Афразия телдәре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
31 юл:
'''Семит телдәре''' Семит телдәрен, грамматист ғалимдар [[Ғәрәп теле|ғәрәп, боронғо йәһүд һәм арамей]] телдәренең үҙҙәре йәшәгән дәүерҙәге формаларын өйрәнеп һәм боронғолары менән сағыштырып, системалы итеп өйрәнеүҙе иртә урта быуат осоронда башлаған тип һанарға мөмкин. Ғәҙәттә, бындай эштәрҙең маҡсаты булып төрлө дини әҙәбиәтте яҡшылап уҡыу һәм аңлау булған. Ғәрәп, сүриә һәм йәһүд урта быуат филологтарының хеҙмәттәренә [[Византия империяһы|византия]] грамматистары ҡайһы бер йоғонто яһаған. Европала семит тармағы телдәрен өйрәнеү классик гуманизм осоронда (XIV—XVI быуаттар) фәндә йәһүд тел ғилеме йолаларын файҙаланыу һөҙөмтәһендә башланған<ref group="~">Совокупность способов описания и осмысления [//ru.wikipedia.org/wiki/Древнееврейский_язык древнееврейского языка], складывавшаяся начиная с первых веков нашей эры на Ближнем Востоке, а с X века и в Европе</ref>.
 
Француз аббаты Ж. Бартелемиҙың Финикия алфавитын дешифровкалауы боронғо яҙыу ҡомартҡыларының яҙыу системаһын анализлауы XVIII быуаттың мөһим ваҡиғаһы булған. XIX быуатта семит телдәре буйынса мөһим грамматикалар, йыйынтыҡ һүҙлектәр, тарихи күҙәтеүҙәр, каталогтар һәм ҡулъяҙмаларҙың тәнҡит баҫмалары, эпиграфик ҡомартҡылар йыйынтыҡтары, шул иҫәптән «Corpus Inscriptionum Semiticarum» (1881 й.) баҫылған. Был дәүерҙең иң әһәмиәтле тикшеренеүселәре — Т. Нёльдеке, В. Гезениус (боронғо йәһүд һүҙлеге һәм грамматикаһы), Ю.Вельхаузен, Р. Киттель (библеистика), Ф. Преториус К. һәм Ф. А. Дильман (эфиопистика), М. Лидзбарский (эпиграфика), К. Броккельман (семит телдәренең сағыштырма грамматикаһы), [[Сильвестр де Саси, Антуан Исаак|А.]] И. Сильвестр де Саси, Э. М. Катрмер, И. Гольдциер ([[Арабистика|/ғәрәп тел ғилеме]]) булған.
 
XX быуатта семит телдәрен өйрәнеү күп һанлы ғилми экспедицияларҙа йыйылған яңы материалдар базаһында үҫешкән. 30-сы йылдарҙа Ш. Виролло һәм Х. Бауэр угарит яҙмаһын дешифровкалаған анализлаған, 1947 йылда Ҡумран ҡулъяҙмаларын табыу библеистикалағы ҡайһы бер түңкәрелеш тип атарлыҡ булған. XX быуаттың иң әһәмиәтле тикшеренеүселәре — П . Э Кале, П. Леандер, Г Бергштрессер, И. Фридрих (Германия); Дж. Х. Гринберг, И. Дж. Гелба, С. Гордон, В Леслау (АҠШ); Ж. Кантино, А. Дюпон-Соммер, М. Коэн, Д. Коэн (Франция); Г. Р. Драйвер, леди М. Дроуэр (Бөйөк Британия); С. Москати, Дж. Гарбини, П. Фрондзароли (Италия), К. Петрачек (Чехословакия), Й. Айстлейтнер (Венгрия), Э. Бен Йеһуда, Х. М. Рабин, Э. Й. Кучер (Израиль). Хәҙерге көндә семитология кафедралары донъяның бөтә университеттарында тиерлек бар''<ref>[http://tapemark.narod.ru/les/442a.html Семитология] ([//ru.wikipedia.org/wiki/И._М._Дьяконов И. М. Дьяконов]) // [//ru.wikipedia.org/wiki/Лингвистический_энциклопедический_словарь Лингвистический энциклопедический словарь] — [//ru.wikipedia.org/wiki/Большая_Российская_энциклопедия_(издательство) «Советская энциклопедия»], 1990.</ref>(шулай уҡ ҡарағыҙ: Семитология)''.