Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
29 юл:
 
=== Ғәббәсиҙәрҙең власҡа килеүе ===
Ғәббәсиҙәр власҡа үҙ дәғүәһен былай тип дәлилләгән: идара итеүсе ''Умайялар,'' ғәрәптәрҙең ''ҡөрәйеш'' ҡәбиләһенән сыҡһалар ҙа, [[Мөхәммәт пәйғәмбәр]] нәҫеле булған ''Хашимиҙар''ға ҡарамағандар. Ғәббәсиҙәр үҙҙәренең нәҫелен пәйғәмбәрҙең олатаһынан йәки Мөхәммәтең атаһы ''Ғабдулла ибн Ғәбдел-Моталиптың'' ҡустыһынан — ''Ғәббәс ибн Ғәбдел-Моталиптан'' башлаған.
 
Тәүге осорҙа Ғәббәсиҙәр дәүләт эштәрендә мөһим урын биләмәгән. Әммә хәлифәлектә УмайяларӨммәүиҙәр династияһы идаралығы менән ризаһыҙлыҡ үҫкән һайын, Ғәббәсиҙәрҙең йоғонтоһо көсәйә барған. Ғәббәстең тыуаһы ''Мөхәммәт ибн Ғәли ибн Ғабдулла'' VIII быуат башында власть өсөн көрәштә [[шиғыйҙар]]ҙың бер нисә нәҫеле менән яҡынлашыуға ирешә. Ошонан алып Ғәббәсиҙәр, төрлө яҡҡа үҙ кешеләрен ебәреп, Умайяларҙы ҡолатыу өсөн йәшерен әҙерлек башлайҙар. ''Куфа'' ҡалаһы уларҙың төп үҙәге булып китә. Әммә 743 йылда Мөхәммәт ибн Ғәли ибн Ғабдулланы язалап үлтерәләр һәм был эште уның улы ''Ибраһим ибн Мөхәммәт'' дауам итә. Ибраһимды шиғыйҙар яҡлап сыға<ref>[http://slovari.yandex.ru/dict/muslim1/article/mus/mus-0009.htm Аббасиды] в энциклопедии «Все монархи мира. Мусульманский Восток VII—XV вв.»</ref>.
 
743 йылда Хишам хәлифә үлгәндән һуң умайялар араһында башланған үҙ-ара низағлашыу Ғәббәсиҙәрҙең уңышҡа өлгәшеүенә булышлыҡ итә. 747 йылда Ираның Ирандың [[Хорасан]] провинцияһында Ибраһим ибн Мөхәммәт етәкселегендә ихтилал тоҡана. Ибраһим үлгәндән һуң, ихтилалға ҡустыһы ''Әбү әл-Ғәббәс әс-Саффа'' (750—754) етәкселек итә. 749 йылдың 26 июнендә Ғәббәсиҙәр ҙур еңеү яулай, шул уҡ йылдың 28 ноябрендә Куфа ҡалаһының йәмиғ мәсетендә Әбү әл-Ғәббәс яңы подданныйҙарын антҡа килтерә. Һуңғы Умайя династияһы хәлифәһе ''Мәрүән II'' илдең көнбайыш өлөшөндә тағы ла ярты йыл хакимлыҡ итә, аҙағыраҡ [[Мысыр]]ға ҡасып, шунда үлтерелә.
 
750 йылда хәлифәлектәге власть тулыһынса Ғәббәсиҙәр династияһы ҡулына күсә.