Йыһанов Рәшит Рәхим улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Зиганов, Рашит Рахимович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

13:42, 26 июнь 2017 өлгөһө

Йыһанов Рәшит Рәхим улы (1952 йылдың 28 июнендә тыуған) — композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008). Композиторҙар союзы ағзаһы (1989).

Тормош юлы

Рәшит Рәхим улы Йыһанов 1952 йылдың 28 июнендә Өфө ҡалаһында балетмейстер Рәхим Фәиз улы Йыһанов ғаиләһендә донъяға килә.

Рәшит Йыһанов Киев консерваторияһының композитор бүлегендә уҡый. 1977 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. (З.Ғ.Исмәғилев класы).

Сәнғәт институтын тамамлағандан һуң, Рәшит Йыһанов 2012 йылға тиклем Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыта. 1995-2001 йылдарҙа - композиция кафедраһы мөдире. 1992-1995 йылдарҙа - Рәсәй Федерацияһының Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры, 1992-2000 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары.

Йыһанов Рәшит Рәхим улы - Өфө дәүләт нефть университетының "Шаян", "Альтарес" (1978-1982) Башҡорт дәүләт педагогика институтының "Инйәр" (1982-1995) музыкаль төркөмдәренең, Нефтсе мәҙәниәт һарайының "Ufa" рок-төркөмөнөң ойлштороусыһы һәм художество етәксеһе. .

Концерт менән Рәсәй ҡалаларында, Германия, Голландия, Бельгия, Австрия, Англияла сығыш яһаған.

Ижады

Рәшит Йыһанов - "Алһыу сәскә" (Аленький цветочек, 2003; С.Т. Аксаковтың шул уҡ исемле әкиәте буйынса, И.Х. Хәбиров либреттоһы), "Ут" (Огонь, 1998; Әнғәм Атнабаевтың шул уҡ исемле драмаһы буйынса И.Х. Хәбиров либреттоһы) балеттары, "Ҡара һыуҙар" (1977, Мостай Кәримдең "Ҡара һыуҙар" поэмаһы буйынса) оратория-балеты авторы.

Поэма (1980), 6 симфония (1-сеһе, 1987; 2-сеһе, "Иман символдары" - Символы веры, 1996;  3-сөһө, "Дала әреме" - Полынь степная, 1998; 4-сеһе, "Салауат Юлаевҡа гимн" - Гимн Салавату Юлаеву, 2003; 5-сеһе, "Һуғышҡа ҡаршы" - Антивоенный, 2006; 6-сыһы, 2011), "Баяс" (1998).

Радик Гәрәев иҫтәлегенә  орган менән оркестр өсөн концерт дилогияһы (1997), фортепиано менән оркестр өсөн (1999); кларнет, фагот, валторна һәм симфоник оркестр өсөн Рагавардхана (2002); валторна һәм оркестр өсөн (2004), һуҡма музыка ҡоралдары менән оркестр өсөн "Timpanorama"(2005) һәм башҡалар.

Салауат Юлаев шиғырҙарына "Тыуған Уралым" (1996) хор поэмаһы, А.А. Блоктың "Скифтар (1992, башҡорт теленә Р.Ф. тәржемәһе) хор циклы.

М.Ғәли, Мифтахов шиғырҙарына вокаль циклдар,  С.Ш. Поварисовтың "Ауылымдың айлы кистәре" Р.Х. Ниғмәтуллиндың "Умырҙая", Г. Юнысованың "Әсәй" һ.б. шиғырҙарына йырҙар.

Камера-инструменталь әҫәрҙәре: кларнет һәм фортепиано өсөн 2 соната (1977, 2006), флейта һәм фортепиано өсөн 2 соната (1977, 2006), скрипка һәм фортепиано өсөн 4 соната (1995, 2005, 2010, 2012), тынлы, һуҡма музыка ҡоралдары һәм фортепиано өсөн квинтет (1980), 1-се ҡыллы квартет (1995) һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990).

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).

Әҙәбиәт

Давыдова Э.М. Творчество Р. Зиганова // Башкортостан Ҡызы. 1992. №12

Юнысова Г.А. Яны йырҙар // Башкортостан Ҡызы. 1995.

Зинатшина Н.В. Творческий путь Рашита Зиганова// БашҠортостан. 1982. №11

Зиновьева Т.С. Музыкальный дебют // Китап - Уфа, 1995.

II Международный фестиваль Европа-Азия // Буклет Изд. СК РТ - Казань, 1996.

Скурко Е.Р. Композиторы и музыковеды Башкортостана // Китап - Уфа, 2002.-240с.

Р. Зиганов. Багатели для фортепиано // Изд. Советский Композитор, М., 1983.

Р. Зиганов. Поэма для валторны и фортепиано // Изд. Мин.культ. РБ - Уфа, 1991.

Р. Зиганов. Сонаты для фортепиано // Изд. «Ижад» Уфа, 1992.

Р. Зиганов. Родина у всех одна // Песни для детей Башкнигоиздат. - Уфа, 1993.

Р. Зиганов. Эстрадные песни // Башкнигоиздат. - Уфа, 1985.

Һылтанмалар