Фашизм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
34 юл:
=== Фашизм һәм расизм ===
 
Фашизм һәм расизмдың үҙ-ара мөнәсәбәттәре буйынса фәндә төрлө фекер йәшәй. Беренсе ҡараш яҡлылар биологик расизм идеяһы милләтселек ({{comment|нацистик)|милләтселек}} режимының өҫтөнлөклө хоҡуғы (прерогативаһы), ә фашизм расаға түгел, милләт сифатына айырым иғтибар йүнәлтә тип һанайҙар. Был теория яҡлылар милләтселекте (нацизмды) айырым тарихи феномен, тип билдәләй һәм уны фашизмдың бер төрө тип иҫәпләмәй<ref>Renzo De Felice. Rosso e Nero. — Milano: Baldini&Castoldi, 1995. — P. 149—163.</ref><ref>[[:en:A. James Gregor|A. James Gregor]]. The Faces of Janus: Marxism and Fascism in the Twentieth Century. — New Haven: Yale University Press, 2000. — Chapter 8.</ref><ref>[[:en:Zeev Sternhell|Zeev Sternhell]]. The Birth of Fascist Ideology. — Princeton: Princeton University Press, 1994.</ref>.
 
Бөгөнгө көндә ныҡ таралған, Роджер Гриффин һәм уның «яңы консенсус» мәктәбе хуплаған, икенсе ҡараш буйынса, биологик расизм милләтте йә расаны мотлаҡ революцион «яңынан яралтыу» һәм «таҙартыу» идеяһына ({{comment|палинген ультрамилләтселек|палингенезис}}кә нигеҙләнгән фашизм теорияһы һәм практикаһы менән тәбиғи (органик) үрелә. Был ҡарашта тороусылар, айырым алғанда, 1980-се йылдар ахырына тиклемге тарихнамә танығанса, «классик» итальян фашизмы нығыраҡ расист характерлы булған, тиҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, был ғалимдар ҙа биологик расизмды (киң таралған булһа ла) фашизмдың тарихи шарттар буйынса ҡалҡып сығырға тейешле бер төрө, ультрамилләтселек, билдәһе, тип иҫәпләйҙәр һәм раса идеяһын фашистик идеологияның иң кәрәкле компоненты тип һанамай<ref>Roger Griffin. The Nature of Fascism. — London: Routledge, 2013.</ref><ref>Fascism Past and Present, West and East: An International Debate on Concepts and Cases in the Comparative Study of the Extreme Right. Edited by Roger Griffin, Werner Loh, Andreas Umland. — Stuttgart: ibidem-Verlag, 2006.</ref> Әйтергә кәрәк, хәҙерге заман көнбайыш ғилми традицияһында «расизм» төшөнсәһе, дискриминацияның һәм эксклюзионизмдың (шул иҫәптән милли һәм этник) төрлө формаларын берләштерә, ғөмүмән, постсовет дәүере менән сағыштырғанда, киң күләмгә эйә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фашизм» битенән алынған