Көсөгән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу, күренеште төҙәтеү, ҡалып, аныҡлаштырыу
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
26 юл:
 
== Ҡылыҡһырлама ==
Бөркөттәр араһында иң ҡараһы. Ҡауырһындарында ҡара төҫтәр өҫтәнлөк алған. Дөйөм төҫө ҡара-көрән, түбәһе, елкәһе һарғылт ерән. Тик яурындарында ғына аҡ таптар булырға мөмкин һәм башында аҡ «кәпәс». Кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө лә ҡара, ләкин 4 йәшкә тиклемге йәш ҡоштарҙың ҡорһаҡ өлөшөндә асыҡ һарғылт арҡыры һыҙаттар күренә. Суҡышы һәм тырнаҡтары ҡара; аяҡтары, ауыҙсуҡыш эргәһетөбөнөң өҫкө ҡауырһынһыҙ ҡалын тиреһе, күҙе һары төҫтә.
Бөркөттән бер тигеҙ төҫтәге һорғолт ҡара ҡойроғо, яурындарындағы аҡ таптар менән айырыла. Яңғыҙ йәки икәүләшеп йөрөйҙәр.
Көсөгән ҡаҙҙан ҙурыраҡ, бөркөттән һиҙелерлек бәләкәй, тәненең оҙонлоғо 72-нән 84 см-ға саҡлы, йәйелгән ҡанаттарының оҙонлоғо 200 см. Осҡанда ҡанат осондағы ҡауырһындары йәйелгән бармаҡ һымаҡ, ҡойроғо ҡыҫҡа.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Көсөгән» битенән алынған