Сәскә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Рәсем:Flores.gif|thumb|200px|right|Сәскә]]
[[Файл:Chelsea 006 to 008.jpg| [[Лондон]]дын Челси бороһында сәскәләр йәрминкәһе|thumb|right|300px]]
'''Сәскә''' (''күплек һанда''. '''сәскәләр''', {{lang-ru|цветок}} цветы, {{lang-la|flos}} -oris, {{lang-el|ἄνθος}} -ου) — үҙгәргән үренде (репродуктив). Ябыҡ орлоҡлоларҙың, йәки сәскәле үҫемлектәрҙең үрсеү органы.
 
== Төп функцияһы ==
* споралар барлыҡҡа килтереү,
* гаметофиттар һәм гаметалар хасил итеү,
* һеркәләнеү,
* аталаныу,
* емеш һәм орлоҡтар барлыҡҡа килтереү.
 
== Сәскә төҙөлөшө ==
 
Күпселек үҫемлектәрҙең сәскә нәҙек һабаҡта  — сәскә һабында урынлашҡан (Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең сәскә һабы булмай).
Сәскә һабының осо, ғәҙәттә, сәскә төбөндә йыуаная йәки киңәйә, шунда сәскәнең бөтә башҡа өлөштәре урынлаша.
 
Уртала емешлек урынлаша. Уны һеркәстәр уратып ала. Емешлек менән һеркәстәр  — сәскәнең төп өлөштәре.
 
Сәскәнең төп өлөштәрен '''сәскә эргәлеге''': баҙыҡ төҫтәге япраҡсаларҙан торған '''таж''' һәм йәшел каса япраҡсаларынан торған '''каса''' һаҡлай.
 
Сәскә эргәлеге сәскәнең эске өлөштәрен зарарланыуҙан һаҡлай һәм һеркәләндереүсе бөжәктәрҙе үҙенә ылыҡтыра.
 
Шулай итеп, сәскә төбө   ҡыҫҡарған һабаҡ булып тора. Унда үҙгәргән япраҡсалар: таж һәм каса япраҡсалары, емешлек һәм һеркәстәр урынлашҡан.
 
Һеркәс нәҙек кенә һеркәс ебенән һәм һеркәлектән тора. Һеркәлектә һеркәләр барлыҡҡа килә.
 
Емешлек киңәйгән аҫҡы өлөштән  — емшәндән, нәҙек емешлек бағанаһынан һәм емешлек ауыҙынан тора.
 
Емшәндән емеш хасил була. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә емеш барлыҡҡа килтереүҙә сәскәнең башҡа өлөштәре лә, мәҫәлән, сәскә төбө лә ҡатнаша.
 
Тимәк, сәскә  — үҙгәргән һәм ҡыҫҡарған '''репродуктив үренде'''.
 
== Ҡылыҡһырлама ==
Һәр сәскәле үҫемлек, үҙ ғүмере эсендә бер тапҡыр ғына булһа ла, сәскә ата.
 
Күпселек үҫемлектәрҙең сәскәһендә сәскә эргәлеге ике типтағы япраҡсанан тора. Эске япраҡсалар  — таж барлыҡҡа килтереүсе япраҡсалар. Тышҡы япраҡсалар каса барлыҡҡа килтерәләр. Ундай сәскә эргәлеге '''ике ҡатлы сәскә эргәлеге''' тип атала.
 
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тажында һәм ҡасаһында япраҡсалары айырым-айырым тора. Башҡа үҫемлектәрҙең (хуш еҫле тәмәке, һуҡыр кесерткән, эт ҡарағаты, кәкүк емеше, ҡәнәфер ) таж һәм каса япраҡсалары түбәнге өлөштә көпшә һымаҡ булып бергә ҡушылып үҫә.
 
Күп үҫемлектәрҙең, башлыса бер өлөшлөләрҙең (ләлә, амариллис, тюльпан), сәскә эргәлеге япраҡсалары аҙмы-күпме оҡшаш. Уларҙың касаһы ла, тажы ла булмай. Бындай сәскә эргәлеген '''ябай сәскә эргәлеге''' тип атайҙар.
 
Тюльпандың, ябай сәскә эргәләге япраҡсалары эре һәм асыҡ төҫтә, ә ҡайһыларының, мәҫәлән, ҡуһа (ҡамыш) үләненең төҫһөҙ була.
 
Һәр сәскәнең һеркәсендә һеркәләге була. Һеркәлек һеркәс ебендә урынлашҡан. Һеркәлек эсендә сәскә һеркәләре өлгөрә.
 
Емешлектең емешлек ауыҙы, бағанаһы һәм емшәне була. Емешлектең түбәнге киңәйгән өлөшөндә  — емшәндә  — орлоҡ бөрөләре урынлашҡан. Уларҙан сәскә атҡандан һуң орлоҡтар, ә емшәндән емеш барлыҡҡа килә.
 
Яланғас орлоҡлоларҙан ({{lang-ru|голосемянные}}) айырмалы булараҡ сәскә [[һеркәләнеү|һеркәләнгән]] ваҡытта [[һеркә]] ({{lang-ru|пыльца}}) емешлек ауыҙына ({{lang-ru|рыльце}},{{lang-ru|пестик}})) эләгә.
 
Яланғас орлоҡлололарҙа [[һеркә]] тубырсыҡтағы орлоҡ бөрөһөнә тура барып ({{lang-ru|семязачаток}}) эләгә.
 
Күпселек үҫемлектәрҙең сәскәләрендә һеркәстәр ҙә, емешлектәр ҙә була. Улар '''ике енесле сәскәләр''' (ҡуш енесле).
 
Ләкин ҡайһы бер үҫемлек сәскәләрендә тик емешлектәр  — емешлекле сәскәләр, ә икенселәрендә  — тик һеркәстәр  — һеркәсле сәскәләр була. Ундай сәскәләр  — '''айырым енесле сәскәләр'''.
 
Ҡыяр, кукуруз кеүек үҫемлектәрҙе '''бер өйлө үҫемлектәр''' тип атайҙар, сөнки емешлекле һәм һеркәсле сәскәләре бер үк үҫемлектә урынлашҡан.
 
Киндер, тирәк һәм талды '''ике өйлө үҫемлектәр''' тип атайҙар. Уларҙың һеркәсле сәскәләре бер үҫемлектә булһа, емешлекле сәскәләре башҡа үҫемлектә урынлашҡан. Күрәндең ҡайһы бер төрҙәре, шулай уҡ, ике өйлө үҫемлеккә инә.
 
Сәскәләр тәбиғи төҙөлөшө, эшмәкәрлеге, төҫө, үлсәме буйынса үҙҙәренә генә хас иҫ китмәле яһалма булып тора.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сәскә» битенән алынған