Проект:Башҡортостан 100: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
52 юл:
=== Йомғаҡлау ===
# Күләме 3500 байттан артҡан мәҡәләләрҙең дөйөм күләме бергә ҡушылып 10000 бүленә һәм мәрәйҙәр һаны билдәләнә.
# Һәр төҙөлгән йә яҡшыртылған мәҡәлә «Сифатлы» статусы талаптарына яуап бирһә, ҡатнашыусы 1 мәрәй, «Яҡшы» статусы талаптарына яуап бирһә − 3 мәрәй, «Һайланған» статусы талаптарына яуап бирһә, 5 мәрәй менәнөҫтәлеүе баһаланаихтимал.
# ВикиһаҡлағысҡаВикимилеккә талаптарҙы (ирекле лицензия, бер мәҡәләлә булһа ла урынлы ҡуйылыу) дөрөҫ үтәп һалынған һәр һүрәт өсөн ҡатнашыусы 1 мәрәй ала. Әгәр һүрәт автор эше икән (фоторәсем, һүрәт, схема, карта), баһалама ағзалары уны өҫтәмә мәрәй менән билдәләй ала. Әгәр һүрәт юғары ҡиммәткә эйә булһа һәм бер нисә мәҡәләлә урын алһа, йә мөһим мәҡәләләге берәй әйберҙе тасуирларға мөмкинлек бирһә (әгәр уны быға тиклем «намыҫлы файҙаланыу талаптарын» ҡулланмайынса күрһәтеү мөмкинлеге булмаған икән), жюри йәнә өҫтәмә мәрәй бирә ала. Шулай итеп, һүрәт өсөн иң күбе 3 мәрәй алырға мөмкин. Вики-марафонға тәҡдим ителгән һәр һүрәт Википедияның ниндәй ҙә булһа тел бүлегенең кәмендә бер мәҡәләһендә урын алырға тейеш. Юғиһә, жюри уны иғтибарға алмаясаҡ.
# Вики-марафонда ҡатнашыу талаптарын боҙған ҡатнашыусы (теркәлеү үтмәү, бер нисә иҫәп яҙмаһынан ҡатнашыу, автор хоҡуҡтарын боҙоп мәҡәләләр төҙөү, проекттың башҡа ҡағиҙәләрен үтәмәү) квалификацияһын юғалта.
# Жюри ҡатнашыусыны «намыҫлы уйын» ҡанундарын боҙған осраҡта, йәғни боттар файҙаланыу, төҙөлгән мәҡәләләрҙе/һалынған һүрәттәрҙе билдәләнгән ваҡытҡа исемлеккә индермәү, алдан әҙерләнгән мәҡәләләрҙе/һүрәттәрҙе һәр этапта күпләп һалыу, шулай уҡ намыҫлы көнәркәшлеккә ҡаршы эше йә башҡа ҡатнашыусыларҙы яңылыштырыуы өсөн квалификацияһынан мәхрүм итә.