Көсөгән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
9 юл:
 
==Таралыуы==
Көсөгән Көньяҡ Европаның көньяҡ өлөшөнән көнсығышта Байкал янына тиклем таралған. Башҡортостан Республикаһында оялаған көсөгәнде Хайбулла районында, Касмарка йылғаһы үрендә (Йылайыр платоһы), Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында, Көйөргәҙе, Ирәмәл тауы, Краснокама, Иглин, Ауырғазы райондарында, Йомағужа биҫтәһе (Күгәрсен районы) тирәһендә, Ябалаҡлы ауылы янындағы Дим йылғаһы үҙәнендә һәм Ғафури районының Еңеү ауылы янында, Аҡкүл заказнигында осратҡандар (Кириков, 1952; Ильичев, Фомин, 1988; Лоскутова, 1983; Карякин, 1998) <sup>1</sup>. Әҙ һанлы булыу сөбөплесәбәпле көсөгән Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабтарына индерелгән.
 
-== Йәшәү рәүеше ==
Көндөҙгә ҡош. Бөркөт кеүек үк һыу ятҡылыҡтары үҙәндәренән алыҫыраҡ, ағастары һирәк булған асыҡ урындарҙы өҫтөн күрә.
Бөркөттөкө кеүек суҡышы һәм тырнаҡтары ҡеүәтле түгел, шуға күрә ваҡ кимереүсе йәнлектәргә һәм ҡоштарға һөжүм итә, улар араһында йомрандар, ирләндәр, ҡуяндар, ҡыр сысҡандары бар. Терпенән һәм йорт бесәйенән дә баш тартмай. Ҡоштарҙан һуйыр, ҡор, селән, торна, йорт ҡаҙы, әммә күпселеккүберәк – ҡарға, һайыҫҡан, күгәрсен, шулай уҡ кеҫәрткеләр һәм йыландар - уның аҙығы. Үләкһә менән дә туҡлана һәм уның янында ҡарғаларҙы ла аулай.Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ағас башында оялай.
[[Рәсем:Imperial Eagle 01.JPG|thumb|left|Көсөгән Мәскәү зоопаркында]]
4 йәш тулғас, парлашалар һәм апрель уртаһында ҡышлау урынынан бергә ҡайталар. Ике аҙна самаһы яңы оя ҡоралар, йә булмаһа иҫкеһен рәтләйҙәр. Көсөгән парының ғәҙәттә 2-4 ояһы була, уларҙы төрлө йылдарҙа сиратлап ҡулланалар. Ояларын ағас башында 2 м-ҙан 25 м, ҡайһы осраҡта унан да бейегерәк урынлаштыралар. Ояның нигеҙе йыуан ботаҡтарҙан эшләнелә, ә тирәсе һәм төбө ҡоро үләндән, тиреҫтән түшәлә. Яңы ояның диаметры 1,5 м, бейеклеге 0,7 м-ға етә һәм йыл һайын ояның параметрҙары арта бара. Апрель аҙағында инә ҡош 2, һирәк осраҡта 1 йәки 3 йомортҡа һала, 1-се йомортҡанан башлап 43-45 тәүлек баҫа. Йомортҡаны баҫыуҙа ата ҡош та ҡатнаша. Ояла ике ҡошсоҡ була, һуңлап сыҡҡаны, ғәҙәттә, үлә. Ҡөсөгәндәр балаларын ҡурсалайҙар, ояла ҡалдырған ҡошсоҡтарын йәшел ботаҡтар менән ҡаплап йәшерәләр. Быны улар эҫе көндә лә эшләйҙәр – уларҙы эҫенән һаҡлайҙар. Ата ҡош килтергән аҙыҡты инә ҡош баларына бүлеп бирә. Ҡошсоҡтар күп ашайҙар – үҙҙәре күпме ауырлыҡта, шул сама, шунлыҡтан тиҙ үҫәләр һәм 2 айлыҡтарында оса алалар. Артабан көсөгәндәр урындан-урынға күсеп йөрөйҙәр һәм сентябрь-октябрь айҙарында ҡышлау урынына күсәләр.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Көсөгән» битенән алынған