Бөжәктәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
58 юл:
=== Үҫеш стадиялары ===
Бөжәкләрҙең үҫеше өс йәки дүрт фазанан тора: йомортҡа, личинка, ҡурсаҡ (барыһыныҡы ла түгел) һәм имаго (етлеккән бөжәк). Фаза һаны буйынса үсештең 2 метаморфоз тибын айыралар — тулы булмаган әүерелеш (3 фаза) һәм тулы әүерелеш (4 фаза, ҡурсаҡ стадияһын да керетеп) юлы. Тулы булмаған әүерелешле бөжәктәр [[личинка]]лары тышҡы яҡтан ҙур бөжәктәр менән оҡшаш йәшәү рәүеше алып бара. Личинкаларҙың тулы әүерелеш юлы менән үҫешенә ҡабыҡ һалыу ҙа хас, шуның нигеҙендә кәүҙә ҙурая һәм тышҡы яҡтан үҙгәрештәр хасил була. Ҡабыҡ һалыуҙар һаны өс (себендәр) йәки дүрт-биштән алып (туры ҡанатлылар, ҡандалалар, ҡуңыҙҙар, күбәләктәр һ. б.) 25-кә ҡәҙәр (көнлөкселәр) үҙгәрә.
 
'''Үҫеш стадиялары тулы булмаған бөжәктәр:'''
*Тура ҡанатлылар
*Тараҡандар
*Суфый сиңерткәләр (Богомолы)
*Термиттар
*Беттәр
*Ҡандалалар
*Мамыҡ(ҡауырһын) ашаусылар (Пухоеды)
*Бесән ашаусылар (сеноеды)
*Яҙлауыстар (Веснянки)
*Көнлөкселәр (Поденки)
*Энәғараҡтар (Стрекозы)
*Быуынтыҡтомшоҡлолар Членистохоботные): цикадалар,үлән беттәре һ.б.
*Өрәктәр (Приведениевые): таяҡ сиңерткә (палочник), яптаҡтәнлеләр (листотелы)
'''Тулы әүерелеш юлы менән үҫешеүсе бөжәктәр:'''
*Ҡаты ҡанатлылар, йәки Ҡуңыҙҙар
*Тәңҡә ҡанатлылар, йәки Күбәләктәр
*Ике ҡанатлылар
*Яры ҡанатлылар
*Селтәр ҡанатлылар
*Бөрсәләр
*Һыу бөжәктәре (Ручейники)
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бөжәктәр» битенән алынған