Железняк Максим Иевлевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, орфография
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
39 юл:
Иң ҡанлы бәрелештәр Уманда була. Умань алдынан Железнякты Франциск Потоцкий воеводаһының Железняк яғына сыҡҡан йөҙ башы Иван Һонта етәкләгән казактарҙың һарай командаһы ҡаршылай. Уманды алғандан һуң (унда ҡайһы бер поляк мемуаристары яҙғанса, 20 мең поляк паны һәм еврейҙар һәләк булған), Зализняк һетманщинаны тергеҙеүҙе иғлан итә, ә Баш күтәреүселәр Радаһы уны һетман тип атай. Тиҙҙән генерал Михаил Кречетников тарафынан ебәрелгән полковник Гурьев хәйләле юл менән Железнякты һәм Һонтаны ҡулға ала.
 
Урыҫ подданныйы булараҡ, Максим Железняк та, Иван Һонта ла поляктарға тапшырылмай, ә урыҫ хакимиәте ҡулында ҡалдырыла. 1768 йылдың 8 июлендә ул һәм уның урыҫ подданныйы һаналған 73 көрәштәше Киев-Печорск ҡәлғәһенә ябыла, ә ай аҙағында Киев губерна канцелярияһының уны хөкүм итеү тураһындағы күрһәтмәһе сыға. Суд Максим Железнякты һәм уның көрәштәштәрен ҡамсы менән һуҡтырыуға, мөһөр баҫтырыуға, танауҙарын киҫтереүгә дусар итә һәм Нерчинск шахталарына ғүмерлек каторгаға оҙатыу хөкөмөн сығара. Ахтырка эргәһендә һаҡ аҫтында тотолған урындан, Железняк үҙенең 51 иптәше менән һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып, ҡасып китә, әммә ҡасаҡтарҙың күпселеге, шулар араһында башлыҡ үҙе лә, оҙаҡламай ҡабат тотолалар. Икенсе фараз буйынса, Максим ЗализнякЖелезняк, һуңғараҡһуңыраҡ каторганан ҡасып китеп, хатта Пугачев етәкселегендәге һуғышта ҡатнашҡан тигән фекер ҙә йәшәй. Украин халҡы хәтерендә Максим Железняк поляктарға ҡаршы милли-азатлыҡ көрәшсеһе, православие динен яҡлаусы батыр булып, уның образы халыҡ йырҙарында һәм риүәйәттәрендә идеалләштерелеп күрһәтелгән көйө һаҡланған. Максим Железняк [[Тарас Шевченко]]ның атаҡлы «Гайдамактар» поэмаһының төп персонаждарының береһе булып тора.
 
== Әҙәбиәт ==