). Әмөриҙәр урап үткән Ашшур бары Ибби-Суэн дәүерендә азат булыуы ихтимал. Күпмелер ваҡытҡа ҡаланы хурриттар биләүе мөмкин, ә хөкөмдар Ушпия идаралығы был ваҡытҡа (б.э.т. XXI аҙағы) йәки иртәрәк дәүергә ҡараған тип фаразларға була.
 
==== Б. э. т. ХХ—ХІХ быуаттар ====
79 юл:
 
==== Б. э. т. ХVII—ХV быуаттар ====
Б.э.т. 1700 йыл тирәһендә Ашшурҙа Шамша-Адад I династияһын Адасидтар вариҫтары алмаштыра. Әмөрейҙәрҙең Экаллатум һәм Шубат-Энлилдәге таралышҡан ставкаларынан дәүләт үҙәге ахырҙа Ашшурға күсерелә. Ваҡыт-ваҡыт Ашшур тағы ла Вавилонға буйһона. Б.э.т. 1595 йыл тирәһендә Мурсили I-ҙең Вавилонға походы, Вавилонда әмөрейҙәрҙең еңелеүе һәм касситтар династияһының күтәрелеүе Ашшурға бик йоғонто яһамай. Ләкин б.э.т. XV быуатта ул көсәйгән Митанниҙың вассалына әйләнә, династия {{comment|ставленик|ҡуйылдыҡ}} сифатында хакимлығын дауам итә. Митанний хакимлығынан ҡотолған дәүерҙә ''иҫке ассирий осоро'' тамамлана.
 
=== Урта Ассирия осоро ===
93 юл:
=== Яңы Ассирия осоро ===
[[Файл:Map_of_Assyria.png|мини|Ассирия 9-7 бб.]]
Ассирия тарихында яңы осор арамейҙарҙың баҫып инеүенән һуң аяҡҡа баҫҡас башлана. Ассирияның иң ҡеүәтле осоро осоро — б.э.т. VIII—VII быуат. Яңы Ассирия империяһы (б.э.т. 750—620 й.) кешелек тарихындағы беренсе империя була.
* Адад-Нирари II (б.э.т. 911—891 йй.) — илде көрсөктән сығара, артабанғы хакимдар — нигеҙҙә баҫҡынсылар.
* Адад-Нирари III (б.э.т. 810—783 йй.) — тәүҙәрәк әсәһе Шаммурамат ҡурсыуы арҡаһында идара итә.
111 юл:
Кисир төп ғәскәр булып иҫәпләнә. Кисир тиҫтәләрҙән торған иллеләргә бүленә. Бер нисә кисир эмука (көс) барлыҡҡа килтерә.
 
Ассирий {{comment|пехота|йәйәүле ғәскәре}}һы ауыр һәм еңелгә бүленә. Ауыр пехота һөңгөләр, ҡылыстар һәм һаҡланыу саралары  — панцирҙар, торҡалар һәм ҙур ҡалҡандар менән ҡораллана. Еңел пехота уҡсыларҙан һәм {{comment|һиртмәкселәрҙән-таш атыусылар|пращниктар}}ҙан тора. Хәрби берәмекте ғәҙәттә ике яугир: уҡсы һәм ҡалҡан йөрөтөүсе тәшкил итә.
 
Шул уҡ ваҡытта ауыр ҡораллы хәрби берәмектәр була. Ассирий пехотаһы ҡалҡанлы ауыр пехота ышығында һуғышҡан уҡсыларҙың тығыҙ рәттәрендә хәрәкәт итә. {{comment|Йәйәүле ғәскәр|пехота}} дошманға уҡтар, {{comment|дротик|ҡыҫҡа һаплы һөңгө}}тар һәм таштар сөйә.
117 юл:
Ассирий ғәскәренең мөһим өлөшөн б.э.т. 1100 йылдарҙан файҙаланылған ике тәгәрмәсле хәрби арбалар тәшкил итә. Уларға ике-дүрт ат егелә, ә кузовына уҡтар тултырылған һаҙаҡтар нығытыла. Экипажы ике һуғышсынан — һөңгө һәм ҡалҡан менән ҡоралланған уҡсынан һәм күсерҙән тора. Ҡайһы берҙә экипаж уҡсы менән күсерҙе ышыҡлаған ике ҡалҡан йөрөтөүсе менән нығытыла. Хәрби {{comment|колесница|ике тәгәрмәсле арба}}лар тигеҙ урында ҡулланыла һәм регуляр булмаған ғәскәрҙәргә ҡаршы хәрәкәттең ышаныслы сараһы була.
 
Бынан тыш, ассирий ғәскәрендә бөтөнләй яңы ғәскәр төрҙәре  — {{comment|атлы ғәскәр|конница}} һәм «инженер» ғәскәрҙәре — барлыҡҡа килә. Күп һанлы һыбайлылар ассирий ғәскәрендә тәүге тапҡыр б.э.т. IX быуатта күренә башлай. Башта һыбайлы атҡа эйәрһеҙ ултырған, ә һуңғараҡ өҙәңгеһеҙ бейек эйәр уйлап сығарыла. Һыбайлылар бер парҙа һуғышҡан: береһе - — йәйә, икенсеһе һөңгө һәм ҡалҡан менән ҡораллана. Шулай уҡ ҡылыс һәм {{comment|суҡмар|булава}}ҙары ла була. Әммә ассирийлыларҙың атлылары әлегә регуляр булмай һәм {{comment|хәрби арбалар|колесницалар}}ҙы ҡыҫырыҡламай.
 
Ассирий ғәскәрҙәрендә ер ҡаҙыу, юл, күпер һәм башҡа төрлө эштәрҙе башҡарыуҙа ҡулланылған инженер ғәскәрҙәре үҫешенә башланғыс һалына. Ғәскәрҙәр ҡәлғә диуарҙарын емереүҙә ҡулланылған {{comment|таран|төкөтөп атакалау ҡорамалы}}дар һәм катапульталар, ҡамау башнялары һәм штурмлау баҫҡыстары, шулай уҡ һыу аша сығыу саралары — {{comment|муртайҙар|бурдюки}} (ҡайһы бер һуғышсылар йылға аша ошо бурдюктарҙа сыҡҡандар, уларҙан шулай уҡ һалдар һәм йөҙөүсе күперҙәр ҡорғандар) менән ҡораллана.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ассирия» битенән алынған