Бөжәктәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
41 юл:
 
== Дөйөм характеристика ==
Бөжәктәрҙең күбеһе — ер өҫтөндә йәшәүселәр, күп кенә төрҙәре [[личинка]] фазаһында йәки барлыҡ фазаларҙа ла сөсө һыулыҡтарҙа йәшәй; күбеһе тупраҡ менән бәйләнгән. Уларҙың үҙ-үҙен тотошо ҡатлаулы: аҙыҡ эҙләүҙә яңлышмау, нәҫел тураһында ҡайғыртыу, йыраҡҡа күсеүҙәр, функциялар бүленеше ([[бал ҡорттары]]) һ.б. Бөжәктәр матдәләрҙең биологик өҙлөкһөҙ әйләнешендә һәм тупраҡ яһалыуҙа ҙур роль уйнай, [[үҫемлектәр]]ҙе һеркәләндерә, ҡиммәтле аҙыҡ продукттары һәм сеймал ([[бал]], [[балауыҙ]], [[ебәк]]) бирә.
 
Икенсе яҡтан, бөжәктәр [[ауыл хужалығы]], [[урман]] һәм декоратив үҫемлектәргә, аҙыҡ продукттарына, ағаска зарар килтерә, [[кеше]] һәм [[хайуандар]]ҙа төрлө ауырыу ҡуҙғатыусыларҙы күсерә. Бөжәктәр доньяһының күп төрлөлөген һәм үҙенсәлеген, ҡортҡостарға ҡаршы көрәш сараларын комплекслы фән — энтомология өйрәнә. Һуңгы ваҡытта, тәбиғәт биоценозларының кеше тарафынан бозолоуы нәтижәһендә, бөжәктәр һанының кәмеүе күҙәтелә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бөжәктәр» битенән алынған