Фашизм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
[[Файл:National Fascist Party logo.svg|thumb|Итальян [[милләтсе фашистик партияһы|милләтсе фашист партияһы]] эмблемаһындағы [[фасциялар]]]]
 
'''Фашизм''' һүҙе итальянса ''fascio'' (''фа́шо'') — «союз» (мәҫәлән, Бенито Муссолиниҙың сәйәси радикаль ойошмаһының атамаһы — ''Fascio di combattimento'' — ''«Көрәш союзы»''). Был һүҙ, үҙ сиратында, юғары магистрат власы символын, фасцияларҙы - тимер бәйләменә ҡыҫтырылған балта эмблемаһын, ''fascis'' — «бәйләм, шәлкем»де аңлатҡан, латин һүҙенә ҡайтып ҡала. Рим республикаһы юғары магистраттарының почётлы ҡарауылы - ликторҙар фасциялар йөрөткән. Фасциялар халыҡ исеменән көс, хатта үлем язаһын ҡулланыу хоҡуғын символлаштырған. Шунан бирле фасциялар һүрәте күп илдәрҙең дәүләт власы символдарында сағыла (мәҫәлән, фасциялар Рәсәй Федерацияһы суд приставтары Федераль хеҙмәте [[:Файл:ФССП.Эмблема.gif|эмблемаһын]]даэмблемаһында һүрәтләнгән).
 
Тарыраҡ тарихи мәғәнәлә фашизм тигәндә, [[Италия|Италия]]ла [[1920-се]] — [[1940-сы|1940-сы йылдар]] башында Бенито Муссолини етәкләгән күмәк кеше йәлеп иткән сәйәси хәрәкәт хәтергә төшә<ref name="belmat"/>. Был атама башҡа илдәрҙә барлыҡҡа килгән шуға оҡшаш идеологияларҙы һәм сәйәси режимдарҙы классификациялағанда ла ҡулланыла башлай.
 
{{нп3|Суси, Роберт|Роберт Суси||Robert Soucy}} [[Британника|Британника]]һы <ref name=brit/>, Камалудин Серажудинович Гаджиевтың Яңы фәлсәфә энциклопедияһы<ref name="ran" /> һәм башҡа сығанаҡтар 1920-1945 йй. әүҙемләшкән күп кенә ойошмаларҙы фашистик хәрәкәт тип атаны: [[НСДАП]]<ref name=passmore>Kevin Passmore. Fascism. A Very Short Introduction, 2002 p. 62</ref><ref name="lib.ru">''Вольфганг Випперман'' [http://lib.ru/POLITOLOG/fascio.txt Европейский фашизм в сравнении 1922—1982]</ref><ref name=ReferenceA>[[Гриффин, Роджер|Roger Griffin]] [http://books.google.ru/books/about/The_Nature_of_Fascism.html?id=544bouZiztIC&redir_esc=y The Nature of Fascism], [[Taylor & Francis Group]], 1991</ref>, Испан фалангаһы<ref name=brit/><ref name=passmore/>, усташтар<ref name=brit/>, португал Милли союзы<ref name=brit/> финн Лапуа хәрәкәте, венгр Сатраш уҡтары<ref name=brit/>, румын Тимер гвардияһы<ref name=brit/> һ.б.
14 юл:
Ҡайһы бер Европа илдәрендә барлыҡҡа килгән дәүләт ҡоролошон (иң йыш осраҡта Адольф Һитлер идара иткән дәүерҙәге Германияны һәм Муссолини осорондағы Италияны) - Икенсе Бөтөн донъя һуғышы тамамланғанға тиклем йәшәгән фашистик дәүләттәр тип атайҙар.<ref>The American Heritage® New Dictionary of Cultural Literacy, Third Edition Copyright © 2005 by Houghton Mifflin Company. Published by Houghton Mifflin Company.</ref>.
 
[[Эрнст Нольте]] фашизмдың нигеҙе итеп өс идеологик "анти-"ны атай: антимарксизм, антилиберализм һәм антиконсерватизм. Ошоларға тағы хәрәкәттең ике ҡылыҡһырламаһы өҫтәлә: лидерлыҡ һәм партиялылыҡ принцибы.<ref>Nolte, E. 1965. Three Faces of Fascism. London: Weidenfeld & Nicolson</ref>.
 
Фашизмды өйрәнеүсе билдәле [[Стенли Пейн]] Нольтеның өс "анти-"һына түбәндәге ҡылыҡһырламалар өҫтәгән: милләтселек, авторитаавторитар [[этатизм]], корпоративизм, синдикализм, империализм, идеализм, волюнтаризм, романтизм, мистицизм, милитаризм, көс ҡулланыу.<ref>Payne, S. 1995 A History of Fascism, 1914–1945. Madison: [[University of Wisconsin Press]].</ref><ref>Payne, S. 1980. Fascism: Comparison and Definition. Madison: University of Wisconsin</ref>.
 
Фашизмдың социологы Хуан Линц фашизмға тағы ла киңерәк билдәләмә биргән: берҙәм партия һәм корпоратив вәкәләтлек аша берләшеүҙе үҙенең маҡсаты итеп ҡуйған "гипермилләтсе, йыш ҡына пан-милләтсе, антипарламентар, антилибераль, антикоммунистик, популистик һәм, шунан сығып, антипролетар, өлөшләтә антикапиталистик һәм антибуржуаз, антиклерикаль йәки, иң кәмендә, клерикаль булмаған хәрәкәт"<ref>Linz, J. 1976. “Some notes toward a comparative study of fascism in sociological historical perspective.” In W. Laqueur (ed.), Fascisim: A Reader’s Guide. Berkeley: [[University of California Press]]. p. 12-15</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фашизм» битенән алынған