Сәлим III: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
26 юл:
[[1789 йыл]]да үҙенең бабаһы Абдул-Хәмид I-нең вариҫы булып ҡалғас, Ғосман дәүләтен европаса үҙгәртеп ҡорорға ниәт иткән. Халыҡ-ара хәлдәрҙең ҡырҡыулығы һәм эске иҡтисади бөлгөнлөк уның юлында еңеп сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡтар ҡуйған. Уға үҙенән алда идара иткәндәр Рус-төрөк һуғышын (1787—1792) мираҫ итеп ҡалдырған, һәм [[1791 йыл]]да был һуғышты, Ғосман империяһына отошло булмаған Яссы килешеүенә риза булып, тамамлап ҡуйған.
 
[[1798 йыл]]да генерал Наполеон I Бонапарт Мысырға һөжүм итә, һәм Төркиә [[Мысыр походына| йәки Франция менән һуғышҡа]] йәлеп ителәителгән.
 
Тик [[1802 йыл]]да, Франция менән тыныслыҡ килешеүе төҙөгәс кенә, ул үҙенең көсөн илде яңыртыу эшенә бағышлай алған. Сәлим III идаралыҡ аппараты өлкәһендә файҙалы үҙгәрештәрҙе (бигерәк тә бюджет ведомствоһында) тормошҡа ашырған, ленный биләмәләрҙең хәрби идаралыҡтарын юҡҡа сығарған, шулай уҡ үҙенең ҡул аҫтындағыларҙы (подданныйҙарының) аң-белемле итеп күрергә ынтылған (әйтеп китер кәрәк, Сәлим III идара иткән йылдарҙа төрөк теленә байтаҡ еворпа авторҙарының, бигерәк тә, француз авторҙарының, хәрби эш, математика һәм башҡа белем йүнәлештәрендәге хеҙмәттәрен тәржемә иткәндәр, ә инде [[1792 йыл]]да яңынан төрөк типографияһы эшләп киткән). Сәлим III солтанға, солтандарҙы ҡолатҡан йә булмаһа, башбаштаҡланып, тәхеткә ҡуйған, ҡул аҫтарында тотҡан, әммә һуғыш яланында файҙаһыҙ янычарҙарҙың йоғонтоһонан азат булырға кәрәк ине. Сәлим француз генералы Себастианиҙы саҡыртып алған һәм уның ярҙамында Низам-и Жәдид ({{lang-ota|Nizam-ı Cedid}} — «яңы тәртип»), йәғни, европаса ойошторолған ғәскәр булдырған. Был тағы башҡа реформаларға ла (уларҙың бөтөн комплексын шулай уҡ Низам-и Жәдид тип йөрөткәндәр) килтерергә тейеш булған, әммә йәмғиәт быларға әҙер булмай сыҡҡан һәм, Сәлимдең үҙгәрештәргә ынтылышы янычарҙарҙың йәнен көйҙөргәнен күрә тороп, солтанды яҡлап сыҡмаған. Бынан тыш, хакимдың хәле Ғосман империяһы крәҫтиәндәре һәм ҡала кешеләренең, үҙгәртеп ҡороуҙарын финанс яғынан артабан тәьмин итеү өсөн уйланылған һалым менән риза булмауҙары (миҫал өсөн, ҡайһы бер ауыл хужалығы тауарҙарына һалым) арҡаһында ҡатмарлашҡан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сәлим_III» битенән алынған