Кәлмәргән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
25 юл:
}}
{{Международная Красная книга|LC|106003324}}
'''Кәлмәргән''' ({{lang-ru|Скопа́}}, {{lang-la|Pandion haliaetus}}) — ҡаҙҙан бәләкәйерәк ҡырағай [[:Категория:ҡоштар|ҡош]]. Оҙонлоғо — 55—58 см, ҡанат йәйеме — 145—170 см. Оҙон һәм тар ҡанаттары беләҙек һөйәктәрендә бөгөлгән була. Һырты,Тышҡы ҡиәфәте менән башҡа йыртҡыс ҡоштарҙан айырылып тора. Ике төҫлө булыуы аныҡ ҡына алыҫтан уҡ күренә: түше, ҡойроғо ҡара-көрән; тамағы, ҡорһағы аҡ, ҡанат төбөндәге ҡаурыйҙары һарғылт сыбар. Суҡышынан күҙе аша муйынына үткән һоро һыҙыҡ бар. Башҡа ҡара ҡоштарҙан аҡ ҡорһағы менән айырыла.
Күҙе һары төҫтә, ҡара суҡышының осо кәкере, аяҡтары көслө, тырнаҡтары ҡара һәм текә кәкере. Ата ҡоштар инәләренән бер аҙ бәләкәй булыуҙары менән генә айырылалар.
 
[[Башҡорт теле|Башҡортса]] ''тимер тырнаҡ, балыҡ һырыһары, балыҡ ҡарсығаһы, ҡәлмәргән, халмарйын'' тигән исемдәре лә осрай.
 
== Таралыуы ==
[[Антарктида]]нан башҡа бөтә [[ҡитға]]ларҙа ла остай. Күсмә ҡош. [[Мысыр]]ҙа һәм [[Ҡыҙыл диңгеҙ]]ҙең ҡайһы бер утрауҙарында ҡышлай.Көньяҡ Урал биләмәләрендә '''P.h.haliaetes'''  осрай
Кәлмәргәндең таралыуы бөтә ерҙә лә һыуға бәйләнгән: йылғаларға, күлдәргә, һыу һаҡлағыстарға, сөнки уның төп аҙығы булып балыҡ тора.
Ояһын балыҡ күп булған һыу буйҙарында, бейек ағас баштарында ҡора.
Үткән быуаттың төрлө йылдарында кәлмәргәнде Ағиҙел, Һаҡмар, Ҙур Ыҡ йылғалары үҙәндәрендә, Нөгөш йылғаһы һәм Нөгөш һыуһаҡлағысы, Ҙур Талпаҡ күлендә күҙәткәндәр. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһендә, Һалдыбаш һәм Сөм йылғалары үҙәндәрендә оялары табылған. Хәйбулла районында ла уның оя ҡороуы тураһында мәғлүмәт бар. 1970 йылдарҙа Дыуан районында Йүрүҙән йылғаһында балыҡ аулауын күргәндәр.Ояһын балыҡ күп булған һыу буйҙарында, бейек ағас баштарында ҡора. Ергә ултырмай, ял иткәндә лә ағаста ултыра. Яҡынлашып килгән кешене күрһә йәки хәүефле хәл килеп сыҡһа, шунда уҡ күтәрелеп, осоп китә. Шуға күрә, ул янында ағастары булмаған һыу ятҡылыҡтарынан ситләшә.
 
== Туҡланыуы ==
Кәлмәргән – ихтиофаг.Башҡа ҡоштарҙан айырмалы рәүештә, кәлмәргән рационы 99 %-ҡа [[балыҡ]]тан тора. Һирәкләп [[тәлмәрйен]], башҡа ҡоштар менән туҡлана. Ғәҙәттә һыу өҫтөндә һунар итә. Һыу өҫтөндә ҡорбанын күреп ҡалһа, тәпәйҙәрен алға сығарып, ҡанатын артҡа ташлап аҫҡа ташлана. ләкин аҡсарлаҡ кеүек суҡышы менән түгел, ә тырнаҡтары менән уны эләктереп ала. Балыҡ әҙ йәки һыу болғансыҡ булҡан осраҡта тәлмәрйен, ваҡ ҡош-ҡорт, кимереүселәр менән дә туҡлана.
 
Ояһын күп тапҡырҙар (18 йылға ҡәҙәр) ҡуллана. Уны ҡышлау урынынан ҡайтҡас, яҙғыһын ата һәм инә ҡоштар бергәләшеп яңыртып, рәтләп алалар.
Оя ағаста ҡуйы булмаған, ғәҙәттә һулый башлаған йәки һулыған олонда 8-25 метр бейеклектә урынлаша. Инә ҡош ҡыҙғылт көрән таптар менән сыбарланған 2-3 бөртөк аҡһыл зәңгәр йомортҡа һала. Йомортҡаны баҫыу 35 тәүлек дауам итә. Ҡошсоҡтарын атаһы ла, инәһе лә ашата. Уларға көнөнә 200-400 грамм ауырлыҡтағы 4-5 балыҡ килтерәләр (Рябицев, 2001). Йәш ҡоштар июнь аҙағында июль башында оянан ососп сығалар.Тәүҙә уларҙы инә ҡош ҡурсалап тора. Ҡышлау урынына осоп китеү сентябрь аҙағына йәки октябрь уртаһына саҡлы бара.
== Һаҡлау ==
Төрлө әҙәби сығанаҡтар мәғлүмәтенә ҡарағанда, кәлмәргәндәрҙең һаны XIX быуат аҙағында кәмей башлай. Башҡортостан биләмәләрендә XX быуаттың 30-сы йылдарында уҡ ул һирәк осрай башлай. Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән, 3-сө категориялы һирәк осрай торған ҡош. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән, 1-се категориялы юғалып барған төр.
Был һирәк осрай торған ҡош Рәсәйҙең һәм [[Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы]]на индерелгән.
Кәлмәргәндәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн һыу ятҡылыҡтары эргәһендәге һулып барыусы ағастарҙы һаҡларға, ояларын туҙҙырмаҫҡа кәрәк. Яһалма оялар эшләп ҡуйыу ҙа уларҙы һаҡларға булышлыҡ итәсәк.
 
== Әҙәбиәт ==
* [http://ecoclub.nsu.ru/raptors/publicat/pandion/Ikar_pandion_1998.pdf И. В. Карякин. Скопа (Pandion haliaetus) // Пернатые хищники Уральского региона. Соколообразные (Falconiformes) и Совообразные (Strigiformes). Пермь: Центр полевых исследований Союза охраны животных Урала / Социально-экологический союз, 1998. — 483 с.]
* [http://ecoclub.nsu.ru/raptors/publicat/pandion/Dem_pandion.pdf Г. П. Дементьев. Скопа (Pandion haliaetus) // Птицы Советского Союза, т.1. — М.: Сов. наука. 1951. — С.275-279.]
* Баянов М.Г., Маматов А.Ф. Птицы Южного Урала. – Уфа: Китап, 2009. – 376 с.
 
* Дементьев Г.П., Гладков Н.А. Птицы Советского Союза. Т. 1 – 6.М.: Советская наука, 1951-1954.
*Кучеров Е.В., Ильичев В.Д. Охотничье-промысловые птицы Башкирии и их охрана. Уфа, 1961. 120с.
* Лоскутова Н.М. Редкие хищные птицы Башкирского заповедника // Экология и охрана хищных птиц. М., 1983. с. 17-20.
*Ишбирзин Э.Ф. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
[[Категория:Ыласын һымаҡтар]]
[[Категория:Башҡортостан ҡоштары]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кәлмәргән» битенән алынған