Рәсәйҙә Граждандар һуғышы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
921 юл:
 
[[Файл:North2.jpg|thumb|«Козьма Минин» ледоколы Аҡ диңгеҙҙә. 1920 йыл]]
Аҡ армияның Төньяҡта формалашыуы үтә ауыр шарттарҙа бара, сөнки сәйәси етәкселектә һул (эсер-меньшевиктар) элементтары күселекте тәшкил итә.
1918 йылдың ноябрь уртаһына генерал-майор Н. И. Звягинцев барыһы ике рота ғына булдыра ала. Ошо уҡ айҙа уны полковник Нагорнов алыштыра. Был ваҡытҡа М фронтовик - офицерҙар етәкселегендә партизан отрядтары ғәмәлләшә. Күпселегендә улар урындағы крәҫтиәндәрҙән булалар, мәҫәлән, ағалы - ҡусылы прапорщиктар А. һәм И. Бурковтар. Бындай большевиктарға ҡырҡа ҡаршы булған офицерҙарҙың һаны бер нисә йөҙгә еткән. Бынан тыш, Финляндия территорияһынан бүленеп сыҡҡан Карелиял Олонец ирекле армия ғәмәлдә була.
 
Генерал-майор В. В. Марушевский Архангельск һәм Мурманскиҙың бөтә ғәскәрҙәре командующийы итеп тәғәйенләнә (ваҡытлыса). Армия офицерҙарыҙың регистрацияһын үткәргәс, иҫәпкә ике мең тирәһе кеше ҡуйыла. Холмогоры, Шенкурск һәм Онегала урыҫ доброволецтары француз сит ил легионына инәләр. Шулай итеп, 1919 йылдың ғинуарына аҡ армия 9 мең штык һәм ҡылыс тәшкил итә. 1918 йылдың ноябрендә генерал Миллер Төньяҡ өлкәһе генерал - губернатор вазифаһына саҡырыу ала. 1 ғинуарҙа Миллер хөкүмәттең сит ил эштәре идарасыһы итеп тәғәйенләнә, ә 15 ғинуарҙа Төньяҡ өлкәһе генерал-губернатор вазифаһы бурыстарын башҡара башлай, 30 апрелдә ул Колчак А. В. хакимлығын таный.
 
Армия составы бик тиҙ арта бара, офицерҙарҙы әҙерләү өсөн британ һәм урыҫ хәрби мәктәптәре ойошторола, шулай уҡ Славян- Британия авиация корпусы, Ледовитый океан һәм йылға флотилиялары булдырыла, бронепоездар («Адмирал Колчак» һәм «Адмирал Непенин») төҙөлә. Әммә һуғышҡа һәләтлелек кимәле түбән булып ҡала, дезертирлыҡ һәм уға бәйле болалар арта бара.
Инглиздарҙың киткәненән һуң Миллер большевиктарға ҡаршы көрәшен дауам итә. 1919 йылдың 25 авгусында армияны көсәйтеү өсөн сираттағы мобилизация үткәрелә. 1920 йылдың февраленә Төньяҡ өлкәһе ғәскәрҙәрендә 1492 офицер, 39 822 строевой һәм 13 456 строевой булмаған түбән чиндар — дөйөм һаны 54,7 мең кеше, 161 орудие һәм 1,6 мең пулемёт, милли ополчениела — тағы ла 10 мең кеше иҫәптә тора.
Әммә декабрҙә ҡыҙылдар контрһөжүмгә күсәләр, Шенкурскиҙы яулайҙар, Архангельскиға яҡынлашалар. 1920 йылдың 24−25 февралендә Төньяҡ армияһының күпселек өлөшө ҡыҙылдарға бирелә. 19 февралдә Миллер эмиграцияға китә. Генерал Миллер менән бергә 800 хәрбиләр һәм граждан халҡы Рәсәйҙе ташлап китергә мәжбүр була. Төрлө ҡаршылыҡтарға, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, аҡ моряктар үҙҙәренең отрядын Норвегияға еткерәләр (25 февралдә).
 
Комиҙа иң аҙаҡҡы алыштар 1920 йылдың 6-9 мартында үтә.Артабан Урал яғынан килеп еткән ҡыҙыл ғәскәрҙәре Усть-Щугорҙы ҡамап алалар һәм капитан шульгин етәкселегендәге гарнизонды ҡыйраталар. Конвой аҫтында Чердынгә ебәрелгән офицерҙар юлда атып үлтерелә. шулай итеп, Төньяҡ армияһы яҡшы ҡоралланғанына ҡарамаҫтан, ҡыҙылдар һөжүмдәренән тарҡала. Еңелеүҙең төп сәбәптәре: тәжрибәле офицер кадрҙары булмауы һәм ғәскәрҙәр составында алыҫта ятҡан ваҡытлы хөкүмәт өсөн һуғышырға теләге булмаған элекке ҡыҙылармеецтары күп булыуы.
 
=== Союздаштарҙың аҡтарға ярҙамы ===