Рәсәйҙә Граждандар һуғышы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1000 юл:
Алыҫ көнсығышта японлыларҙың әүҙемләшеүенән хәүефләнеп, большевиктар 1920 йылдың башында ғәскәрҙәренең хәрәкәтен көнсығышҡа табан туҡтатып торҙолар, ихтилал ялмап алған Владивостокты формальрәүештә Приморье земство управаһына биреп торалар. 1920 йылдың 6 апрелендә Верхнеудинскиҙа (хәҙер Улан-Удэ) марионетик Алыҫ Көнсығыш республикаһы (ДВР) иғлан ителә.
Апрель-май айҙарында республиканың Халыҡ-революцион армияһы ике мәртәбә хәлде үҙ файҙаһына үҙгәртергә маташа, әммә көстәрҙең самалы булыуы арҡаһында, ике операция ла уңышһыҙлыҡҡа тарый. 1920 йылдың көҙөнә япон ғәскәрҙәре дипломатик тырышлыҡтар ярҙамында Байкал аръяғынан сығарыла, ә өсөнсө, Чита оперцияһы барышында Амур фронтының Халыҡ-революцион арияһы ғәскәрҙәре һәм партизандар атаман Семенов казактарын һәм Колчак ғәскәрҙәренең ҡалдыҡтарын еңәләр. 22 октябрҙә Чита яулана, ә ноябрь башында Байкал аръяғы тулыһынса баҫып алына. Ҡыйратылған аҡгвардиясылар ҡалдыҡтары Маньчжурияға сигенә. Ошо уҡ ваҡытта япон ғәскәрҙәре Хабаровскиҙан киәләр. Большевик В. Г. Антонов етәкселегендәге Приморье земство управаһы Алыҫ Көнсығыш республикаһын таный.
Әммә 1921 йылдың 26 майында Приморьелағы аҡгвардиясылар түнкәрелеше һөҙөмтәһендә Владивостокта һәм Приморьела власть ҡабаттан Аҡтар хәрәкәте яҡлылары яғына күсә. Владиостокта ҡалған япондарнейтралитет һаҡлап ҡалалар <ref>''Смолин М. Б.'' Тайны русской империи. — {{М}}: Вече, 2003. — ISBN 5-9533-0032-8</ref>.
 
1921 йылдың ноябрендә Приморьенан төньяҡҡа табан аҡтарҙың һөжүме башлана, улар хабаровскиҙы яулай, әммә артабан һөжүмде дауам итергә көстәре булмай һәм улар Волочаевка - Верхнеспасская һыҙығында оборонаға күсә һәм бында нығытылған район төҙөйҙәр.
 
1922 йылдың 5 февралендә [[Блюхер Василий Константинович|Василий Блюхер]] командованиеһы аҫтындағы Халыҡ-революцион армияһы частары һөжүмгә күсәләр һәм 10 февралдә Волочаевканы штурмлай башлайҙар, уның оборонаһы тик 12 февралдә генә ҡолатыла. 14 февралдә ҡыҙылдар Хабаровскиҙы ала.
Сентябрҙә аҡгвардиясылар һөжүмен ҡабатлап ҡарайҙар. 4 - 25 октябрҙә Приморье операцияһы үткәрелә - Граждандар һуғышындағы иң һуңғы эре операция.
24 октябрҙә япон командованиеһы ғәскәрҙәрен Алыҫ Көнсығыштан сығарыу буйынса Алыҫ Көнсығыш республикаһы менән килешеү төҙөргә мәжбүр була.
25 октябрҙә Халыҡ-революцион армияһының частары һәм партизандар Владивостокка инәләр. Аҡгвардиясылар ғәскәрҙәренең ҡалдыҡтары эвакуциялана.
 
1923 йылдың апрелендә совет власы Анадырҙа урынлаштырыла, әммә 1 июлгә тиклем генерал А. Н. Пепеляевтың ғәскәрҙәре хәрби ғәмәлдәрен дауам итәләр.
 
==== Бакич отрядының алыштары Монголияла ====
 
1921 йылдың апрелендә [[Бакич Андрей Степанович|Бакич]]тың отрядына (элекке [[ Ырымбур армияһы]] Себерҙән сигенгән хорунжий (һуңынан полковник) Токаревтың баш күтәреүсе Халыҡ дивизияһы (1200 кеше тирәһе) ҡушыла. 1921 йылдың майында А. СС. Бакич етәкселегендәге отряд көнсығышҡа табан Монголияға [[Джунгария|Джунгария]] һыуһыҙ далалар аша китә (ҡайһы бер тарихсылар тап ошо ваҡиғаларҙы Аслыҡ походы тип һанайҙар).
 
Кобук йылғаһы янында ҡыҙылдар заслоны аша үтеп, Шара- Сумэ ҡалаһына тиклем барып етә һәм уны өс аҙна ҡамауҙан һуң баҫып ала, 1000 кеше һәләк була. 1921 йылдың сентябрь башында 3 мең кеше бында ҡыҙылдарға биреләләр, ә ҡалғандары Монгол Алтайына китә.Октябрь аҙағында алыштарҙан һуң корпустың ҡалдыҡтары Уланк янында "ҡыҙыл" монгол ғәскәрҙәренә биреләләр, уларҙы 1922 йылда Совет Рәсәйенә ҡайтаралар. А. С. Бакич һәм тағы ла 5 офицер (генерал И. И. Смольнин-Терванд, полковнитар С. Г. Токарев һәм И. З. Сизухин, штабс-капитан Козьминых һәм корнет Шиғабитдинов) 1922 йылдың май аҙағында Новониколаевскиҙа судпроцесынан һуң атып үлтереләләр. 350 кеше монгол далаларында йәшенәләр һәм полковник Кочнев менән улар Гучэнуға сигенәләр һәм 1923 йылдың йәйенә тиклем Ҡытайҙа таралалар.
 
== Иҫкәрмәләр ==