Ассирия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
40 юл:
}}
 
'''Ассирия''' — (аккад теле: ''аккад.'' Aššur, ''ғәр.'' أشور, ''иврит'' אַשּׁוּר ''арам.'' ܐܬܘܪ, ''әрмән'' Ասոր, ''ассирий.'' Atur) — Төньяҡ Ике йылға араһындағы Междуречье (хәҙерге [[Ираҡ]] территорияһында) боронғо дәүләт. Ассирия, б.э.т. XXIV—VII быуаттарҙа (яҡынса б.э.т. 609 йылда), Мидия һәм Вавилония уны ҡыйратҡанға саҡлы, ике мең йыл самаһы йәшәгән. Яңы Ассирия державаһы бөйөк дәүләте (б.э.т. 750—620 й.) кешелек тарихында беренсе империя булып һанала.
 
Б.э.т. IX быуаттың тәүге яртыһында ассирийлылар хәрби баҫып алыу походтарын башлаған. Улар бөтөн [[Месопотамия]]ны, Фәләстанды һәм Кипрҙы, хәҙерге [[Төркиә]] һәм [[Сүриә]], шулай уҡ [[Мысыр]] территорияларын (уны 15 йылдан юғалтҡандар) яулап алғандар. Яуланған ерҙәрҙә, яһаҡ түләү йөкләмәләрен һалып, провинциялар барлыҡҡа килтергәндәр, ә иң оҫта һөнәрселәрҙе ассирия ҡалаларына күсергәндәр. (моғайын, шуға күрә лә Ассирия сәнғәтенә тирә-яҡ халыҡтар мәҙәниәттәренең йоғонтоһо һиҙелә). Ассирийлылар үҙҙәренең империяһында, бөтөн баш күтәреүселәрҙе көсләп күсереп депортация һәм ҡаты язалап, бик ҡанһыҙ идара иткән.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ассирия» битенән алынған