Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, викилаштырыу, аныҡлаштырыу
21 юл:
Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин 1967 йылдың 12 майында [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1993 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]]) [[Бөрйән районы]] [[Нәби]] ауылында күренекле ҡурайсы һәм танылған [[йыр]]сы, [[БАССР]]-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре [[Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы|Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин]] (1937) ғаиләһендә тыуған. Бала сағынан [[башҡорт халыҡ йырҙары]]н һәм үҙенсәлекле [[ҡурай]] моңдарын тыңлап үҫә. Атаһы өлгөһөндә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, мәктәп йылдарында төрлө сәхнәләрҙә даими сығыш яһай. Билдәле көйҙәрҙән башлап аҙ башҡарылғандарына тиклем ҡурайҙа яңғырата, йылдан-йылға үҙенең оҫталығын арттыра һәм шымарта бара. Шуға ла киләсәктә «кем булырға» тигән уй уның башына ла инеп сыҡмай. Һигеҙенсе синыфты бөткәс тә [[Өфө сәнғәт училищеһы]]на юллана. Уның «ҡурай» класын 1986 йылда тамамлағас, Бөрйән районы мәҙәниәт йортоноң [[ҡурай]]сылар ансамбле етәксеһе булып үҙалы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1994 йылда [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]н тамамлай.
 
* 1986—1988 йылдар — Совет Армияһында сафында хәрби хеҙмәттә була. [[Монголия|Монголия Халыҡ Республикаһы]] территорияһында урынлашҡан ғәскәри подразделениеның хәрби оркестрында өлкән музыкант.
* 1988—1993 йылдар — Бөрйән районы балалар музыка мәктәбендә, Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбендә, [[Нариман Сабитов]] исемендәге балалар музыка мәктәбендә уҡытыусы.
* 1993—1998 йылдар — [[Учалы]] музыка мәктәбе уҡытыусыһы, башҡорт фольклоры бүлегендә комиссия мөдире.