Көсөгән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
15 юл:
Бөркөттөкө кеүек суҡышы һәм тырнаҡтары ҡеүәтле түгел, шуға күрә ваҡ кимереүсе йәнлектәргә һәм ҡоштарға һөжүм итә, улар араһында йомрандар, ирләндәр, ҡуяндар, ҡыр сысҡандары бар. Терпенән һәм йорт бесәйенән дә баш тартмай. Ҡоштарҙан һуйыр, ҡор, селән, торна, йорт ҡаҙы, әммә күпселек – ҡарға, һайыҫҡан, күгәрсен, шулай уҡ кеҫәрткеләр һәм йыландар - уның аҙығы. Үләкһә менән дә туҡлана һәм уның янында ҡарғаларҙы ла аулай.Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ағас башында оялай.
[[Рәсем:Imperial Eagle 01.JPG|thumb|left|Көсөгән Мәскәү зоопаркында]]
4 йәшейәш тулғас, парлашалар һәм апрель уртаһында ҡышлау урынынан бергә ҡайталар. Ике аҙна самаһы яңы оя ҡоралар, йә булмаһа иҫкеһен рәтләйҙәр. Көсөгән парының ғәҙәттә 2-4 ояһы була, уларҙы төрлө йылдарҙа сиратлап ҡулланалар. Ояларын ағас башында 2 м-ҙан 25 м, ҡайһы осраҡта унан да бейегерәк урынлаштыралар. Ояның нигеҙе йыуан ботаҡтарҙан эшләнелә, ә тирәсе һәи төбө ҡоро үләндән, тиреҫтән түшәлә. Яңы ояның диаметры 1,5 м, бейеклеге 0,7 м-ға етә һәм йыл һайын ояның параметрҙары арта бара. Апрель аҙағында 2, һирәк осраҡта 1 йәки 3 йомортҡа һала, 1-се йомортҡанан башлап 43-45 тәүлек баҫа. Йомортҡаны баҫыуҙа ата ҡош та ҡатнаша. Ояла ике ҡошсоҡ була, һуңлап сыҡҡаны, ғәҙәттә, үлә. Ҡөсөгәндәр балаларын ҡурсалайҙар, ояла ҡалдырған ҡосоҡтарын йәшел ботаҡтар менән ҡаплап йәшерәләр. Быны улар эҫе көндә лә эшләйҙәр – ҡосоҡтарҙы эҫенән һаҡлайҙар. Ата ҡош килтергән аҙыҡты инә ҡош ҡошсоҡтарға бүлеп бирә. Ҡошсоҡтар күп ашайҙар – үҙҙәре күпме ауырлыҡта, шул сама, шунлыҡтан тиҙ үҫәләр һәм 2 айлыҡтарында оса алалар. Артабан көсөгәндәр урындан-урынға күсеп йөрөйҙәр һәм сентябрь-октябрь айҙарында ҡышлау урынына күсәләр.
 
 
 
==Иҫкәрмәләр==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Көсөгән» битенән алынған