Кәлмәргән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
40 юл:
Ояһын балыҡ күп булған һыу буйҙарындағы бейек ағас баштарында ҡора. Ергә ултырмай, ял иткәндә лә ағаста ултыра. Яҡынлашып килгән кешене күрһә йәки хәүефле хәл килеп сыҡһа, шунда уҡ күтәрелеп, осоп китә. Шуға күрә, ул янында ағастары булмаған һыу ятҡылыҡтарынан ситләшә.
Ояһын күп тапҡырҙар (18 йылға ҡәҙәр) ҡуллана. Уны ҡышлау урынынан ҡайтҡас, яҙғыһын ата һәм инә ҡоштар бергәләшеп яңыртып, рәтләп алалар.
Ояны ағаста ҡуйы булмаған, ғәҙәттә һулый башлаған йәки һулыған олонда 8-25 метр бейеклектә ҡоралар. Инә ҡош ҡыҙғылт көрән таптар менән сыбарланған 2-3 бөртөк аҡһыл зәңгәр йомортҡа һала. Йомортҡаны баҫыу 35 тәүлек дауам итә. Ҡошсоҡтарын атаһы ла, инәһе лә ашата. Уларға көнөнә 200-400 грамм ауырлыҡтағы 4-5 балыҡ килтерәләр.<sup>2</sup>. Йәш ҡоштар июнь аҙағында июль башында оянан ососп сығалар.Тәүҙә уларҙы инә ҡош ҡурсалап тора. Ҡышлау урынына осоп китеү сентябрь аҙағына йәки октябрь уртаһына саҡлы бара.
 
== Һаҡлау ==
Төрлө әҙәби сығанаҡтарға ҡарағанда, кәлмәргәндәрҙең һаны XIX быуат аҙағында кәмей башлай. Башҡортостан биләмәләрендә XX быуаттың 30-сы йылдарында уҡ ул һирәк осрай башлай. Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына һирәк осрай торған төр булараҡ индерелгән (3-сө категория). Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына юғалып барған төр булараҡ индерелгән (1-се категория).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кәлмәргән» битенән алынған