Парсиҙар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
 
{{Народ
| название = Парсиҙар
Юл 26 ⟶ 25:
| происхождение =
}}
[[Файл:Parsi_wedding_portrait_with_Dastur_MN_Dhalla.jpg|мини|Дастур М.  Н.  Дхалла менән туй һүрәте, 1948 йыл]]
[[Файл:Parsi-family-in-traditional-costume.jpg|мини|[[Мумбай|Бомбей]]  парсиҙары ғаиләһе милли кейемдә]]
'''Парсиҙар''' ({{Lang-gu|પાર્સી}} [pa: rsi:]) — Көньяҡ Азияла  ([[Һиндостан|Һиндостанда]]да һәм [[Пакистан|Пакистанда]]да)  [[Зороастризм|зороастризмға]]  эйәреүсе иран сығышлы этноконфессиональ төркөм.  100 мең самаһы кешенән тора (1973). Тәүҙә Һиндостандың Гуджарат штатында төйәкләнгәндәр,  әлеге ваҡытта парсиҙарҙың күпселеге  [[Мумбай|Мумбайҙа]]  йәшәй. 
 
== Тарихы ==
Парсиҙар  [[Иран|Фарсиянан]]  720 йылдар тирәһендә, [[Сәсәниҙәр дәүләте|Сәсәниҙәр]] династияһы ҡолағандан һуң ислам дине тарала башлағас, үҙҙәренең мәҙәни һәм дини асылын һаҡлау маҡсатында ҡаса. Улар Гуджарат ярымутрауына килеп һыйына, артабан көньяҡҡа ҡарай тарала.   Яйлап күрше Махараштраға күсенә һәм күпселеге   [[Мумбай|Бомбейҙа]]  төйәк таба. 
 
Парсиҙар Һиндостандың тәүге сәйәси партияһын, беренсе фонд биржаһын, беренсе ҡорос иретеү заводын, беренсе университетын, беренсе йәмәғәт дауаханаһын, гәзитен, баҫма машинаһын, киностудияһын аса.  
 
Парсиҙар араһынан милли-азатлыҡ хәрәкәтенең күренекле эшмәкәрҙәре  (Дадабхай Наороджи, {{Не переведено 4|Кама, Бхайкаджи|Бхайкаджи Кама|4=Bhikaiji Cama}}  һәм Ферозшах Мехта), эре сауҙа-сәнәғәт  концерндары хужалары (Tata Group, {{Не переведено 4|Godrej Group|Godrej Group|4=Godrej Group}}) сыҡҡан. Мәшһүр йәҙрәсе физик  Хоми Джехангир Баба, 1971 йылда Һиндостан менән Пакистан һуғышы булғанда Һиндостан армияһына етәкселек иткән маршал Сэм Манекшоу, йырсы  [[Фредди Меркьюри]] парси була.
 
== Хәҙерге заманда ==
1971 йылғы халыҡ иҫәбен алғанда парсиҙар һаны 91 226 кеше була. 1981 йылға уларҙың һаны   71 630, ә 1991 йылға 60 мең кеше ҡала.
 
Парсиҙар общинаһы ағзалары уртаса һиндтәргә ҡарағанда күпкә хәллерәк. Парсиҙар  — Һиндостандың күпкә грамоталыраҡ общинаһы (грамоталылыҡ кимәле  — 98 %). Парсиҙарҙа енси нисбәт буйынса, ҡалған Һиндостандағы ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итеүенән айырмалы, 1000 ҡатын-ҡыҙға 1050 ир-ат тура килә.
 
Парсиҙар күпләп йәшәгән урындарҙа анджумандарға берләшә. Анджумандар хәйриәлек менән шөғөлләнә, община ағзаларына төрлө мәсьәләләрҙә ярҙам итешә, аралашыуҙы ойоштора. Мумбайҙа парсиҙарҙың төп ойошмаһы— Мумбай панчаяты эшләй. Ул биш йылға бер тапҡыр парсиҙар йыйынын йыя.  
 
Тыуым кимәленең түбән булыуы һәм ҡатнаш никахтар арҡаһында община йылдам ҡартая һәм һаны кәмей. Парсиҙарҙың 30 проценттан ашыуы 60 йәштән өлкән.  Йәштәр күпләп эмиграциялай. Яҡын йылдарҙа парсиҙар общинаһының юҡҡа сығыу  хәүефе бар<ref>[http://cci.wl.dvgu.ru/pars.htm Парсы]</ref><ref>[http://bhoga.ru/parsy-zalozhniki-uspekha Парсы - — заложники своего успеха]</ref>.
 
== Теле ==
Хәҙерге парсиҙар элекке туған теле булған [[Фарсы теле|фарсыны]] юғалтҡандар һәм хәҙер гуджарати телендә һөйләшәләр. Ҡануни әҙәбиәттәре — авеста һәм [[Урта фарсы теле|пәһләүи]] телендә.
[[Файл:Parsis3.jpg|слева|мини|«[[Мумбай|Бомбей]]  парсиҙары», ксилография,  яҡынса 1878 йыл]]
 
== Билдәле парсиҙар ==
* [[Фредди Меркьюри]] (Фаррух Булсара) — музыкант, Британияның «[[Queen]]<nowiki/>» рок-төркөмө вокалсыһы
* Зубин Мета  — дирижёр.
* Фероз Ганди  — һинд сәйәсмәне,  [[Индира Ганди|Индира Гандиҙың]]  ире.
* Джамсетджи Тата — «Тата» индустриаль династияһына нигеҙ һалыусы, Һиндостандың иң эре автомобиль компанияһы  Tata Motors хужаһы.
* Рохинтон Мистри  — Канада яҙыусыһы.
* Кайхосру Сорабджи — британ композиторы,
* меценат. 
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Парсиҙар» битенән алынған