Кәлмәргән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
33 юл:
[[Антарктида]]нан башҡа бөтә [[ҡитға]]ларҙа ла остай. Күсмә ҡош. [[Мысыр]]ҙа һәм [[Ҡыҙыл диңгеҙ]]ҙең ҡайһы бер утрауҙарында ҡышлай. Көньяҡ Урал биләмәләрендә '''P.h.haliaetes'''  осрай.
Кәлмәргәндең таралыуы бөтә ерҙә лә һыуға бәйләнгән: йылғаларға, күлдәргә, һыу һаҡлағыстарға, сөнки уның төп аҙығы булып балыҡ тора.
Үткән быуаттың төрлө йылдарында кәлмәргәнде Ағиҙел, Һаҡмар, Ҙур Ыҡ йылғалары үҙәндәрендә, Нөгөш йылғаһы һәм Нөгөш һыуһаҡлағысы, Ҙур Талпаҡ күлендә күҙәткәндәр. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһендә, Һалдыбаш һәм Сөм йылғалары үҙәндәрендә оялары табылған. Хәйбулла районында ла уның оя ҡороуы тураһында мәғлүмәт бар. 1970 йылдарҙа Дыуан районында Йүрүҙән йылғаһында балыҡ аулауын күргәндәр<supref>1Баянов М.Г., Маматов А.Ф. Птицы Южного Урала. – Уфа: Китап, 2009. – 376 с.</supref>.
 
== Йәшәү рәүеше ==
40 юл:
Ояһын балыҡ күп булған һыу буйҙарындағы бейек ағас баштарында ҡора. Ергә ултырмай, ял иткәндә лә ағаста ултыра. Яҡынлашып килгән кешене күрһә йәки хәүефле хәл килеп сыҡһа, шунда уҡ күтәрелеп, осоп китә. Шуға күрә, ул янында ағастары булмаған һыу ятҡылыҡтарынан ситләшә.
Ояһын күп тапҡырҙар (18 йылға ҡәҙәр) ҡуллана. Уны ҡышлау урынынан ҡайтҡас, яҙғыһын ата һәм инә ҡоштар бергәләшеп яңыртып, рәтләп алалар.
Ояны ағаста ҡуйы булмаған, ғәҙәттә һулый башлаған йәки һулыған олонда 8-25 метр бейеклектә ҡоралар. Инә ҡош ҡыҙғылт көрән таптар менән сыбарланған 2-3 бөртөк аҡһыл зәңгәр йомортҡа һала. Йомортҡаны баҫыу 35 тәүлек дауам итә. Ҡошсоҡтарын атаһы ла, инәһе лә ашата. Уларға көнөнә 200-400 грамм ауырлыҡтағы 4-5 балыҡ килтерәләр.<supref>2Рябицев В.К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири. Екатеринбург: Изд-во Уральского университета. 2002. 608 с.</supref>. Йәш ҡоштар июнь аҙағында июль башында оянан ососп сығалар.Тәүҙә уларҙы инә ҡош ҡурсалап тора. Ҡышлау урынына осоп китеү сентябрь аҙағына йәки октябрь уртаһына саҡлы бара.
 
== Һаҡлау ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кәлмәргән» битенән алынған