Үҙән (йылға): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
35 юл:
 
== Үҙән йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары ==
Үҙән йылғаһы - — Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Төбө ҡырсын һәм ваҡ таштар менән ҡапланған. Һыу үҙәнендә томбойоҡ, күрән, ҡамыш менән ҡапланған ерҙәре бар. Шаршы һәм тын аҡҡан ерҙәре бар.Ҡолғана ауылы эргәһендә башланып, үҙ юлында 45 шишмә һәм 30 ҡотоҡто алып, Янһары ауылы янында Ағиҙелгә ҡоя. Беҙ шуларҙың үҙебеҙ күргәндәрен һанап бирәбеҙ: Һарғая, Һарағы, Оло Башарт, Бәләкәй Башарт, Балайылға, Алаҡбар, Бертеш, Алаша, Сәңгелде, Әнкес, Яманйылға, Яланайыр, Ерекле. Ә Әбделмәмбәт ауылында Оло йылға, Бәләкәй йылға, Ҡараташ, Ҡамабар, Көрпә һәм Әрәмә ҡотоғо — Үҙәндең уң ҡушылдыҡтары.
[[Оло Йылға]]
Халыҡ телендә ошо исем менән йөрөһә лә, ул — ҙур шишмә. Оло Аҡбейек итәгенән баш алып, ауылдың ҡап уртаһында Үҙәнгә ҡоя. Төбө эре таштар менән ҡапланған, яҙлы-көҙлө балыҡтар йөҙә, эҫе йәйҙә күренмәй. Ярҙарында өс ярустағы үҫемлектәрҙән барыһы ла үҫә.
 
[[Бәләкәй Йылға]] һәм [[Әрәмә ҡотоғо]]
Бәләкәй Йылға исеме йөрөтһә лә, ул да шулай уҡ шишмә. Көнсығыштан көнбайышҡа ҡарап юл ала, ауыл үрендә Үҙәнгә ҡоя. Һаҙ ҡотоғо ла, был шишмә лә төбөндә бөтөнләй ҡырсыны, ярҙарында ташы булмауы менән ауылдағы башҡа шишмәләрҙән айырыла. Ярҙары тиҙ ишелеп бара, урыны-урыны менән күрән ҡаплаған ерҙәре бар. Һыу үҙәне бик тәрәндән аға.
[[Ҡараташ]], [[Көрпә]], шишмәләре[[Ҡамабар]]
Бәләкәй Аҡбейектең урта биленән көнбайыштан көнсығышҡа ҡарап ағыусы шишмәләр. Шишмә төптәре ваҡ таштар менән ҡапланған. Ярҙарында туғай үҫемлектәренең бөтә төрҙәре лә бар.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Үҙән_(йылға)» битенән алынған