Афразия телдәре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
41 юл:
XX быуат уртаһында француз тел белгесе М. Коэн мәсьәләне өйрәнеүҙе байтаҡ алға этеүсе сағыштырма "Хәмит-семит телдәре һүҙлеге"н (бындай эштәре тәүгеһе) баҫтырған. Әммә, аныҡ методикаһы булмау һәм башҡа ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында, һүҙлекте күп кенә ғалимдар ғәҙел тәнҡитләгән. Яҡынса ошо дәүерҙә күпселек тел белгестәре лингвистар семит-хәмит ғаиләһенә ҡараған африка телдәре азия «семит» тармағына ҡаршы тороусы айырым «хәмит» тармағын булдыра тип түгел, ә берҙәм тел ғаиләһенең төрлө өлөшөн тәшкил итә тигән һығымтаға килгән. Был ғаилә составында телдәрҙең айырым африка төркөмдәре (тармаҡтары) семит тармағы менән, кәм тигәндә, тиң хоҡуҡлы. Шулай итеп, «семит-хәмит телдәре» тигән термин ҡулланыу дөрөҫ булмаған, әммә, инерция буйынса, уны ғалимдарҙың ҡайһы бер өлөшө XX быуаттың 70-се йылдарына саҡлы ҡулланған .
 
'''Афроазиатский/афразия телдәре'''. XX быуаттың 50-се йылдарында америка лингвисы [[Гринберг, Джозеф|Дж. Х. Гринберг]] «семит-хәмит телдәре» терминын «афроазиатский телдәре» термины менән алмаштырырға кәрәклеген тәҡдим иткән; был атама көнбайыш илдәре фәнендә, башлыса АҠШ-та, нығынған. СССР-ҙа һәм хәҙерге Рәсәйҙә «афразия телдәре» тигән термин ҡабул ителгән. Ҡайһы саҡта аҙыраҡ таралған — «эритрей», йәки «лисрамик» телдәр тигән исем ҡулланалар. 1965 й. афразия телдәренең (тағы ла «семит-хәмит» атамаһы менән) сағыштырма-тарихи грамматикаһы, 1981-86 йй. Рәсәйҙә «Афразия телдәренең сағыштырма-тарихи һүҙлеге» сығарылған. Беҙҙең осорҙа афразия макроғаиләһенең төрлө тармаҡтарын лингвистик тикшереүҙәр күпкә киңәйҙе{{rp|1}}.
 
== Афразия телдәрен төркөмләү классификация ==